ЙӘМҒИӘТ
15 Сентябрь , 07:34

Миҙхәт Мәмбәтовты күркәм юбилейы менән тәбрикләйбеҙ!

Күренекле яҡташыбыҙ Миҙхәт Әхмәтхан улы  – Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының почетлы халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре, «Халыҡтар дуҫлығы» ордены кавалеры, филология фәндәре кандидаты.

Миҙхәт Мәмбәтовты күркәм юбилейы менән тәбрикләйбеҙ!Миҙхәт Мәмбәтовты күркәм юбилейы менән тәбрикләйбеҙ!
Миҙхәт Мәмбәтовты күркәм юбилейы менән тәбрикләйбеҙ!

Ижад кешеһе өсөн үҙ китабын ҡулға алыуы, ысынлап та, ҙур бәхет ул.  Бөгөн 85 йәшлек күркәм юбилейын ҡаршылаған билдәле яҡташыбыҙ Миҙхәт Мәмбәтов ошондай ҡыуаныслы мәл кисерҙе — уның «Тәҡдир бизмәнендә — яҙмыштар» исемле  өр-яңы әҙәби-публицистик баҫмаһы донъя күрҙе.

Миҙхәт Әхмәтхан улы  – Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының почетлы халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре, «Халыҡтар дуҫлығы» ордены кавалеры, филология фәндәре кандидаты. Мәмбәт ауылында тыуып үҫкән яҡташыбыҙ баҫманы атаһы – Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһарманы Әхмәтхан Хужанияз улы һәм әсәһе – Вазифа Әһлиулла ҡыҙының яҡты рухтарына арнаған.

Китапта ырыуҙаштарының, үҙ нәҫеленең тәҡдир бизмәнендәге яҙмыштары ентекле һүрәтләнә. Автор ил һәм кеше яҙмыштарының уртаһында ҡайнай, ваҡыт сиктәрен үтеп, геройҙары менән йәнәш йәшәй, еңел булмаған тәҡдирҙәрен үҙ иңенә һала, йөрәге аша үткәрә. Публицистик мәҡәләләрҙең һутлы теле, геройҙарҙың характеры мажаралы ваҡиғалар, заман һынауҙары, яҙмыш һикәлтәләре аша сағылдырылыуы — Миҙхәт Мәмбәтовтың документаллектән художестволылыҡҡа ынтылыуын  асыҡ күрһәтә.

—Үҙенсәлекле баҫманың йөкмәтке асылы республика, Өфө ҡалаһы матбуғат сараларында, «Хәйбулла хәбәрҙәре» гәзитендә донья күргән төрлө жанрҙағы яҙмаларҙан һәм хәтирәләрҙән тора. Йыйынтыҡта уларҙы һүрәтләнгән боронғо һәм яны дәүер тарихи ваҡиғаларында аяуһыҙ һыналған көслө ихтыярлы заттарҙың ябай булмаған яҙмыштары берләштерә. Берәүҙәре иңдәренә бурыс йөкмәп, икенселәре ирекһеҙҙән тотҡон хәлендә, ҡайһылары ҡитғалар араһында аҙашҡанда ла, өмөтөн өҙмәй, ят ерҙәрҙә көн итергә мәжбүрҙәр. Мәңгелек төйәктәрен дә шунда табалар улар. Ҡаҙаҡ Йәнһары (Мәмбәт) үҫмер сағынан алып әсирлектең бар михнәттәрен татыуына ҡарамаҫтан, башҡортлокто ғүмерлеккә үҙ итә. Уның мәңгелек йорто Хәйбулла Айыулыһында. Поляк ҡатыны Вера Садовская-Смирнованың ҡәбере Аҡъярҙа мосолман зыяратында. Ә бына Граждандар һуғышы яугирҙары Ғайнан Сафин Японияла, Усман Байғужин Төркиәлә, уларҙың балалары Японияла һәм Америкала ҡала. Бөйөк Ватан һуғышы һалдаты Фәтхулла Юламанов 18 йәшендә фронтка китеп, 30 йәшендә генә, әсирлек, тотконлоҡ ғазаптарын үтеп, ата йортона ҡайтып төшә, яңынан кешесә йәшәргә өйрәнә. Ун ике йыл «юғалған» яугирҙың барыһын да аптыратҡаны — уның ҡот осҡос шарттарҙа телен һәм иманын һаҡлай алғаны. Ә бит үрҙә телгә алынғандарын кемеһелер ят мөхиттә теленән дә, ҡиблаһынан да яҙа. Телен онотһа ла, иманына тоғро ҡалғандары осрар китап менән танышҡан уҡыусыға. Әйтелгәндәргә өҫтәп, йәнә бер мөһим һығымтаға иғтибар йүнәлтеү зарур. Рәхимһеҙ ҡыйырһытылғандарҙың әсе яҙмыштары — ғүмерҙең мәғәнә-асылы хаҡында уйландырыр, ҡәҙерен һеңдерер һабаҡ та, йәшәү хаҡына көрәш өлгөһө лә. Сөнки иң ҡиммәт сифаттары — уларҙың ҡасаҡ, тотҡон хәлендә лә намыҫтарына тап төшөрмәй, сыҙам һәм ғорур кеше булып ҡалыуҙарында. Әҙәми заттың йәшәү мәғәнәһе асылда шул төшөнсәләр менән билдәләнә һәм баһалана түгелме?! Йәнә яҙмыштары ҡыйырһытылғандар менән танышҡан уҡыусы үҙ яҙмышына ла күҙ һалыр, уйланыр, бәлки... Хәтирәләрҙә геройҙарҙы һынаған, әммә һындыра алмаған ваҡиғалар яңынан бер ҡасан да ҡабатлана күрмәһә ине, тигән мәғәнә ята уй төбөндә, — ти яҙа автор инеш һүҙендә, китап уҡыусыларына мөрәжәғәт итеп.

Миҙхәт Әхмәтхан улының Хәйбулла районы шәхестәренең тормошона арналған яҙмалары үҫеп килгән быуын һәм йәштәрҙе тәрбиәләү өсөн ысын дәреслек булып тора. Әҫәрҙәрҙең барыһы ла беренсе юлдарҙан уҡ уҡыусыны тәрән йөкмәткеле сюжет һәм зауыҡлы бай әҙәби тел менән мауыҡтыра һәм күңеленең иң түренә барып үтә.   Ҡыҫҡаһы, был китап — бер ғаиләнең генә тарихы түгел. Был — тотош илдең, милләтебеҙҙең кисергән ауырлыҡтарын һәм шатлыҡтарын сағылдырған ҙур хеҙмәт.

Ошо тәрән йөкмәткеле баҫмаһы өсөн Миҙхәт Әхмәтхан улына оло рәхмәтебеҙҙе белдереп, оло байрамы – 85 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ яҡташтарығыҙ, яҡындарығыҙ тарафынан оло баһаға лайыҡ, һау-сәләмәт булығыҙ, балаларығыҙҙы, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙе ҡыуандырып йәшәгеҙ.

Миҙхәт Мәмбәтовты күркәм юбилейы менән тәбрикләйбеҙ!
Миҙхәт Мәмбәтовты күркәм юбилейы менән тәбрикләйбеҙ!
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас