

Стәрлебаш районынан 12 йәшлек туғанына балта менән ташланған 27 йәшлек Николай Кантаев һаҡ аҫтына алынған. Стәрлетамаҡ ҡала суды тикшереү ваҡытында, 2023 йылдың 3 июненә тиклем, ғәйепләнеүсене һаҡ аҫтына алыу ҡарарын сығарған.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 2 апрелдә Стәрлебаш ауылында ҡот осҡос фажиғә теркәлгән. Кантаев 12 йәшлек ҡустыһының аяғына бер нисә тапҡыр балта менән һуҡҡан. Малай ваҡытында күрһәтелгән медицина ярҙамы арҡаһында иҫән ҡалған. Енәйәтсе тәүҙә үҙ-үҙенә ҡул һалырға маташҡан, һуңынан ваҡиға урынынан ҡасҡан һәм һуңынан хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре тарафынан тотолған, тип хәбәр иттеләр республика судтарының берләшкән матбуғат хеҙмәтенән.
Тәҡдим ителгән материалдарҙы өйрәнеп һәм процеста ҡатнашыусыларҙы тыңлап, суд иргә ҡарата һаҡ аҫтына алыу тураһында ҡарар сығарҙы. Әлегә ҡарар законлы көсөнә инмәгән.
Шулай уҡ уҡығыҙ: Эй, балаҡай, йүнәлеп кенә кит инде...
фото:республика судтарының берләшкән матбуғат хеҙмәте