

Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов ҡатнашлығында «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» форматындағы сираттағы ултырыштарҙа ике яңы проект тәҡдим ителде.
Балалар уйын үҙәге буйынса проектты шәхси эшҡыуар Гөлкәй Сыңғыҙова тәҡдим итте. Ире Нур менән бер нисә йыл инде балалар күңел асыу өлкәһендә эшләйҙәр. Аҡъяр ауылының мәҙәниәт һәм ял паркында уларҙың тиры эшләй, шулай уҡ улар даими рәүештә Хәйбулла районының һәм уның менән күрше райондарҙың төрлө тораҡ пункттарына тау һәм сылбырлы карусель менән тултырылған батут менән сыға. Былтырҙан алып Аҡъяр ауылы автовокзалы биләмәһендә уларҙың балалар уйын үҙәге уңышлы эшләй. Кәңәшмәлә Сыңғыҙовтар үҙҙәренең бизнесын үҫтереү буйынса яҡын һәм оҙайлы пландар хаҡында һөйләне. Ултырышта ҡатнашыусылар үҙҙәренең идеяларын һәм теләктәрен белдерҙе, шулай уҡ эшҡыуар дәғүә итә алған дәүләт ярҙамы саралары тәҡдим ителде.
Шәхси эшҡыуар Тәлғәт Дәүләткилдиндың Аҡъяр ауылы биләмәһендә баҙар төҙөү проекты тәүҙә быйыл май айында ҡаралды. Шул ваҡыттан алып инвесторҙың был проектты тормошҡа ашырыу буйынса өҫтәмә һорауҙары барлыҡҡа килә. Яҡтарҙың бөтә талаптарын тулыһынса аңлауҙы тәьмин итеү һәм ҡәнәғәтләндереү өсөн инвестор вәкилен килеп тыуған мәсьәләләрҙе аңлатыу һәм уларҙың мөмкин булған ҡарарҙарын тикшереү маҡсатында проектты өҫтәмә тикшереүгә саҡырырға ҡарар ителә.
Район биләмәһендә үҙ бизнесын асырға теләгәндәрҙең барыһын да Хәйбулла районы хакимиәтендә көтәләр. Аҙна һайын уҙғарылған«Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә ҡатнашыуға ғаризаны Башҡортостан Республикаһының Инвестиция порталында түбәндәге һылтанма буйынса ҡалдырырға мөмкин: https://investrb.ru/ru/business/business_support/business/ йәки алдан түбәндәге телефондар буйынса яҙылырға:(34758) 2-12-35, 2-18-99, 8-937-320-30-40.
Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектына ярашлы атҡарыла.
Шулай уҡ уҡығыҙ: «Агростартап» грантына документтар ҡабул ителә.
Фото: Хәйбулла районы хакимиәте.