ЙӘМҒИӘТ
6 Октября , 09:21

"Һаулыҡ - ҙур байлыҡ"

Йәнтеш мәҙәниәт йортонда "Һаулыҡ - ҙур байлыҡ" тип аталған түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. 

Добавить в предпочтительные источники Google
"Һаулыҡ - ҙур байлыҡ""Һаулыҡ - ҙур байлыҡ"
"Һаулыҡ - ҙур байлыҡ"

"Йәнтеш мәҙәниәт йортонда "Һаулыҡ - ҙур байлыҡ" тип аталған түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Был аҡыллы һүҙҙәрҙе боронғолар белмәй әйтмәгән. Беҙ уларҙы һәр ваҡыт иҫебеҙҙә тоторға тейешбеҙ.

Ауылыбыҙҙың хөрмәтле кешеһе, һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булған тиҙ ярҙам хеҙмәткәре, Дансыҡбаев Ринат Ғәлимйән улы "Һаулыҡ - ҙур байлыҡ" исемле әңгәмә үткәрҙе.
- Һаулыҡты һаҡлауҙы бәләкәйҙән башларға кәрәк. Көн дә бер үк ваҡытта йоҡонан тороғоҙ.Иртәнге зарядка һаулыҡ өсөн бик файҙалы. Уны саф һауала эшләү мотлаҡ. Әгәр был мөмкинселек булмаһа, зарядканы асыҡ форточка эргәһендә эшләргә кәрәк. Һалҡынса һыу менән йыуыныу ҙа кешегә көс- дәрт бирә. Иртәнге ашты һәр ваҡыт ашарға кәрәк. Ул һиңә эшкә көс бирәсәк. Эштән һуң, дөрөҫ итеп ял итеү мөһим. Саф һауала йөрөргә.

Шулай уҡ һәр саҡ табип менән каңәшләшергә, һаулыҡты һәр саҡ ҡайғыртып, диспансеризация үтегеҙ. “Үҙ аллы дауаланмағыҙ, мөһим ваҡытты үткәреп ебәрмәгеҙ”. Республикала диспансерлаштырыу тергеҙелде. “Диспансер тикшереүе барышында сирҙәр асыҡлана. Халыҡты поликлиникаға саҡырабыҙ”, ти медицина белгесе Ринат Ғәлимйән улы.

Һәр ҡатнашыусы һаулығын һаҡлар өсөн нимәләр эшләүе тураһында һөйләп үтте. Ҡыҙыҡлы фекерҙәр, тәкдимдәр ҙә яңғыраны.
Дарыу үләндәрен ауырығанда ғына түгел, профилактика өсөн дә эсеү кәрәк , тине күптәр. Һәр кем үҙе белгән рецепт менән бүлеште.
Шулай итеп, һау-сәләмәт булам тиһәң, түбәндәге кәңәштәрҙе үтәү ҙә етә икән: даими дарыу үләндәре эсеү, файҙалы ризыҡ ашау, таҙа һыу эсеү, йышыраҡ саф һауала йөрөү. Һәм, әлбиттә, күңел тыныслығы.

Барыбыҙ ҙа һау-сәләмәт булайыҡ!", - тип хәбәр итә йәнтештәр.

 

Сығанаҡ: Йәнтеш мәҙәниәт йорто

Автор: