

Район хакимиәтендә Хәйбулла районында туризм өлкәһендә эшләгән эшҡыуарҙар менән кәңәшмә үтте.
Кәңәшмә муниципаль район хакимиәте башлығының иҡтисад, эшҡыуарлыҡ һәм инвестициялар буйынса урынбаҫары, бизнес-шериф Наил Байғусҡаровтың инеш һүҙенән башланды. Ул 2022 йылға ошо тармаҡ эшҡыуарҙары өсөн йомғаҡ яһаны.
Район хакимиәтенең Иҡтисад һәм инвестиция эшмәкәрлеге бүлеге начальнигы Венер Шәйәхмәтов 2023 йылға муниципаль һәм республика туризмға ярҙам саралары тураһында һөйләне.
Урал аръяғы район-ара халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең Хәйбулла районы буйынса бүлеге начальнигы Венера Килдебаева - мәшғүллек үҙәгендәге ярҙам программалары, ә «Россельхозбанк» акционерҙар йәмғиәтенең «Аҡъяр» өҫтәмә офисы етәксеһе Гөлнара Бикбова кредитлау программалары хаҡында хәбәр итте.
Осрашыу конструктив диалог форматында үтте. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар үҙҙәре өсөн көнүҙәк булған һорауҙарҙы бирә һәм уларға тулы яуап ала алды.
Район биләмәһендә үҙ бизнесын асырға теләгәндәрҙең барыһын да Хәйбулла районы хакимиәтендә көтәләр. Аҙна һайын уҙғарылған«Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә ҡатнашыуға ғаризаны Башҡортостан Республикаһының Инвестиция порталында түбәндәге һылтанма буйынса ҡалдырырға мөмкин: https://investrb.ru/ru/business/business_support/business/ йәки алдан түбәндәге телефондар буйынса яҙылырға:(34758) 2-12-35, 2-18-99, 8-937-320-30-40.
Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектына ярашлы атҡарыла.
Шулай уҡ уҡығыҙ: «Агростартап» грантына документтар ҡабул ителә.
Фото: Хәйбулла районы хакимиәте.