КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
31 Октябрь 2022, 14:48

Өс кеше үлемендә ғәйепләнгән ҡатынға ҡарата суд ҡарары сығарылды

     

Өс кеше үлемендә ғәйепләнгән ҡатынға ҡарата суд ҡарары сығарылдыӨс кеше үлемендә ғәйепләнгән ҡатынға ҡарата суд ҡарары сығарылды
Өс кеше үлемендә ғәйепләнгән ҡатынға ҡарата суд ҡарары сығарылды

31 октябрҙә Башҡортостандың Күгәрсен район-ара судында Ямашлы һыуһаҡлағысында юл-транспорт ваҡиғаһында өс әхирәтен-хеҙмәттәшен һәләк иткән ҡатынға хөкөм ҡарары сығарылды.

«Башинформ»ға судтың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ғәйепләнеүсе алты йылға дөйөм режимлы колонияға оҙатыла. Юл-транспорт ваҡиғаһынан һуң, ҡатын өйөндә һаҡ аҫтында тотолған. Ул суд залында һаҡ аҫтына алынған. Хөкөм ҡарары әлегә законлы көсөнә инмәгән.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл 17 апрелдә Ейәнсура районының Күгәрсен ауылында Ямашлы һыуһаҡлағысы буйында үлемесле авария булды. 19 апрелдә туғандары, дуҫтары һәм коллегалары юл фажиғәһендә һәләк булған өс ҡатын менән хушлашты: автомобиль һыуға төшөп китә, руль артына эскән килеш ултырған  ҡатын иҫән ҡала, ә уның пассажирҙары яҡты донъя менән хушлаша.

10 бала әсәйһеҙ ҡалды. Һәләк булған 53 йәшлек ҡатындың - биш, 36 йәшлек ҡатындың- ике һәм 49 йәшлек ҡатындың - өс балаһы етем ҡалған. Иҫән ҡалған 48 йәшлек водитель ҡатындың да ике балаһы бар. Дүрт ҡатын  хеҙмәттәштәр булған - улар фажиғә урынынан алыҫ түгел урынлашҡан «Ямашлы» кафеһында ашнаҡсы булып эшләгән.

Тәртип һаҡсылары Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 264-се статьяһының 6-сы өлөшө (һаҡһыҙлыҡ буйынса ике йәки унан күберәк кешенең үлеменә килтергән транспорт сараларын файҙаланыу йәки юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу) буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡайны. Ғәйепләнеүсегә 15 йылға тиклем иректән мәхрүм ителеү янаны.

 

Шулай уҡ уҡығыҙ:

Башҡортостанда «ВАЗ-2114» машинаһы һыуһаҡлағысҡа төшөп киткән: өс ҡатындың ғүмере өҙөлгән 

Ауылдаштары ниндәй фекерҙә?

10 бала етем ҡалған...

"Балаларҙың береһе лә ярҙамһыҙ ҡалмаясаҡ"

Ейәнсурала йәнә машина һыуға сумған...

Өс кеше үлемендә ғәйепләнгән ҡатынға ҡарата суд ҡарары сығарылды
Өс кеше үлемендә ғәйепләнгән ҡатынға ҡарата суд ҡарары сығарылды
Өс кеше үлемендә ғәйепләнгән ҡатынға ҡарата суд ҡарары сығарылды
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас