

«Бәхетлемен» тип әйткән көн
Июль башы. Ҡояштың йәйге тантанаһы иң юғары нөктәгә күтәрелгән. Ҡыҙҙырһа, өтөп ала, ямғыр яуҙырһа, һалалай итеп ҡойондора. Әгәр инде йәшен ҡамсыларын да ялтлатып ебәрһә… бөттөң, көтөп алған байрам туйың селпәрәмә килеп, халыҡтың пыран-зыран ҡайтышыуы ла бар. Әммә был көндә ҡояш Вәзәм йылғаһы буйындағы Саңҡарама тигән яланда кешеләрҙе ифрат яғымлыҡаршыланы. Уның бойороғо менән күктә берсә һибелеп, берсә тумарланып сабышҡан болоттар йә күләгә яһап дымлы һауа бөрктө, йә йәйелеп, йоҡа пәрҙә булып тартылды. Ҡояш нуры шатлыҡтан яҡтырып балҡыған йөҙҙәрҙә сағылды. Хәйбулла яғындағы Бәләкәй Арыҫланғол (халыҡ телендәге атамаһы Вәзәм) ауылы Суриндары Шәжәрә байрамына йыйылған көн шулай матур булды.
Бына килә ялан буйлап ике бабай, күҙҙәрендә осҡон, гүйә улар ике малай. Аҡһаҡалдар икеһе лә туҡһан йәшкә табан боролған. Фазылйән Айса улы менән Урал Әүхәҙи улы — икеһе лә Сурин. Етәкләшеп, таянышып, ҡултыҡлашып та китәләр, һис айырыла алмайҙар. Кире баласаҡҡа, йәшлеккә ҡайтып, бер хәсрәтһеҙ саҡтарҙы, төрлө мажараларҙы, матур ваҡиғаларҙы иҫләп, хәтерҙәре асылыуға кинәнеп йөрөүҙәре.
— Йәй буйы эшләнек колхозда, беренсе сентябргә мәктәпкә барғанда күлдәгем дә юҡ, их, күлдәк кенә бирһендәр ине исмаһам, тием, — быныһы Урал Әүхәҙи улының тауышы.
— Мин уҡымай инем әле. Колхозда субботник булғайны. Ике ҡаҙан аш бешерҙеләр. Миңә, ҙур кешегә тип, ике ҡаҙандан да аш һалып бирҙеләр. Ашауын ашаным, аҙағынан ҡыйын булды. Кискә хәтле арба аҫтында аунап, эсемде тотоп яттым. «Тағы бесәнгә киләһеңме?» — тиҙәр. «Юҡ, бүтән субботник булмаһын!» — тием. — Был иҫтәлек Фазылйән Айса улыныҡы, йәғни Айсичтыҡы. Ике ҡорҙаш рәхәтләнеп көлөшә.
Уларҙы урта йәштәгеләр рәтенә инеп барған Руслан Мусин ҡыуып етә.
— Олатайҙар, һеҙ бәләкәй саҡта Вәзәм буйында ошо тирәктәр тора инеме?
— Эйе, ошо тирәктәр ине.
— Күберәк ине, әле Вәзәмдә аҙ ҡалғандар.
— Мин Сурин Азат олатайҙан да һорағайным, ул әйтте: «Вәзәмдә етмеш йыл йәшәнем, һаман да шул уҡ тирәктәр тора», тигәйне. Улайһа, тирәк нисә йыл йәшәй икән? — тип йәш кеше һаман төпсөнә. Ошолай һораулы-яуаплы әңгәмә ҡыҙыҡлы була икән. Ҡарттар янында донъяны һорашып ултырған йәштәр булғанда йәшәү ҙә мәғәнәлерәк тойола. Ана бит, ябай ғына һорауға ла оло кеше ҡәтғи һәм етди яуап бирә:
— Тирәк мең йыл тора ул. Беҙ бала саҡтағы ағастар һаман шул көйө. Йылға буйында үҫкәнгә бирешмәй улар, — тип был хәбәрҙе төпләп ҡуя Урал ҡарт.
— Урал олатай, ғүмер буйы Удмуртияла йәшәгәнһең… Унда ҡайҙан барып сыҡтың?
— Әрме тигән хеҙмәт бар ир-егет өсөн. Армиянан һуң шунда эшкә ҡалдым, уҡыным, хужа итеп ҡуйҙылар, беҙгә тағы нимә кәрәк — тырышып эшләргә лә эшләргә!..
— Башҡортса ҡалай шәп һөйләшәһең. Онотмағанһың. Беҙҙән дә арыу һөйләшәһең бит туған телдә, «бишле» ҡуй һин уға, Айсич!.
