

Башҡортостандан Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты һәм Башҡортостан ЮХХДИ-ның элекке етәксеһе Динар Ғилметдинов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Баҡалы районында теркәлгән ҡот осҡос аварияла дүрт ҡыҙҙың ғүмере өҙөлөүе буйынса үҙ фекерен белдерҙе.
«Һуңғы йылдарҙа иҫерек водителдәргә ҡарата ҡануниәтте ҡатыраҡ итеү тураһында күп һөйләйбеҙ. Дәүләт Думаһында водитель таныҡлығы булмайынса машина йөрөткән өсөн язаны көсәйткән закондар өҫтөндә эшләнек, уларға июлдә генә ил Президенты закондарға ҡул ҡуйҙы. Таныҡлыҡтан мәхрүм ителеп, руль артына ҡабаттан ултырған водителдәр өсөн енәйәт һәм административ яуаплылыҡ индерелде. Закон боҙоусының ғәйебен иҫбатлаған осраҡта уны законға ярашлы рәүештә йәлеп итеү бик мөһим буласаҡ. Быны суд хәл итәсәк», - тип яҙҙы Динар Ғилметдинов.
Депутат хоҡуҡ боҙоусыларға ҡарата башҡа тәьҫирле саралар араһында йәмәғәт шелтәһен атаны.
«Тәжрибәм күрһәтеүенсә, юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың аңлы рәүештә эш итеүе лә ҙур роль уйнай. Был водителде,дүр уның рулгә ултырырға ниәтләүе хаҡында белгән таныштарының, яҡындарының, дуҫтарының береһе туҡтатһа, фажиғәнән ҡотолоп булыр ине», - тине Динар Ғилметдинов.