ЙӘМҒИӘТ
18 Сентября , 08:10

Ғаилә менән һайлауға

Атингән ауылындағы 3209-сы һайлау участкаһында халыҡ иртә менән  тауыш бирергә килә башлаған да инде.

Ғаилә менән һайлауғаҒаилә менән һайлауға
Ғаилә менән һайлауға

Комиссия секретары Людмила Шаульская әйтеүенсә, 18-се тулған биш кеше тәүге тапҡыр һайлауҙа үҙ тауышын бирһә,  иң олоһына 95 йәш. Һайлауҙар ойошҡанлы, тыныс шарттарҙа үтә, тип белдерҙе ул.   

Атингән ауыл биләмәһе башлығы Айнур Юнысов билдәләүенсә, Атингән һәм Йәнтеш ауылында халыҡ һайлауҙың беренсе көнөнән үк әүҙем йөрөй. Халыҡ был сараның республикабыҙ мөһим икәнлеген аңлай һәм яуаплы ҡарай. «Бөгөнгөләй хәтеремдә беренсе тапҡыр һайлауға килгәнемдә миңә футболка бүләк иткәйнеләр. Шунан башлап һайлауҙарҙы ҡалдырғаным юҡ.  Һайлауға ғаилә менән йөрөргә тырышабыҙ, улдарыбыҙ Айҙар 5-се, Батыр 2-се класта тырышып, тик бишле билдәләренә генә уҡыйҙар. Улар ҙа һайлауҙың мөһимлеген белеп, илһөйәр рухлы булып үҫһендәр. Илебеҙҙең киләсәге - беҙҙең ҡулда. Һайлау көндәре имен үтһен», - тине Айнур Әбделхәй улы.

Ғаилә менән һайлауға
Ғаилә менән һайлауға
Ғаилә менән һайлауға
Ғаилә менән һайлауға
Автор:Лира Такалова
Читайте нас