

Ейәнсура районы Күгәрсен ауылы янында, Ямашлы һыуһаҡлағысы буйында, ҡот осҡос фажиғә булған.
«ВАЗ-2114» рулендәге 47 йәшлек иҫерек ханым һыу һаҡлағысҡа төшөп киткән. Машинала ултырған өс ҡатын йән биргән.
Водитель иҫән ҡалған. Хәҙер машинаны ярға сығаралар.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, улар бер кафела эшләгән.
Сығанаҡ: Башкортостаным/яңылыҡтар.