Район гәзите 1931 йылдың 1 ноябренән башҡорт телендә «Көрәш байрағы» исеме аҫтында сыға башлай.
1938 йылдан исеме «Ҡыҙыл байраҡ» тип үҙгәртелә. 1945 йылдың июненән урыҫ телендә «Знамя победы» («Еңеү байрағы»; 1956 йылдан — «Красное знамя») исеме менән яңынан нәшер ителә башлай.
1962—1963 йылдарҙа гәзит нәшер ителмәй. 1963 йылдан мартынан башҡорт телендә «Хеҙмәт байрағы» һәм урыҫ телендә «Знамя труда» исеме менән сыға.
1991 йылда исеме «Яңы тормошҡа» тип үҙгәртелә. 2006 йылдан «Хәйбулла хәбәрҙәре» исемле үҙ аллы гәзит булараҡ сыға башлай.