ЙӘМҒИӘТ
8 Октября , 12:13

Бергә үткән ғүмер — үҙе ҙур бәхет

Район мәҙәниәт йортонда алтын туйҙарын билдәләгән, яҙмыш елдәренә бирешмәй, ҡулға-ҡул тотоношоп, оло тормош юлын бергә сабыр үткән күркәм һәм өлгөлө парҙар тәбрикләнде.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бергә үткән ғүмер — үҙе ҙур бәхетБергә үткән ғүмер — үҙе ҙур бәхет
Бергә үткән ғүмер — үҙе ҙур бәхет

Ярты быуат ғүмер кисергән парҙар араһында етмеш йыл бергә ғүмер итеүсе Мөхәмәт һәм Рәүфә Асьяновтар айырым урынды алып тора. Етмеш йыл бергә татыу ғүмер итеү – һөйөү һәм тоғролоҡтоң яҡты, гүзәл өлгөһө ул.

Матур ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп, шул уҡ ваҡытта намыҫлы хеҙмәт итеп, иңгә-иң терәшеп ғүмер етеү оло ихтирамға лайыҡ!

Оло юбилейҙарҙын билдәләгән парҙарҙы район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Роза Рәсембәтова, Аҡъяр ауыл биләмәһе башлығы Азамат Баҡтыбаев, ЗАГС бүлеге мөдире Ләйсән Вирясова ҡотлап,  изге теләктәрен һәм рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙеләр.

Күркәм ғаиләләргә Республика Башлығы Радий Хәбировтың, район хакимиәтенең  ҡотлау хаты һәм бүләктәре тапшырылды.

 

Мәҡәләне тулыһынса район гәзите биттәрендә уҡығыҙ.

Бергә үткән ғүмер — үҙе ҙур бәхет
Бергә үткән ғүмер — үҙе ҙур бәхет
Бергә үткән ғүмер — үҙе ҙур бәхет
Бергә үткән ғүмер — үҙе ҙур бәхет
Бергә үткән ғүмер — үҙе ҙур бәхет
Бергә үткән ғүмер — үҙе ҙур бәхет
Бергә үткән ғүмер — үҙе ҙур бәхет
Бергә үткән ғүмер — үҙе ҙур бәхет
Бергә үткән ғүмер — үҙе ҙур бәхет
Бергә үткән ғүмер — үҙе ҙур бәхет
Бергә үткән ғүмер — үҙе ҙур бәхет
Бергә үткән ғүмер — үҙе ҙур бәхет
Бергә үткән ғүмер — үҙе ҙур бәхет
Автор:Лира Такалова