ИҠТИСАД
31 Ғинуар 2024, 09:17

Хәйбулла районы хакимиәтендә ике инвестиция проекты ҡаралды

   

Хәйбулла районы хакимиәтендә ике инвестиция проекты ҡаралдыХәйбулла районы хакимиәтендә ике инвестиция проекты ҡаралды
Хәйбулла районы хакимиәтендә ике инвестиция проекты ҡаралды

Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов ҡатнашлығында «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» форматындағы сираттағы ултырыштарҙа ике яңы проект ҡаралды.

Станислав Артамонов Иҫәнгилде ауылында һыу ятҡылығының һәм ер участкаһының бер өлөшөн ҡуртымға алырға һәм балыҡсылыҡ менән шөғөлләнеү өсөн ял базаһы булдырырға ниәтләй. Уның биләмәне төҙөкләндереү, кәрәкле объекттар төҙөү һәм был урынды туристар һәм балыҡ тотоу һөйөүселәр өсөн ҡыҙыҡлы итеү планы бар. Станислав уның инициативаһы райондың иҡтисади үҫешенә һәм яңы эш урындары булдырыуға булышлыҡ итер тип ышана.

Башҡортостан Республикаһында 2024 йылда ҡошсолоҡто үҫтереү программаһы эшләй башлаясаҡ. Уның төп маҡсаты - төбәкте үҙебеҙҙә етештерелгән тауыҡ ите һәм йомортҡа менән тулыһынса тәьмин итеү, шулай уҡ был аҙыҡ-түлек экспортын үҫтереү. Башҡортостан фермерҙарын ошо йүнәлештәргә йүнәлтеү һәм 2030 йылға 300 ҡошсолоҡ фермаһын асыу планлаштырыла. Зөфәр Хәкимов Башҡортостан Республикаһында тормошҡа ашырылған ҡошсолоҡто үҫтереү программаһында ҡатнашырға ниәтләй. Бының өсөн уға малсылыҡ фермаларын һатып алыу талап ителә, улар ҡошсолоҡ хужалыҡтарына әйләндереләсәк. Ошо маҡсатта ул хакимиәт башлығына тейешле объекттарҙы һайлап алыуҙа һәм кәрәкле документтарҙы рәсмиләштереүҙә ярҙам итеүҙәрен һорап мөрәжәғәт итте.

Район биләмәһендә үҙ бизнесын асырға теләгәндәрҙең барыһын да Хәйбулла районы хакимиәтендә көтәләр. Аҙна һайын уҙғарылған«Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә ҡатнашыуға ғаризаны Башҡортостан Республикаһының Инвестиция порталында түбәндәге һылтанма буйынса ҡалдырырға мөмкин: https://investrb.ru/ru/business/business_support/business/  йәки алдан түбәндәге телефондар буйынса яҙылырға:(34758) 2-12-35, 2-18-99, 8-937-320-30-40.

Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектына ярашлы атҡарыла.

Шулай уҡ уҡығыҙ: «Агростартап» грантына документтар ҡабул ителә.

Фото: Хәйбулла районы хакимиәте.

Хәйбулла районы хакимиәтендә ике инвестиция проекты ҡаралды
Хәйбулла районы хакимиәтендә ике инвестиция проекты ҡаралды
Хәйбулла районы хакимиәтендә ике инвестиция проекты ҡаралды
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас