Бөтә яңылыҡтар
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
6 Апрель 2023, 11:25

Эй, балаҡай, йүнәлеп кенә кит инде...

Балта менән әхәзләнгән баланы вертолетта Өфөгә алып барғандар. Табиптар төнө буйы уға операция яһаған. Медиктар әле лә баланың ғүмере өсөн көрәшеүҙән туҡтамай... Был ҡырағай енәйәт 2 апрелдә Стәрлебаш районында булған...

Эй, балаҡай, йүнәлеп кенә кит инде...
Эй, балаҡай, йүнәлеп кенә кит инде...

27 йәшлек ир мунсала балаға балта менән ташланған һәм сабыйҙың аяҡтарын, ҡулдарын яралап бөткән. Күп ҡан юғалтҡан баланы үҙәк район дауаханаһына алып барғандар. Өфөнән Стәрлебашҡа вертолет менән медиктар юлланған. Улар төнө буйы операция өҫтәле янынан китмәгән. Баланың хәле әҙерәк кенә яҡшыра башлағас, уны вертолетта баш ҡалаға алып киткәндәр.

Әле бала реанимацияла, ИВЛ-да. Уның эргәһенән тәүлек әйләнәһенә реаниматолог-анестезиолог китмәй.

-Табиптар күҙҙалауҙар яһап бармай. Ләкин баланың ғүмерен һаҡлап алып ҡалыуға өмөт бар, - тип белдергән һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин.

“Молодежная газета” мәғлүмәттәренә һылтанып әҙерләнде.

Автор:
Читайте нас: