ЙӘМҒИӘТ
11 Сентября , 17:17

Туған телгә күпер һалыусылар

Радий Хәбиров йәш туған тел уҡытыусылары һәм тәрбиәселәре менән осрашты.

Быйыл 8 сентябрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы буйынса илдә тәүге тапҡыр Рәсәй Халыҡтары телдәре көнө билдәләнде. Һәм шул көндәрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары, тәрбиәселәре менән осрашты.

– Күп милләтле республикабыҙ өсөн был байрам ҙур әһәмиәткә эйә. Ул тәү сиратта милли рухи берәгәйлек төшөнсәһе менән бәйле – һәр беребеҙ ни кимәлдә үҙен Рәсәй йәмғиәтенең бер өлөшө итеп тойоуы. Социологик һорау алыуҙар күрһәтеүенсә, Башҡортостанда был күрһәткес 92 процентҡа етә, был милләт-ара мөнәсәбәттәрҙең гармониялы булыуын күрһәтә, – тине Радий Хәбиров. – Шул уҡ ваҡытта беҙҙә йәшәгән төрлө милләт халыҡтары үҙ туған телдәрен өйрәнеү мөмкинлеге кеүек күрһәткестәр ҙә ошо юғары кимәл менән бергә барырға тейеш. Бер яҡтан, беҙ – Рәсәй халҡының бер өлөшө, тип һыҙыҡ өҫтөнә алам. Ә икенсе яҡтан, беҙ үҙебеҙҙең үҙенсәлеккә, милләтебеҙгә, тарихыбыҙға һәм мәҙәниәтебеҙгә эйә. Шуға күрә Рәсәй халыҡтары телдәре көнө беҙҙең өсөн бик мөһим.

Вуз-ара студенттар кампусы майҙансығында үткән сарала 140 мәктәп уҡытыусыһы, балалар баҡсаһы тәрбиәселәре һәм төбәк университеттарының профилле һөнәр студенттары ҡатнашты. Уларҙың барыһы ла 35 йәшкә тиклемге белгестәр. Һөйләшеү тел белемен үҫтереү, йәш педагогтарға ярҙам итеү, һөнәрҙең абруйын күтәреү һәм туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү өсөн һанлы технологияларҙы һәм яһалма зиһенде ҡулланыу тора.

Күп милләтле Башҡортостанда тел төрлөлөгө тәү сиратта белем биреү аша – балалар баҡсаһынан алып мәктәпкә, колледжға һәм юғары уҡыу йортона тиклем һаҡлана. Республиканың мәғариф системаһында 13 туған телде өйрәнеү ойошторолған, ә мәктәптәрҙә туған телдә уҡытыу һәм уны өйрәнеү уҡыусыларҙың 98,8 процентын үҙ эсенә ала. Башҡорт телен республиканың дәүләт теле итеп 408 мең уҡыусы һайлаған – дөйөм һандың 80,1 проценты.

Был эш ойоштороу йәһәтенән генә түгел, финанс йәһәтенән дә тәьмин ителгән. 2026 йылда Телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү дәүләт программаһына Башҡортостан бюджетынан 778,2 миллион һум йүнәлтелгән. Һуңғы йылдарҙа республиканың идара итеү командаһы ҡатнашлығында тотош инфраструктура булдырылған: полилингваль мәктәптәр һәм балалар баҡсалары, грант ярҙамы, яңы уҡыу материалдары, һанлы курстар, һөнәри конкурстар һәм педагогтарға ярҙам саралары.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән 2019 йылда башланған полилингваль белем биреү проекты бер нисә йыл эсендә мәғариф системаһының айырым йүнәлешенә әүерелде. Бөгөн беҙҙә 12 полилингваль мәктәп эшләй, уларҙа 12 меңдән ашыу бала уҡый. Полилингваль белем биреү мәктәпкәсә звенола ла үҫешә: профилле балалар баҡсалары Өфөлә һәм Стәрлебаш районында эшләй, полилингваль төркөмдәр республика муниципалитеттарында асыла.

Шул уҡ ваҡытта республика был модель сифатына инвестициялар һала. Дәүләт полилингваль мәктәптәре педагогтары өсөн хеҙмәт хаҡына арттырыусы коэффициент билдәләнгән, кадрҙарҙы маҡсатлы уҡытыу ойошторолған, 140-тан ашыу педагог махсус квалификация күтәреү уҡыуын үткәән. Шулай итеп, һүҙ айырым эксперименталь учреждениелар тураһында түгел, ә рус, туған һәм сит телдәрҙе берләштергән эҙмә-эҙлекле үҫешкән белем биреү моделе тураһында бара.

