

Аҡъяр ауылынан Сәлих һәм Хөмәйрә Латиповтарҙың ғаилә ҡороуҙарына ярты быуаттан ашыу, 58 йыл ғүмер үтеп киткән. Әлбиттә, тормош булғас төрлө ваҡыттар, сетерекле хәлдәр булғандыр, әммә бер-береһенә оло һөйөү, хөрмәт тойғолары кисергән, бер-береһенең күҙенә генә ҡарап торған мөләйем пар уларҙы лайыҡлы үткән.
Әле лә Латиповтар, йәштәрҙән ҡалышмай, дәртләнеп донъя көтәләр, бер-береһенә терәк һәм кәрәк булып тормоштан йәм табып йәшәйҙәр. Бәхетле атай-әсәй ҡыҙҙары Гөлсирә һәм улдары Кәбирҙең ҡәҙер-хөрмәтендә, дүрт ейән-ейәнсәр, алты бүлә-бүләсәргә өлгөлө ҡартатай һәм өләсәй булып бәхетле ғүмер кисерәләр.
– Бала сағым ауыр йылдарҙа үтһә лә, хәҙерге тормошомдан ҡәнәғәтмен. Оҙаҡ йылдарҙан һуң үҙ атайымдың йөҙөн күрергә насип булды, уның фотоһүрәте бер туған ҡустыһында һаҡланған. Хәҙер ул минең бик ҡәҙерле ҡомартҡым. 9 май байрамында атайымдың фотоһын оло ғорурлыҡ менән тотоп сығам. Еңеү хаҡына ғүмерен аямаған ғәзиз кешем – йөрәгемдең түрендә, – тине сикһеҙ ғорурлыҡ менән һуғыш осоро балаһы Сәлих Латипов.
«Тормош матур, уның ҡәҙереп белеп, булмағанды булдырып, тырышып йәшәгеҙ. Хеҙмәт кешене сыныҡтыра ул. Ә ауырлыҡтар, һынауҙар ваҡытлыса ғына, уларҙы сабыр үткәреп, еңә белергә генә кәрәк», - тип йәштәргә фәһемле кәңәштәрен дә бирҙе хеҙмәт ветераны.
Мәҡәләне тулыһынса "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 38-се һанында уҡығыҙ.