

Зөһрә Мөхтәр ҡыҙы 1956 йылда Әҙел ауылында ишле ғаиләлә донъяға килә. 10-сы класҡа барғанда Подольск ауылына йәшәргә күсәләр. Мәктәпте тамамлағас, Таштуғай клубы мөдире булып хеҙмәт юлын башлай. Бында үҙ яртыһын осратып, Таштуғай егете Рафаил Латипов менән ғаилә ҡороп, 1974 йылдың көҙөндә ауылға килен булып төшә. Хәләл ефете менән 4 балаға ғүмер бүләк итәләр.
–Тормош иптәшем менән 14 йыл ғына бергә йәшәп ҡалдыҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бик иртә вафат булды. Балаларҙы ҡарар өсөн клуб эшенән китергә тура килде һәм ауылда балалар баҡсаһы асылғас, уның мөдире итеп тәғәйенләнеләр. Шулай итеп, мәктәпкәсә белем биреү өлкәһендә 25 йыл эшләнем. Ситтән тороп, Өфө педагогия колледжын тамамланым. Беҙҙең балалар баҡсаһы районда алдынғылар рәтендә булды. Был ваҡытта кескәй балалар күп булды. Йыл һайын яңы уҡыу йылына әҙерлек буйынса 1-се йәки 2-се урын ала инек, – тип хәтер йомғағын һүтте Зөһрә Мөхтәр ҡыҙы.
Зөһрә Латипова мәғариф өлкәһендә оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләп хаҡлы ялға сыға. Ул күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн «РФ мәғариф отличнигы» билдәһе, «Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуына 100 йыл» миҙалы, бихисап Почет грамоталары менән бүләкләнә.
Әле Зөһрә Мөхтәр ҡыҙы хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша, гөрләтеп донъя ла көтә. Ошоға тиклем мал-тыуар ҙа аҫраған. Әле мул итеп баҡса үҫтерә, ҡош-ҡорт тота. Йыл да ихатаһын гөл-сәскәгә күмә. Ҡул эштәренә лә маһир – бәйләгән, сиккән һәм теккән әйберҙәренең иҫәбе-хисабы юҡ. Ҡул эштәре менән күргәҙәмәләрҙә лә ҡатнаша ул. “Таналыҡ” совхозының картаһын да сиккән. Балалары һәм ейән-ейәнсәрҙәренең уңыштарына ҡыуанып йәшәй.
–Донъяла тиҙерәк тыныслыҡ урынлашһын. Балаларым, ейән-ейәнсәрҙәрем имен-һау булһын. Яҡындарым менән бергәләп, һәр атҡан таңға ҡыуанып, именлектә һәм сәләмәтлектә йәшәргә яҙһын, – ти Зөһрә Латипова.
Мәҡәлә тулыраҡ гәзиттең 34-се һанында.