ЙӘМҒИӘТ
20 Сентября , 06:10

Атингәндә һайлауҙың һуңғы көнө күңелле үтә

Бөгөн Атингән ауылы халҡы тауыш биреүҙең һуңғы көнөндә  самауыр сәйе артында йәнле аралашып, дәртле гармун  көйҙәренә бейеп, күңел асалар.

Атингәндә һайлауҙың һуңғы көнө күңелле үтәАтингәндә һайлауҙың һуңғы көнө күңелле үтә
Атингәндә һайлауҙың һуңғы көнө күңелле үтә

«Һайлауҙарҙан тик яҡшы яҡҡа үҙгәрештәр көтәбеҙ, илебеҙгә тыныслыҡ килһен, махсус хәрби операцияла йөрөгән егеттәребеҙ имен-аман әйләнеп ҡайтһындар. Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!», - тип иң изге теләктәрен дә еткерҙе улар.

Шулай уҡ йәрминкә лә ойошторолған, ауыл уңғандары нимә генә алып сыҡмаған.  Һөт ризыҡтары, көҙгө баҡса байлыҡтары, тәмлекәстәр тиһеңме,  барыһы ла бар.

Һайлау комиссияһы ла тик ултырмай, күбеһе һайлап өлгөргән булһа ла, халыҡ гражданлыҡ бурысын үтәргә килеүен дауам итә.

Атингәндә һайлауҙың һуңғы көнө күңелле үтә
Атингәндә һайлауҙың һуңғы көнө күңелле үтә
Атингәндә һайлауҙың һуңғы көнө күңелле үтә
Атингәндә һайлауҙың һуңғы көнө күңелле үтә
Атингәндә һайлауҙың һуңғы көнө күңелле үтә
Атингәндә һайлауҙың һуңғы көнө күңелле үтә
Автор:Лира Такалова
Читайте нас