

Юл йөрөү ҡәғиҙәләрен белеү, уларҙы теүәл үтәү юл-транспорт фәжиғәләрен булдырмау өсөн төп шарттар булып тора.
"Айыҡ ауыл" конкурсы сиктәрендә Оло Арыҫланғол ауылында йәшәүсе автоһәүәҫкәрҙәр юл ҡәғиҙәлен белеү, дөрөҫ боролоу, гаражға инеү, автомобилде дөрөҫ йыһазландырыу, тәү медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса һынау үттеләр.
Һөҙөмтәлә ир-егеттәр араһында хеҙмәт юлының күпселек өлөшөн "Һаҡмар" колхозында шофер булып эшләгән Усман Аралбаев иң оҫта йөрөтөүсе тип табылды.
Ә ҡатын-ҡыҙҙар араһында ауыл клубы етәксеһе, бер үк ваҡытта Әбеш почта бүлексәһендә почтальон булып эшләүсе Гөлфиә Ильясова иң оҫтаһы булып танылды. Гөлфиә Сәлмән ҡыҙы үҙенең "Калина"һында хатта ир-егеттәр шөрләп кенә йөрөгән текә Сик тауын яҙында, ҡышында ышаныслы йөрөүе менән таң ҡалдыра. Әлбиттә тормош иптәше Фуат булғанда янында ғына ултыра.
Оло Арыҫланғол ауылы автоһәүәҫкәрҙәре барлыҡ коллегаларын юл ҡәғиҙәләрен теүәл үтәргә, ашыҡмаҫҡа саҡыралар, уларҙы өйҙәрендә ғаиләләре көтә икәнен иҫтәренә төшөрәләр.
Хәйерле юлдар, барығыҙға ла!