ЙӘМҒИӘТ
27 Сентября , 17:13

Ғәлиәхмәт оҫтаһы балаларға тәжрибәһе менән уртаҡлаша

  

Ғәлиәхмәт оҫтаһы балаларға тәжрибәһе менән уртаҡлашаҒәлиәхмәт оҫтаһы балаларға тәжрибәһе менән уртаҡлаша
Ғәлиәхмәт оҫтаһы балаларға тәжрибәһе менән уртаҡлаша

Ололар әйтеүенсә, һыуҙы көйәнтә менән ташый алғансы кешенең көсө була. Ә малай һыуҙы ошо ысул менән ташый башлаһа, үҫмер ҡорона ингән тип һаналған. Һуңғы ваҡытта көйәнтәләп һыу ташыу һирәк күренеш. Күргән осраҡта ла көйәнтәне нисек эшләү тәртибен балалар белмәй тиерлек. Көйәнтәне яһау ысулын күрһәтеү маҡсатында Ғәлиәхмәт ауылында бер төркөм уҡыусылар менән Азат Байғусҡаровтың ихатаһына йыйыла.

"Азат Ихсан улы хаҡлы ялға сыҡҡансы урман хужалығында эшләгән. Улар заманында ағастан ат дуғалары, сана табандарын бөгөп яһағандар. Шуға күрә ул көйәнтәне бөгөү тәртибен бик яҡшы белә. Уҡыусылар менән әңгәмә барышында ла был турала әйтеп үтте. Шулай уҡ эш башлар алдынан инструменттар үткер булыуы тураһында аңлатты һәм үҙҙәрендә һаҡланған боронғо, ҡул менән әйләндереп эшләнә торған сары менән үткерләп тә күрһәтте. Уҡыусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙар ҙа бирҙеләр. Аҡъюл ауыл биләмәһенең инвалидтар ойошмаһын етәкләгән, өлгөлө ғаилә башлығы, айыҡ тормош алып барыусы, ауылдағы төрлө сараларҙа актив ҡатнашыусы Азат Ихсан улына ҙур рәхмәт әйтеп, уға иҫәнлек-һаулыҡ теләргә генә ҡала," - тп хәбәр итә ғәлиәхмәттәр

 

 

Ғәлиәхмәт оҫтаһы балаларға тәжрибәһе менән уртаҡлаша
Ғәлиәхмәт оҫтаһы балаларға тәжрибәһе менән уртаҡлаша
Ғәлиәхмәт оҫтаһы балаларға тәжрибәһе менән уртаҡлаша
Ғәлиәхмәт оҫтаһы балаларға тәжрибәһе менән уртаҡлаша
Ғәлиәхмәт оҫтаһы балаларға тәжрибәһе менән уртаҡлаша
Ғәлиәхмәт оҫтаһы балаларға тәжрибәһе менән уртаҡлаша
Ғәлиәхмәт оҫтаһы балаларға тәжрибәһе менән уртаҡлаша
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас