Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
14 Июнь , 20:53

Тәбрик һүҙҙәре – иң шәфҡәтле һөнәр эйәләренә

Медицина хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы айҡанлы район мәҙәниәт йортонда аҡ халатлыларҙы тәбрикләү тантанаһы уҙҙы.

Тәбрик һүҙҙәре – иң шәфҡәтле һөнәр эйәләренә
Тәбрик һүҙҙәре – иң шәфҡәтле һөнәр эйәләренә

Һәр йыл июнь айының өсөнсө йәкшәмбеһе – медицина хеҙмәткәрҙәре көнө! Беҙҙе төрлө бәләләрҙән ҡотҡарып, улар тормошобоҙҙоң алыштырғыһыҙ өлөшө булып тора. Изге һөнәр эйәләре көнө-төнө беҙҙең тыныслыҡты, һаулығыбыҙҙы ҡот осҡос күңелһеҙ хәлдәрҙән һаҡлай, төрлө сирҙәрҙән һәм борсолоуҙарҙан ҡотҡара.

Районыбыҙҙың иң шәфҡәтле һөнәр эйәләре – медицина хеҙмәткәрҙәре район мәҙәниәт йортонда тантаналы шарттарҙа үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләне. Сарала район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләлр буйынса урынбаҫары Роза Рәсембәтова, Үҙәк район дауаханаһының баш табибы Рәмилә Шәрипова, район ветерандар советы рәйесе Ырыҫбикә Аллағолова, район медицина хеҙмәткәрҙәренең профсоюз ойошмаһы рәйесе Гөлназ Һағынбаева изге һөнәр эйәләренә ҡотлауҙарын, матур теләктәрен еткерҙе.

Тантанала күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн  «Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау алдындағы хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән Һамар ауылы фельдшеры Елена Атландерова, «Почетлы остаз» билдәһе менән Матрай табип амбулаторияһы участка табибы Рәйфә Ҡашҡарова, «Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы» билдәһе менән Переволочан ауылы фельдшеры Ольга Фәйрушина, Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау министрлығының почет грамотаһы менән Аҡъяр үҙәк район дауаханаһы терапия бүлегенең шәфҡәт туташы Нәркәс Солтанова, Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрының Рәхмәт хаты менән Аҡъяр үҙәк район дауаханаһы терапия бүлегенең шәфҡәт туташы стерилләштереү шәфҡәт туташы Светлана Ильясова бүләкләнде. Шулай уҡ медицина хеҙмәткәрҙәре район хакимиәте, үҙәк дауахана, профкомдың Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. 

Әйтергкә кәрәк, табиптар үҙҙәре коллегалары һәм байрам ҡунаҡтары өсөн ижади концерт номерҙары әҙерләгән. Билдәле булыуынса, Аҡъяр үҙәк район дауаханаһы коллективы үҙ өлкәһендә генә уңышҡа өлгәшмәй, райондың йәмәғәт, спорт һәм мәҙәни тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. Быны спорт һәм мәҙәниәт өлкәһендәге уңыштары өсөн алған бөгөнгө наградалары ла раҫлай. Район мәҙәниәт йорто фойеһында шулай уҡ табиптарыбыҙ ҡулдары менән эшләнгән ҡул эштәре күргәҙмәһе ойошторолдо.

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләүсе аҡ халатлы фәрештәләр, тармаҡтың оло хөрмәткә эйә ветерандары! Һөнәри байрамығыҙ менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Йоҡоһоҙ төндәрегеҙ, ҡотҡарған ғүмерҙәр, алтын ҡулдарығыҙ һәм изге йөрәгегеҙ өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә!

Тәбрик һүҙҙәре – иң шәфҡәтле һөнәр эйәләренә
Тәбрик һүҙҙәре – иң шәфҡәтле һөнәр эйәләренә
Тәбрик һүҙҙәре – иң шәфҡәтле һөнәр эйәләренә
Тәбрик һүҙҙәре – иң шәфҡәтле һөнәр эйәләренә
Тәбрик һүҙҙәре – иң шәфҡәтле һөнәр эйәләренә
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: