ЙӘМҒИӘТ
10 Сентября , 05:32

Ҡоҙоҡ тәртипкә килтерелде

-

Ҡоҙоҡ тәртипкә килтерелдеҠоҙоҡ тәртипкә килтерелде
Ҡоҙоҡ тәртипкә килтерелде

"Ғәлиәхмәт ауылында тағы ла бер ҡоҙоҡто кәртәләп алырға ирештек, халыҡ телендә ул «Хәкимә ҡоҙоғо» тип атала. Хужаһыҙ, ҡарауһыҙ ҡалған ҡоҙоҡтар хәүеф тыуҙыра. Балалар, мал-тыуар төшөп китеүе мөмкин. Күмеп ҡуйһаң ҡоҙоҡто ҡаҙған кешеләрҙең хеҙмәтен хөрмәт итмәгән кеүек. Өмәлә ҡатнашҡан егеттәргә оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Ғәлиәхмәт ауылының 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы төҙөкләндереү эштәре дауам итә", - тип хәбәр итә ғәлиәхмәттәр.

 

 
 
 
Сығанаҡ: Аҡъюл ауыл биләмәһе хакимиәте
 
 
 
Автор:
Читайте нас