

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, поликлиника хәҙер яңы график буйынса эшләй. Коронавирус инфекцияһының таралыуына бәйле терапевтар һәм участка табиптары ике сменала (дүшәмбе - йәкшәмбе) эшләй:
Участка табип-терапевтары ике сменалы эш графигы буйынса 07:30 сәғәттән 22:00 сәғәткә тиклем эшләй:
1-се смена - 07:30 - 15:42, тәнәфес - 14:00-15:00.
2-се смена - 14:00 - 22:00, тәнәфес - 18:00-19:00.
Участка табип-педиатрҙары ике сменалы эш графигы буйынса 07:30 сәғәттән 20:00 сәғәткә тиклем эшләй:
1-се смена - 07:30 - 15:42 (тәнәфес 12:00-13:00).
1-се смена - 09:00 - 17:12 (тәнәфес 13:00-14:00).
2-се смена - 11:48 - 20:00 (тәнәфес 16:00-17:00).
Кисектергеһеҙ ярҙам кабинеты (ашығыс ярҙам менән бутамаҫҡа!) түбәндәге график буйынса эшләй:
1-се смена - 07:30 - 14:42.
2-се смена - 14:00 - 22:00.
Кисектергеһеҙ ярҙам кабинеты өлкәндәрҙе һәм балаларҙы хеҙмәтләндерә, 89279681587 номеры буйынса кисектергеһеҙ ярҙам саҡыртыуҙар ҡабул итә.
Әгәр һеҙҙә вирус инфекцияһы билдәләре бар икән, һеҙ ситтән тороп эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын аса алаһығыҙ. Бының өсөн 89279680795 номеры буйынса иртәнге сәғәт 7-се яртынан киске 7-гә тиклем шылтыратырға, һораған мәғлүмәтте бирергә кәрәк. Һеҙҙең мәғлүмәттәрегеҙ участка табибына тапшырыласаҡ.
Коронавирус инфекцияһы таралыуына бәйле пациенттарҙы көндөҙгө стационарға ҡабул итеү, пациенттарҙы тәүлек әйләнәһенә стационарға һалыу, поликлиникала диспансеризация һәм профилактик медицина тикшереүе үткәреү туҡтатылды.