

Атаһы Яхъя Байғужин дауаханаға килеп, ҡатынына, улыма Сәлих тип исем ҡушырһың ти ҙә, тәүгеләрҙән булып, фронтҡа китә. Бер аҙҙан яугир ҡаты яраланып тыуған яғына ҡайтып төшә, яралары төҙәлгәс кире һуғышҡа алына. Әммә унан: «Сталинград янында ҡаты һуғыштар бара, беҙ шунда фашистарҙы дөмөктөрәбеҙ», тигән бер генә хаты килә һәм ул «хәбәрһеҙ юғалғандар» исемлегенә инә.
- Сығышыбыҙ менән беҙ Йылайыр районы Байғужа ауылынан. Ҡартатайым егәрле кеше булған, тырышып донъя көткән, ауылда мулла вазифаһын башҡарған. Ул ғаиләһе менән репрессия шауҡымынан ҡасып, тәүҙә Баймаҡ яҡтарында йәшәп ала, артабан Бүребай ауылында төпләнә. Бында ҡартатайым да, атайым да шахтала эшләгәндәр, – тип хәтирәләр ебен һүтә башланы уҙаман.
Тормош иптәше һуғыштан ҡайтмағас, әсәһе Фәрзәнә Мөхәмәтшәриф ҡыҙы тыуған ауылы Сәғиткә ҡайта. Бында ул Таштуғай ауылынан ферма мөдире булып эшкә килгән һуғыш ветераны Кинйәбулат Латыпов менән танышып, донъя ҡороп ебәрәләр. «1946 йылда һеңлем тыуғас, үгәй атайым бер ыңғайҙан мине лә үҙ исеменә яҙҙыра һәм мин Сәлих Яхъя улы Байғужиндан Латипов Сәлих Кинйәбулат улы булып киткәнмен. Берәүҙе лә ғәйепләп булмай, һуғыштан һуңғы бик ауыр йылдар, шулай кәрәк булғандыр инде. Етеш тормош эҙләп Ырымбур яҡтарында ла йәшәп алдыҡ. Бер-бер артлы ҡусты-һеңлеләрем тыуҙы, ғаиләлә баш бала булараҡ, ата-әсәйемдең төп ярҙамсыһына әйләндем. Йүнләп уҡыу ҙа эләкмәне, бик иртә ҡара эшкә егелдем. Буйға бәләкәй, арыҡ ҡынамын. Һауын һыйырҙарын көткән булам, атҡа күтәреп мендерһәләр, ҡурҡып төшә алмай, илағаным һаман да хәтерҙә. Ҡола яланда, өй йылытырлыҡ та утын табып булмай. Яйыҡ йылғаһы буйынан тал ағастарын ҡырҡып алып ҡайтам. Уныһы сей, еүеш, янмай ҡаҡшата. Шулай, ат өҫтөнән төшә алмай илап торған, тамаҡ туйҙырам тип йылғанан балыҡ тотам тип дер ҡалтырап өшөгән, бейәләйһеҙ, туңып бөткән ҡулдары менән мең ыҙа менән тал ҡырҡып торған малайҙы күҙ алдыма килтерәм дә, уны йәлләүҙән йөрәгем әрней, күҙҙәремә йәштәр төйөлә... Балалыҡ менән онотолоп, ҡушҡан эште ваҡытында башҡармаһаң язаһын биреп, иҙән аҫтындағы баҙға ла төшөрөп ебәрәләр. Өҫтә йүнле кейем юҡ, аяҡта ҡыш көнө лә эрзинкә итек. Шулай ҙа магазиндан икмәк алып ҡайтҡанымды хәтерләйем, аҡсаһын да түләмәй торғайным, эш хаҡына биргәндәрҙер инде», - тип бала саҡта күргән михнәттәрен күҙ алдынан үткәрә Сәлих Кинйәбулат улы.
Мәҡәләне тулыһынса "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 38-се һанында уҡығыҙ.