Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Июль 2021, 10:35

10 йәшлек ҡыҙ ауыр хәлдә...

Сибайҙа мотоциклист электросамокатта йөрөгән ҡыҙҙы бәрҙереп, ваҡиға урынынан ҡасҡан. Асыҡланыуынса...

Сибайҙа мотоциклист электросамокатта йөрөгән ҡыҙҙы бәрҙереп, ваҡиға урынынан ҡасҡан.
Асыҡланыуынса, 10 йәшлек мәктәп уҡыусыһы электросамокатта ҡаршы йүнәлештәге юл һыҙаты буйлап йөрөгән. Авария һөҙөмтәһендә мәктәп уҡыусыһы төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатылған. Ул ауыр хәлдә.
Полиция хеҙмәткәрҙәре мотоциклистты ҡулға алғандар. Ул Силәбе өлкәһенән 19 йәшлек егет. Билдәле булыуынса, төнгө ваҡытта ҡыҙ 14 йәшлек ағаһы менән бергә урамда үҙҙәре генә йөрөгән. Улар Төмән өлкәһенән өләсәһе һәм ҡартатаһына ҡунаҡҡа килгән.
Юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Фото:ЮХХДИ
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: