ЙӘМҒИӘТ
26 Сентября , 04:07

Нисек йәшәйһегеҙ күршеләр?

Йәнтештәр ут күршеләрен - Аҡташ һәм Атингән ауылында йәшәүселәрҙе күркәм осрашыуға саҡырғандар

Нисек йәшәйһегеҙ күршеләр?Нисек йәшәйһегеҙ күршеләр?
Нисек йәшәйһегеҙ күршеләр?

Халыҡта "Өй төҙөр алдынан күрше һайла" тигән матур әйтем йәшәй. Бөгөн күршеләрҙең хәлен белешәбеҙме? Аралашып йәшәйбеҙме, әллә һәр кем үҙ донъяһына күмелеп көн итәме? Ҡаланы белмәйем, ауыл ерендә яҡшы күршеһеҙ йәшәү бик ауыр. Һөйләшер, кәңәшләшер, күңелеңде туйғансы бушатыр, ҡайғы-шатлығыңды уртаҡлашыр кешең шул күршең инде.

Хәйер, ҡапыл йомошоң төшһә, бер семтем тоҙ, йә ҡап шырпы өсөн ете тау артында ятҡан туған-тыумасаңды йә дуҫтарыңды эҙләп йөрөп булмай ҙа инде. Шунда бар нәмәне күршеңә япһараһың. Боронғолар ҙа бит буш­ҡа «күрше хаҡы – тәңре хаҡы» тимәгәндер әле.

Йәнтеш мәҙәниәт йортонда "Нисек йәшәйһегеҙ күршеләр? " исемле матур осрашыу үтте. Бөгөн беҙҙең йортта Аҡташ һәм Атингән ауылынан ут күршеләребеҙҙе саҡырып алдыҡ. Матур итеп ҡаршы алып, аралашып, һөйләшеп, музыкаль сәләмдәр әйтеп, уйындар уйнап алдыҡ. Күршеләр әүҙем фекер алышты, үҙ тәҡдимдәрен әйтте. Берҙәм булып эшләһәк, йортобоҙ тағы ла уңайлы һәм йәмле буласаҡ тигән ҡарарға килдек. Осрашыу йылы һәм дуҫтарса мөнәсәбәттә үтте. "Оҫта ҡулдар" күргәҙмәһе ойошторолдо. Тәмле сәйҙәр, йылы осрашыуҙар йышыраҡ булһын, тип таралыштыҡ.

Нисек йәшәйһегеҙ күршеләр?
Нисек йәшәйһегеҙ күршеләр?
Нисек йәшәйһегеҙ күршеләр?
Нисек йәшәйһегеҙ күршеләр?
Нисек йәшәйһегеҙ күршеләр?
Нисек йәшәйһегеҙ күршеләр?
Нисек йәшәйһегеҙ күршеләр?
Автор:Гөлназ Ҡужина
Читайте нас