ЙӘМҒИӘТ
2 Сентября , 04:26

Радий Хәбиров үҙенең мәктәп йылдарындағы хәтирәләре менән уртаҡлашты

Белем көнө, 1 сентябрь, тотош ил, бөтә ата-әсәләр, уҡыусылар өсөн үҙенсәлекле көн, ысын халыҡ байрамы. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге 40-сы белем биреү үҙәгендә булғандан һуң шулай тип белдерҙе.

Радий Хәбиров үҙенең мәктәп йылдарындағы хәтирәләре менән уртаҡлаштыРадий Хәбиров үҙенең мәктәп йылдарындағы хәтирәләре менән уртаҡлашты
Радий Хәбиров үҙенең мәктәп йылдарындағы хәтирәләре менән уртаҡлашты
— Мин дә иртән шундай хистәр менән уяндым, улым бөгөн өсөнсө класҡа бара. Әлбиттә, бөгөн беҙ уҡытыусыларға иң изге һүҙҙәр әйтәбеҙ, сөнки улар беҙҙең төп таянысыбыҙ, рухи башланғыстарыбыҙҙың нигеҙе. Белеүегеҙсә, Президент педагогик хеҙмәткәрҙәрҙең абруйын күтәреү тураһында указ ҡабул итте. Беҙ был указды үҫтереү өсөн үҙебеҙҙең указды ҡабул иттек, шуға күрә хәҙер уҡытыусы статусы юғары, изге статус булһын өсөн хәстәрлек күрергә кәрәк. Был бер, матди яҡҡа килгәндә, бына бөгөн мәктәп астыҡ – быйыл тиҫтәгә яҡын ошондай мәктәпте файҙаланыуға тапшырҙыҡ. Беҙҙә мәктәптәрҙе яңыртыу программаһы 2030 йылға тиклем иҫәпләнгән. Республикала төҙөкләндерелмәгән мәктәптәр ҡалмаҫҡа тейеш. Уҙған өс йылда беҙ яҡшы эшләнек. Ҡайһы бер муниципалитеттарҙа мәктәптәрҙең яртыһын тәртипкә килтерҙек. Яңы мәктәптәр төҙөйбөҙ. Бөгөн Глумилин биҫтәһендә мәктәп асылды. Яңы йылға тиклем өс-дүрт ай эсендә Нефтекама, Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалаларында өс мәктәп асабыҙ. Бер һүҙ менән әйткәндә, мәктәптәрҙең инфраструктураһын тулыһынса үҙгәртәбеҙ.
Тәүге мәктәп ҡыңғырауы асыҡ ҡына хәтеремдә ҡалмаған, тулҡынланыуҙар күп булды. Әммә кейемемде яҡшы хәтерләйем, киң генә ине. Мине нисектер тотоп алып, костюм кейҙерҙеләр ҙә ебәрҙеләр. Малайҙар һәр ваҡыт йүгерергә ярата бит инде, — тип үҙенең мәктәп йылдарындағы хәтирәләре менән бүлеште Радий Хәбиров.
Автор: АЗАТ ҒИЗЗӘТУЛЛИН.
Мәғлүмәт:https://bash.bashinform.ru/news/social/2026-09-01/radiy-h-birov-ene-m-kt-p-yyldarynda-y-h-tir-l-re-men-n-urta-lashty-4662632
Автор:
Читайте нас