

Был Баймаҡ егет һәм ҡыҙҙарына хайран ҡалырлыҡ! Әле генә Баймаҡ егетенең бар донъяны мотоциклда урап ҡайтҡанына шаһит булған инек, әле ҡыҙҙары сит илде "яуларға" йүнәлгән. Был хаҡта "Юлдаш" радиоһы төркөмө хәбәр итә.
"Коллегабыҙ Нияз Әбелғәзиндың бер туған һеңлеһе Гөлнәрисә «тимер атында» Ҡаҙағстан илендә сәйәхәт итә.
Техника яратҡан ҡыҙ 10 сентябрҙә үк Сибай ҡалаһынан оло юлға сыҡҡан. Меңәр саҡырым араларҙы яулап, яңы тәьҫораттар йыйып йөрөгән Гөлнәрисәнең ҡыйыулығына һәм маҡсатлы булыуына хайран ҡалырлыҡ.
Афарин, Гөлнәрисә!
Хәүеф-хәтәрһеҙ сәйәхәт итеп, иҫән-һау йөрөп ҡайтыуыңды теләйбеҙ", - тип яҙған улар.
Сығанаҡ һәм фото: "Юлдаш радиоһы" төркөмө.
Автор:Карима Усманова