— Ике «бишле» уға — байрам көндә! — тип йөпләп ҡуя Фазылйән Айса улы, һәм ҡарттар ҡәнәғәт көлөшә. Ә йәш кеше һаман төпсөнә:
— Урал олатай, ә һинең башҡорт икәнеңде Удмуртияла беләләрме?
— Белә, бөтә Удмуртия белә.
— Ә удмуртса беләһеңме?
— Нишләп белмәй ти? Телде белмәйенсә, алтмыш йыл буйы милицияла эшләп буламы?
— Ә нисек өйрәндең?
— Һә тигәнсе. Һөйләйемме? Былай булды. Миңә берәү әйтә, әйҙә, удмуртса өйрәтәм. Уһу, бик яҡшы, тип ҡолаҡты торғоҙҙом. «Фәлән-төгән-мөгән», тип был миңә бер-нисә һүҙ өйрәтте. Мин дәртләнеп бер ҡатын янына барып, баяғы «фәлән”де теҙеп һалғайным, тегем, итәгенә ут ҡапҡан һымаҡ сәрелдәп, миңә ташланды, саҡ күҙемде соҡоп сығарманы. Теге кеше миңә ярамаған яман һүҙҙәр өйрәткән. Шунан белдем, йәшәгән-ашаған ереңдең телен өйрәнеү иң яуаплы, иң кәрәкле эш икән. Удмурт теле башҡорт теле һымаҡ — ябай ҙа, аҡыллы ла, шаян ҙа. Тел белеү — ил белеү.
— Атайығыҙ Әүхәҙи — Сура тоҡомонан, шулаймы?
— Тап шулай! Сура улы Теләүғол, уның улы Ҡарабулат, уның улы Мөхәмәдйәр (1812 й. т.), уның улы Ҡайыпҡол (1831 й. т.), уның улы Ғәлләм (1866 й. т.), уның улы Әүхәҙи (1885 й. т.), уның улы Рамаҙан (1930 й. т.) һәм мин Урал 1939 йылда тыуғанмын.
— Әллә ҡасанғы ҡартатайҙарыңды нисек белдең?
— Һай, ана тора бит шәжәрә, иңе-буйы икешәр метр!
— Юҡ, ҙурыраҡ, ике ярымға өс метр! — быныһын Фазылйән ҡарт әйтә. Ғүмере буйы математиканан да геометриянан уҡытҡан кеше менән бәхәсләшеп тормайҙар. Урал ҡарт һүҙен дауам итә:
— Ағайым Рамаҙан Сурин — Почет билдәһе орденлы механизатор, скрипкасы, күп балалар атаһы. Вәзәм буйында Ҡабрал ҡыразы аҫтында Рамаҙан шишмәһе бар, эскәнең бармы һыуын?
— Бар, һыуы тәмле, туҡтамайынса үтмәйбеҙ.
— Улдары — бына тигән механизатор! Рәмил менән Фәнил — маладис! — эшсән улдарын Урал ҡарт маҡтап бөтә алмай. — Башҡорттарға Кутузов ҡына «маладис» тимәһен әле, мин дә әйтәмсе! — инде өсәүләп көлөшөп алалар.
— Ә әсәйегеҙ ҡайҙан? — йәш кешенең һорауы туҡтамай. Ололарға шул ғына кәрәк. Урал Әүхәҙи улы йәнә хәтирәләргә бирелә:
— Әсәйем Ғәфифә Ҡаҙанғолова — Йылайыр буйынан, Кәже ауылынан, уның атаһы Йылайырҙа райком секретаре булып торған, шул арҡала репрессиянан ҡотолоп ҡалған. Мин Вәзәмдә үҫтем, Вәзәмдән армияға киттем, 1959 йылда Удмуртияла эске эштәр министрлығы ғәскәрендә хеҙмәт итә башланым. Мин киткәндә Вәзәмдә ҡырҡ ике өй бар ине. Суриндар — ун ике өй, Күскилдиндар утыҙ өй ине, ҡалғандар бер-икешәр генә йорт хужалығы ине.
— Хәтерегеҙ бигерәк һәйбәт икән, Урал олатай.
— Белгәнде онотоу ярамай инде, бигерәк тә тыуған ауылыңды. Шундай әйтем бар: «Үткәнен онотҡан халыҡтың киләсәге юҡ». Бик хәтәр һүҙҙәр.
