ЙӘМҒИӘТ
4 Март 2022, 15:48

Башҡортостандан Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларына гуманитар ярҙам менән фуралар юлланды

  

Башҡортостандан Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларына гуманитар ярҙам менән фуралар юлландыБашҡортостандан Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларына гуманитар ярҙам менән фуралар юлланды
Башҡортостандан Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларына гуманитар ярҙам менән фуралар юлланды

4 мартта Өфөнөң «Торатау» конгресс-холы алдындағы майҙандан Донецк һәм Луганск республикаларына гуманитар ярҙам менән бер нисә фура юлланды. Аҙыҡ-түлек һәм әйберҙәр республиканың төрлө мөйөштәренән - Өфөнән, Нефтекаманан, Стәрлетамаҡтан, Сибайҙан, Асҡын, Өфө, Федоровка райондарынан килтерелде.

«Бөтәһе лә изге эшкә ҡушылды. Өләсәйҙәр консервалар, макарондар килтергән, балалар үҙ ҡулдары менән уйынсыҡтар яһаған, «Барыһы ла тамамлана һәм беҙ бергә булырбыҙ» тигән һүҙҙәр менән хат ебәргән. Кешеләр хатта яңы мендәрҙәр килтерҙе», - тип һөйләне «Берҙәм Рәсәй»ҙең Сибай бүлексәһе вәкилдәре. Ирекмәндәр килгән посылкаларҙы йөк машиналарына тейәгән.

«Ҡумталарҙа һәм пакеттарҙа -  аҙыҡ-түлек, көнкүреш кәрәк-яраҡтары, кейем-һалым, шәхси гигиена әйберҙәре. Шулай уҡ балалар аҙығы, уйынсыҡтар бар. Изге эштә республиканың бөтә райондары ла ҡатнашты», - тип билдәләне Йәмәғәт ярҙамы штабы етәксеһе, «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Руслан Насретдинов.

«Кешеләргә ярҙам итеү мөһим. Мин һәр ваҡыт, улар беҙгә туғандар, тип әйтә торғайным. Уларға беренсе йыл ғына ярҙам итмәйбеҙ, беренсе йыл ғына йөрөмәйбеҙ. Беҙ иң фажиғәле мәлдәрҙә лә эргәлә булдыҡ. Хәҙер уларҙың, ниһайәт, һуңғы һигеҙ йыл дауамында һуғышҡа бәйле ҡот осҡос хәлдәр бөтөр, тигән өмөтө бар. Беҙҙең өсөн был изге урын - унда генерал Шайморатов һәләк булды һәм ерләнде. Луганск халҡы уның ҡәберен, һәләк булған һалдаттарҙың ҡәберен ҡарай. Шуныһы ҡыуандыра - ярҙам йыйғанда мин, ғәҙәттә, бөтә предприятие етәкселәрен йәлеп итәм, ә бында халыҡ үҙҙәре йыйҙы. Беҙ, әлбиттә, тағы йыя башларбыҙ әле, унда хөкүмәт тә ярҙам итер. Ә бында - халыҡ үҙе йыйҙы. Уларға ошондай ярҙамдары өсөн рәхмәт. Был бик кәрәк. Был - иғтибар ҙа, хәстәрлек тә», - тип билдәләне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Әйткәндәй, бынан алдағы гуманитар йөк 25 февралдә Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларына юлланды, уны Башҡортостан эшҡыуарҙары йыйҙы.

 

 

фото һәм мәғлүмәт: Башинформ.

Башҡортостандан Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларына гуманитар ярҙам менән фуралар юлланды
Башҡортостандан Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларына гуманитар ярҙам менән фуралар юлланды
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас