Бөтә яңылыҡтар
КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
11 Август 2022, 19:27

Сибайҙа мотоциклсы 10 йәшлек ҡыҙҙы бәрҙереп ҡасҡан...

Ҡыҙ Башҡортостанға Төмән өлкәһенән өләсәһе һәм ҡартатаһына ҡунаҡҡа килгән булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер нисә көндән һуң...

Сибайҙа мотоциклсы 10 йәшлек ҡыҙҙы бәрҙереп ҡасҡан...
Сибайҙа мотоциклсы 10 йәшлек ҡыҙҙы бәрҙереп ҡасҡан...

Башҡортостандың Юғары суды Сибайҙағы коллегаларының  электр самокатында йөрөгән баланы бәрҙергән 20 йәшлек мотоциклсыға ҡарата хөкөм ҡарарын үҙ көсөндә ҡалдырҙы. Йәш кеше колонияла 6 йыл ултырасаҡ. Шулай уҡ ул 2 йыл һәм 10 айға транспорт саралары менән идара итеүгә бәйле эшмәкәрлек менән шөғөлләнеү хоҡуғынан мәхрүм ителгән.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, фажиғә уҙған йылдың июлендә Сибайҙа теркәлде. Мотоциклсы алғы фараһы эшләмәһә лә, кискеһен трасса буйлап барған. Ул ҡаршы һыҙат буйынса электросамокатта китеп барған 10 йәшлек ҡыҙыҡайҙы күрмәйенсә, бәрҙереп киткән. Шунан һуң ғәйепле авария урынынан ҡасҡан. Ә бала бер нисә көндән дауаханала вафат булған.

Билдәле булыуынса, ҡыҙ Башҡортостанға Төмән өлкәһенән өләсәһе һәм ҡартатаһына ҡунаҡҡа килгән.

 

фото:ЮХХДИ.

Сибайҙа мотоциклсы 10 йәшлек ҡыҙҙы бәрҙереп ҡасҡан...
Сибайҙа мотоциклсы 10 йәшлек ҡыҙҙы бәрҙереп ҡасҡан...
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: