

"Айыҡ ауыл" конкурсының район этабы сиктәрендә бөгөн Ғәлиәхмәт ауылында еңел автомобилдәрҙә ярыш ойошторолдо.
"Тимер атты" йүгәнләүселәр араһында ярыш бик матур, ойошҡан рәүештә үтте. Ярышта ҡатнашыусылар араһында олоһо ла, кесеһе лә булды. Шулай уҡ ир-егеттәр менән бергә ярышта ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ҡатнашты. Башта Аҡъюл ауыл биләмәһе башлығы Илнар Айҙар улы Игебаев сығыш яһаны, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында аңлатты һәм ҡатнашыусыларға уңыштар теләне. Ауыл старостаһы Рәил Хәмзә улы Билалов аят бағышлағандан һуң, ярышҡа старт бирелде. Мауыҡтырғыс бәйгене төшөрөп алыу өсөн Аҡъярҙан телевидение лә килгәйне.
Ярыш булғас урындар, номинациялар ҙа билдәләнә. Шулай итеп "Иң йәш бәйгесе" номинацияһы Буранбаев Мораҙым Айрат улына эләкте. "Иң оло бәйгесе" номинацияһы Ҡужин Рамаҙан Шаһимарҙан улына бирелде.
Урындар иһә ошо тәртиптә булды.
1-се урын - Абдуллин Илфат Булат улы.
2-се урын - Буранбаев Мораҙым Айрат улы.
3-сө урын - Ишемғолов Рәжәп Салауат улы.
Ярыштан һуң ир-егеттәр тарафынан әҙерләнгән йылы ашҡа өҫтәлгә ултырҙылар.
Шулай итеп автомобилистар бәйгеһе үҙе бер байрамға әйләнде. Ҡатнашыусылар бүләктәр алып, тәмле аш менән һыйланып, бик ҡәнәғәт таралыштылар. Ошо байрамды ойоштороусыларға шулай уҡ ҡатнашыусыларға оло рәхмәт әйтеп, уларға иҫәнлек-һаулыҡ теләргә генә ҡала.