ЙӘМҒИӘТ
7 Сентября , 06:23

Стәрлетамаҡты үҫтереү буйынса тәҡдимдәр күп булды

Башҡортостан Башлығы ҡаланың граждандар йәмғиәте институттары вәкилдәре менән осрашты. 

Стәрлетамаҡты үҫтереү буйынса тәҡдимдәр күп булдыСтәрлетамаҡты үҫтереү буйынса тәҡдимдәр күп булды
Стәрлетамаҡты үҫтереү буйынса тәҡдимдәр күп булды

Бөгөн Стәрлетамаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров муниципалитеттың граждандар йәмғиәте институттары вәкилдәре менән осрашты. Әңгәмә барышында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү, иҡтисадты һәм социаль өлкәне үҫтереү, ҡала инфраструктураһының торошо һәм башҡа мәсьәләләр тикшерелде.

Осрашыуҙы асып, төбәк етәксеһе халыҡты Стәрлетамаҡтың 260 йыллығы менән ҡотланы һәм йәмәғәтселәр менән асыҡ һөйләшеүҙең мөһимлеген билдәләне.

Дискуссияның төп темаларының береһе хәрбиҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү, яугирҙәрҙе реабилитациялау һәм дауалау була.

– Президент ҡуйған бурыстарҙы үтәйбеҙ. Әлеге ваҡытта төп мәсьәлә – МХО-ға булышлыҡ итеү. Башҡортостан унда даими рәүештә гуманитар ылауҙар ебәрә. Төбәк яугирҙәребеҙҙе реабилитациялауға булышлыҡ итә, – тине Радий Хәбиров. – Һәләк булған яугирҙәрҙең иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса ла эште дауам итәсәкбеҙ.

Башҡортостан Башлығы хәрбиҙәрҙең тыныс тормошҡа ҡайтыуына айырыуса иғтибар бүлде.

– Беҙҙең яугирҙәр араһында аҡыллы кешеләр күп. Уларҙы яйлап дәүләт власы структураһына берләштерергә, кадрҙар резервы итеп ҡарарға кәрәк, – тине Радий Хәбиров.

Республика Башлығы шулай уҡ МХО ветерандары ассоциацияһының муниципаль бүлексәләре менән үҙ-ара эш итеүҙе нығытырға саҡырҙы, сөнки хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар үҙҙәре бер-береһен яҡшыраҡ аңлай һәм иптәштәренә һөҙөмтәлерәк ярҙам итә ала.

Иҡтисад тураһында һөйләгәндә, Радий Хәбиров Стәрлетамаҡтың Башҡортостандың эре сәнәғәт үҙәктәренең береһе булараҡ көслө позицияларын билдәләне.

– Был йәһәттән ҡала һәр ваҡыт ныҡлы һәм әүҙем, сәнәғәт предприятиелары ярайһы уҡ һөҙөмтәле эшләй, – тине республика Башлығы.

Мөһим тема – Стәрлетамаҡтың транспорт инфраструктураһын үҫтереү. Һүҙ Техник урамы буйлап авария хәлендәге юл үткәргес тураһында ла барҙы. Радий Хәбиров билдәләүенсә, был объектты ремонтлауҙың төрлө варианттары әҙерләнә, уға проект эштәре тамамланғандан һуң тотонорға мөмкин.

Осрашыуҙа ҡатнашыусылар Стәрлетамаҡтың Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә индергән өлөшөн мәңгеләштереү мәсьәләһенә лә ҡағылды. Радий Хәбиров бергәләп оптималь варианттарҙы билдәләргә тәҡдим итте.

Тағы бер мәсьәлә элекке “Салауат” кинотеатры бинаһында йәштәр йортон булдырыу перспективаһына ҡағылды. Республика Башлығы был тәҡдимде әҙерләргә ҡушты, шулай уҡ ошо башланғыс менән сығыш яһаған “Башҡортостан сода компанияһы” вәкилдәренә рәхмәт әйтте.

Халыҡ шулай уҡ төбәк етәксеһенә 3-сө ҡала лицейын ремонтлауҙы һорап мөрәжәғәт итте.

- 2030 йылға тиклем илдә мәктәптәрҙе яңыртыу программаһы дауам итә. Беҙ ошо Президент башланғысы сиктәрендә етди федераль финанслау йәлеп итәбеҙ, – тип билдәләне Башҡортостан Башлығы. – Мәктәпте ремонтлау өсөн был проектҡа инеү мөмкинлеге бар әле. Был мәсьәләне ентекләп өйрәнергә тәҡдим итәм.

Осрашыу аҙағында Радий Хәбиров, заманса саҡырыуҙар шарттарында сыҙамлыҡты һәм берҙәмлекте һаҡлау, республиканың киләсәге өсөн яуаплылыҡты иңгә алыу айырыуса мөһим, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.

– Был ҡатмарлы осорҙо үтеү өсөн беҙгә көслө һәм аҡыллы булырға кәрәк, – тине Радий Хәбиров. – Һәр кем үҙ урынында, бергәләп Башҡортостанды үҫтереү өсөн яуап бирәбеҙ. Был махсус миссия.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

 

Автор:Альфия Мингалиева.
 
 
Автор:
Читайте нас