

Саҡмағош район-ара суды Баҡалы районында йәшәгән 23 йәшлек иргә ҡарата асылған енәйәт эшен ҡарауға тотондо. Ул дүрт ҡыҙҙы бәрҙергән - улар барыһы ла һәләк булған, тип хәбәр итә Башҡортостан прокуратураһының матбуғат хеҙмәте.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, фажиғә 17 июлдән 18-енә ҡарай төндә Баҡалы ауылында булған. Ғәйепләнеүсе «Ауди А5» автомобиленең руле артына иҫерек килеш ултырған. Егет юғары тиҙлектә китеп барып, ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан. Һуңынан сит ил машинаһы юл ситенән атлап барған дүрт ҡыҙ яғына осҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡыҙҙарҙың барыһы ла ваҡиға урынында һәләк булған.
Ир үҙ ғәйебен таныған. Суд 2023 йылдың 5 ғинуарына тиклем ғәйепләнеүсене һаҡ аҫтында ҡалдырыу ваҡытын оҙайтты. Енәйәт эшен ҡарау (Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 264-се статьяһы 6-сы бүлегенең «а» пункты буйынса) дауам итә.
Шулай уҡ уҡығыҙ:
Машина тәгәрмәсе аҫтында бер юлы дүрт йәш ҡыҙ һәләк булған