

31 ғинуарҙан Аҡъяр үҙәк район дауаханаһы поликлиникаһы ял көндәрһеҙ 7:30 - 22:00 сәғәттәрҙә эшләй. Сирҙең артыуына бәйле бөгөндән республика медицина учреждениелары яңы режимға күсте. Коронавирусҡа ҡаршы көрәш буйынса оператив штаб ултырышында ошондай ҡарар ҡабул ителгәйне. Бынан тыш, ПЦР-тикшеренеүгә анализдар ҡабул итеү ваҡыты оҙайтылды. Уларҙы 19:30 сәғәткә тиклем тапшырырға мөмкин.
Вирустың яңы штаммы таралыуы сәбәпле көндөҙгө бүлектең эше һәм диспансерлаштырыу туҡтатыла. Киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырыусылар ҙа арта. Районда 14 балаға коронавирус диагнозы ҡуйылған. Бөгөндән 2-се Аҡъяр мәктәбе онлайн уҡыу форматына күсә. Шулай уҡ 1-се Аҡъяр һәм Оло Әбеш мәктәптәрендә өс класс ошондай форматта уҡый. Бынан башҡа эш биреүселәргә хеҙмәткәрҙәрҙең бер өлөшөн өйҙән эшләүгә күсерергә тәҡдим ителде. Дәүләт һәм муниципаль власть органдарына һәм улар ҡарамағындағы учреждениеларға офистарҙа хеҙмәткәрҙәр һанын кәметеү бурысы ҡуйылды. Эпидемияға ҡаршы сараларҙы үтәү мөһим булып ҡала: йәмәғәт урындарында битлек кейегеҙ һәм социаль дистанцияны тотоғоҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!