Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
14 Июнь , 21:33

Талантлы кеше һәр яҡлап талантлы

Районыбыҙҙың иң шәфҡәтле һөнәр эйәләре һөнәри байрамын билдәләне. Тантанала медицина хеҙмәткәрҙәре үҙҙәре матур ижади концерт номерҙары әҙерләгән – улар бейене, йырланы, ҡурайҙа уйнаны, хатта үҙҙәре ижад иткән йырҙы ла башҡарҙы.

Районыбыҙҙың иң шәфҡәтле һөнәр эйәләре – медицина хеҙмәткәрҙәре район мәҙәниәт йортонда тантаналы шарттарҙа үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләне. Тантана ҡотлауҙарға һәм бүләкләүҙәргә бай булды.

Әйтергә кәрәк, табиптар үҙҙәре коллегалары һәм байрам ҡунаҡтары өсөн ижади концерт номерҙары әҙерләгән – улар бейене, йырланы, ҡурайҙа уйнаны, хатта үҙҙәре ижад иткән йырҙы ла башҡарҙы. Билдәле булыуынса, Аҡъяр үҙәк район дауаханаһы коллективы үҙ өлкәһендә генә уңышҡа өлгәшмәй, райондың йәмәғәт, спорт һәм мәҙәни тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. Быны спорт һәм мәҙәниәт өлкәһендәге уңыштары өсөн алған бөгөнгө наградалары ла раҫлай. Район мәҙәниәт йорто фойеһында шулай уҡ табиптарыбыҙ ҡулдары менән эшләнгән ҡул эштәре күргәҙмәһе ойошторолдо.

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләүсе аҡ халатлы фәрештәләр, тармаҡтың оло хөрмәткә эйә ветерандары! Һөнәри байрамығыҙ менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Йоҡоһоҙ төндәрегеҙ, ҡотҡарған ғүмерҙәр, алтын ҡулдарығыҙ һәм изге йөрәгегеҙ өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә!

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: