

Был көндә район мәҙәниәт йортоноң фойеһында теҙелеп киткән өҫтәлдәр бәлештәрҙән, торттарҙан, икмәк-ҡаластарҙан һәм башҡа төрлө тәм-томдарҙан һығылып торҙо. Ҡабарып бешкән хуш еҫле ҡамыр аштары – һәр табындың күрке, йәме.
Район хакимиәте башлығы Илмир Ҡотоев сараны асып, ҡатнашыусыларҙы тәбрикләне һәм изге теләктәрен еткерҙе.
Шулай уҡ фестиваль сиктәрендә «Бал йәрминкәһе» уҙҙы. Был көндө умартасылар ҙа төрлө шифалы балдарын һәм башҡа ҡортсолоҡ продукцияһын тәҡдим итте. Шифалы, хуш еҫле, татлы балдың ниндәйе генә юҡ ине, ҡатнашыусыларға йәне теләгән балды һатып алырға мөмкин булды.
Ҡул эштәренән торған күргәҙмәләр ҙә фестивалгә айырыуса матурлыҡ, күркәмлек өҫтәне.
Жюри ағзаларының баһаһы буйынса “Байрам бәлеше” номинацияһында 1-се урынға Зөлфиә Мөҡсинова, “Ғаилә торты” номинацияһында 1-се урынға Гөлсөм Фәйзуллина һәм “Иң ҙур икмәк һәм татыу ғаилә” номинацияһында 1-се урынға Ләйсән Ласкутова лайыҡ булдылар.
Мәҡәләне тулыһынса гәзит биттәрендә уҡығыҙ.