ЙӘМҒИӘТ
1 Сентября , 04:23

Йылы йәйге һауа торошо оҙаҡҡа һуҙылырмы?

+27 градусҡа тиклем йылы була, ләкин оҙаҡламай ҡырҡа һыуыта... 

Йылы йәйге һауа торошо оҙаҡҡа һуҙылырмы?Йылы йәйге һауа торошо оҙаҡҡа һуҙылырмы?
Йылы йәйге һауа торошо оҙаҡҡа һуҙылырмы?

Көҙ башы йылы һауа торошо менән ҡыуандырасаҡ. Ҡайһы бер көндәрҙә термометр бағанаһы +26, +27 градусҡа тиклем күтәрелә. Синоптиктар сентябрҙең тәүге декадаһына фараз бирҙе.

“Фобос” үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, Белем көнөндә +19 градус булыуы көтөлә. 2 сентябрҙә һауа температураһы +23 градусҡаса күтәрелә.

3 сентябрҙән 5-нә тиклем көндөҙ һауа +26, +27 градусҡаса йылына.  Төндә +15-тән +20 градусҡаса булыуы көтөлә.

6 һәм 7 сентябрҙә төндә +17 һәм унан юғарыраҡ була, көндөҙ +23, +25 градус булыуы фаразлана.

Һауа температураһының ҡырҡа түбәнәйеүе ямғырҙар килеү менән – 8 сентябрҙән башлана, көндөҙ термометр бағанаһы +15 градусҡа тиклем түбәнәйә, төндә +10 градусҡаса.

Фото: Әлиә Хужәхмәтова. 

Автор:Альфия Мингалиева.
 
 
Автор:
Читайте нас