

«Беҙ «туғандаш Донбасс» тип әйтәбеҙ икән — был буш һүҙҙәр генә түгел. Беҙ ошо төбәк менән тығыҙ бәйләнгән. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ошо ерҙә атай-олатайҙарыбыҙ фашистарҙы ҡыйратҡан. Легендар Миңлеғәле Шайморатов етәкселегендәге 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы дошманға ҡаршы торған», — тип яҙҙы Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
«Петровский районында атлыларҙың туғандар ҡәберлегендә булғанда урындағы халыҡтың яугирҙәрҙе — Башҡортостан улдарын онотмауҙарын күреп хайран ҡалдым. Беҙ ҙә уларға изгелек менән яуап бирәбеҙ».
Йома, 4 мартта, Башҡортостандан Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларына гуманитар колонна оҙатылды.
«Ярҙам күрһәткән Башҡортостан халҡына ҙур рәхмәт белдерәм. Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларында йәшәүселәр осрашҡан ғәҙелһеҙлек, бәлә иғтибарыбыҙҙан ситтә ҡалмай. Донбаста хәлдең киҫкенләшеүе тураһында хәбәр алғас та, ҡасаҡтарҙы ҡабул итеү өсөн ике мең урын әҙерләнек. Башҡортостанда Луганск һәм Донецк республикалары халҡына Йәмәғәт ярҙамы штабы эшләй, ярҙам итергә теләүселәрҙең барыһы ла шунда мөрәжәғәт итергә мөмкин, — тине республика етәксеһе. — Колонна менән юлға сыҡҡан йөк машиналарына Донбасты нацистарҙан азат итеү өсөн көрәштә үҙ ғүмерен биргән генерал Шайморатовтың портреттарын ҡуйҙыҡ. Был юлы ла Луганск һәм Донецк ере нацизмдан мотлаҡ азат ителер. Шайморатовтың тоҡомдары үҙҙәренекен ташламай», — тип йомғаҡланы Радий Хәбиров.
https://bash.bashinform.ru/news/social/2022-03-05/radiy-h-birov-tu-andash-donbass-bush-r-gen-t-gel-2715656