Башҡортостандың мәғариф ойошмаларында туған телдәрҙе уҡытыуҙы 8,6 меңгә яҡын педагог тәьмин итә. Шул уҡ ваҡытта система етди кадрҙар саҡырыуына дусар була: 35 йәштән кесерәк туған тел уҡытыусыларының өлөшө яҡынса 10% тәшкил итә. Башҡорт, татар һәм республиканың башҡа халыҡтары телдәре буйынса йәш белгестәр етешмәүе айырыуса һиҙелә.

Шуға күрә эштең киләһе этабы – булған уҡытыу системаһын һаҡлап ҡалыу ғына түгел, ә уға белгестәрҙең яңы быуынын килтереү. Республикала йәш педагогтарға өҫтәмәләр, туған телдәрҙә эшләгән тәрбиәселәргә түләүҙәр, полилингваль мәктәптәрҙә арттырылған түләүҙәр, Башҡортостан Башлығы гранттары һәм премиялары ғәмәлдә. 2026 йылда йәш тәрбиәселәр өсөн гранттар һаны 50-нән 75-кә тиклем арттырылды. Радий Хәбировтың йәш уҡытыусылар менән осрашыуы туған тел уҡытыусыһы һөнәрен йәштәр өсөн заманса, абруйлы һәм мауыҡтырғыс итеү кеүек ҡарарҙарҙы тикшереү өсөн майҙансыҡ булырға тейеш.

Радий Хәбиров билдәләгән эҙмә-эҙлекле алым – телде өйрәнеүгә административ мәжбүр итеү түгел, ә кеше үҙе теләгән мөхит булдырыу. Бының өсөн тел мәктәп кабинетында, әҙәбиәттә һәм фольклорҙа ғына түгел, ә хәҙерге мәҙәниәттә, социаль селтәрҙәрҙә, һанлы сервистарҙа һәм көндәлек аралашыуҙа ла булырға тейеш.

Был эштең һөҙөмтәһе һуңғы йылдарҙағы проекттар системаһында сағыла – Башҡорт теле көнө, Милли кейем көнө, Милли бейеү көнө, Ҡурай көнө, “Урал батыр” эпосы көнө, заманса белем биреү проекттары һәм конкурстар. Киләһе этаптың бурысы – мәҙәни мираҫты йәштәр көн һайын ҡулланған форматтар менән бәйләп, туған телдәрҙе йәш быуын өсөн кәрәкле итеү.

 

Эльвира АЙЫТҠОЛОВА, Дәүләт Думаһы депутаты:

– Бик йөкмәткеле осрашыу үтте, асыҡ һөйләшеү булды. Беҙҙең йәш уҡытыусыларҙың һәм тәрбиәселәрҙең Радий Фәрит улына һорауҙары бик күп ине һәм уларға бик ихлас, ентекле яуап бирелде. Айырым әйтер инем, Башлыҡ Мәғариф министрлығына күрше өлкәләрҙән килгән, үҙебеҙҙең республика балалары өсөн йәйге ял ваҡытында этнолагерь ойошторорға ҡушты. Методикилар, сәғәттә һаны тураһында айырым һөйләшеү булды. Радий Фәрит улы уҡытыусыларға үҙе лә ҡыҙыҡ һорау бирҙе: “һеҙ уҡытҡан саҡта үҙегеҙгә ниндәй маҡсат ҡуяһығыҙ һәм уға өлгәшкәс, үҙегеҙҙе нимә өсөн маҡтар инегеҙ?” Күптәр уйға ҡалды, был йәш уҡытыусылар һәм педагогтар өсөн үҙенсәлекле өйгә эш тә булды.

Балалар баҡсалары тураһында һорауҙар байтаҡ ине: төркөмдәр һанын арттырырға, яңы методикалар ҡулланырға. Йәштәр яһалма зиһен тураһында ла һораны , уларға ярҙам булырлыҡ ҡайһыларын ҡулланырға була тип ҡыҙыҡһынды.

Радий Фәрит улы был йүнәлештә оҙаҡ йылдар системаға һалып алып барған эштең һөҙөмтәһен күрергә теләй һәм уҡытыусылар менән аралашҡанда уларға ниндәй яңы алымдар кәрәк, ниндәй маҡсаттар бар тип ҡыҙыһына. Осрашыу Рәсәй халыҡтарының туған теле көнөнә арналды. Етәксебеҙ быны ҙур ҡаҙаныш тип атаны һәм, минеңсә, йыл һайын матур саралар булырға тейеш тип иҫәпләйем. Ә бының өсөн республикала шарттар бар.

Фото: Аиткулова.рф

Автор:Альфия Мингалиева
Туған телгә күпер һалыусылар
Туған телгә күпер һалыусылар
Автор:
Читайте нас