ЙӘМҒИӘТ
9 Сентября , 04:13

”ГеоВызов” ҡатнашыусылары Ғафури районының “Алтын ҡаҙаҡ”тарын өйрәнде

IV Халыҡ-ара «ГеоВызов» геология чемпионаты студенттары милли проект сиктәрендә Ғафури районының геологик объекттарын барып күрҙе

”ГеоВызов” ҡатнашыусылары Ғафури районының “Алтын ҡаҙаҡ”тарын өйрәнде”ГеоВызов” ҡатнашыусылары Ғафури районының “Алтын ҡаҙаҡ”тарын өйрәнде
”ГеоВызов” ҡатнашыусылары Ғафури районының “Алтын ҡаҙаҡ”тарын өйрәнде

Маршруттың төп нөктәләре — 2025 йылда халыҡ-ара “Алтын ҡаҙаҡ” статусын алған “Усолка” һәм “Алыҫ Төлкәҫ” киҫелештәре.

Был урындар матур тәбиғәт күренештәре менән генә түгел, ә бөтә донъя ғалимдары өсөн глобаль йүнәлештәре менән дә билдәле. Улар “Торатау” геопаркы составына инә.

Экскурсияны уҡытыусы-гид Айрат Миңлебаев алып барҙы. Бик йөкмәткеле, файҙалы булды уның сығышы. Ҡатнашыусылар  тау тоҡомдары аша планетаның күп быуатлыҡ тарихын белде. 

Чемпионат Рәсәйҙең 19 төбәгенән һәм 13 илдән 300-ҙән ашыу студентты берләштерҙе. «ГеоВызов»тың Башҡортостанда дүртенсе тапҡыр үтеүе республикаға геология кадрҙары әҙерләү өсөн әйҙәүсе майҙансыҡ булараҡ ҡыҙыҡһыныуҙың артыуын күрһәтә.

Ғафури районының бизнес-шерифы Эдуард Талипов: «Ғафури районы мөһим ғилми-ағартыу үҙәге булараҡ үҙ ролен тағы бер тапҡыр раҫланы. Беҙҙең объекттарҙың донъя стратиграфик йүнәлештәре булып хеҙмәт итеүе һәм бөтә донъянан йәш ғалимдарҙы йәлеп итеүе - ғорурландыра», — тип билдәләне.

 

Алда ҡатнашыусыларҙы «Геройҙар уҙышы» финал һынауы көтә. 

Фото: Мария Суздальцева.

Сығанаҡ: https://mgazeta.com/news/novosti/2026-09-07/uchastniki-geovyzova-pobyvali-na-ekskursii-v-gafuriyskom-rayone-4805252

Автор:Илмир Ҡотлогилдин 

 

Автор:
Читайте нас