Һүҙгә Фазылйән Айса улы ла ҡушыла:
— Эйе, бик дөрөҫ әйттең. Хәҙер Вәзәмдә Суриндар егерме ике йорт, Күскилдиндар ете өй, шикелле. — Урал ҡарт тағы йәнләнеп китә:
— Әйҙәгеҙ, тәүҙә Вәзәмдең оло быуынын иҫкә алайыҡ… Суриндар: Ғәзиз ағай бөтә ғүмере буйы колхоздың семенной — орлоҡ игенен һаҡланы. Беҙҙең күршеләр: Хисам ағай Сурин, Айса ағай Сурин — улар гел колхоз эшен алып барҙы. Һуғыштан ҡайтҡан ағайҙар бөтә көсөн колхозға бирҙе: Байгилдин Мөхәммәт ағай, Күскилдин Зәкәриә ағай. Ил эшендә арымай-талмай эшләне Хәжи ағай, Вәли ағай, Ғабдулла ағай — уларҙы нисек онотаһың? Фронтта батырлыҡ күрһәтеп, орден-миҙалдар тағып ҡайтҡандар ҙа, ана, Шәкирйән ағай кеүек, шундуҡ колхоз тимерлегенә эшкә сумды. Һуғыштан һуңғы биш йыл буйы ауылда яман аслыҡ булды, кемдең атаһы иҫән ҡайтҡан — улар бик һиҙмәгәндер. Ә беҙҙең әсәй бер яңғыҙы өс балаһын ас үлемдән алып ҡалды. — Ҡорҙашының хәтерен Фазылйән ҡарт тағы тәрәнәйтә:
— Тап шул ил асыҡҡан йылдарҙа бер Вәзәм ауылында ғына утыҙ биш бала шытҡан иген ашап, ағыуланып үлә, хатта өлкәндәр ҙә септик ангинанан вафат була. Шул уҡ осорҙа, балаларына ашатырға дүрт йөҙ грамдан ашыу иген алған өсөн, беҙҙең ауылдан һигеҙ ҡатын төрмәгә оҙатыла. Халыҡ шулай эшкә егелә, емерек илде турайтырға кеше көсө кәрәк бит. Ике-өс ҡатын-ҡыҙ бөтөнләйгә юғала, ҡайһылары дүрт-биш йылдан ҡайта, ә Магадан ҡалаһына ебәрелгән Хәйерниса Аллабирҙе ҡыҙы ун алты йылдан һуң ғына тыуған яҡҡа аяҡ баҫа. Уның ире красноармеец Сәйфулла Күскилдин фронтта хәбәрһеҙ юғала, өйҙә ҡалған дүрт баланан бер Хәҙисә исемле ҡыҙы ғына иҫән ҡала. (Ул Артур Суриндың әсәһе, аҙаҡ Герой-әсә була. Вәзәмдә тағы ла бер Хәҙисә Сурина — Герой-әсә, ул Вәлит Мөхәмәтовтың әсәһе.) Төрмәгә киткән ҡатын-ҡыҙ шундағы үҙҙәре кеүек байғош ҡаҙаҡ, үзбәк ирҙәренә кейәүгә сығып, бала күтәреп кенә ҡайта — шунһыҙ тотҡонлоҡтан ысҡына алмай. Ә фзо-ға ебәрелгән бер көтөү ҡыҙҙарҙың яҙмышы… Ғәләмәт ыҙа сигеп, бер-нисәһе генә имен ҡайта ала. Ауылдағы эш тағы ла ауырыраҡ була: ҡыш булһа, һарыҡтан, һыйыр фермаһынан ҡайта алмай, йәй буйы баҫыуҙа билсән утауҙан ҡаҡшай. Балалар үҙҙәре үҫә, тере ҡалғаны… Беҙҙең Вәзәм ауылы тарихы буйынса тотош романдар яҙырға була. — Был хәтле иҫтәлек ташҡындарынан һуң улар бер аҙ тын тора…
— Урал олатай, ауыр заман тип тормайынса, вәзәмдәр ҡурай, мандолина, гармун уйнаған да ул… — тип йәш кеше һүҙҙе икенсегә бороп ебәрә.
— Һуу! Суриндар — көйҙөң, йырҙың оҫтаһы. Беҙҙең атай Әүхәҙи Сурин иртә вафат булған шул. Ҡулынан ҡурайы төшмәгән, тиҙәр. Етем булһаҡ та, беҙҙең йәшлек үҙе матур бит ул. Тормошто еңеләйтерлек ҡыҙыҡлы лаҡаптар, шаян таҡмаҡтар күп булды. Йәштәр дәртле булды. Ас, яланғас, ауыр заманды ла күңелле үткәрергә тырышты. Һәнәк, көрәктәрен күтәреп йырлап сығып китә, йырлап ҡайта торғайнылар. Бер ваҡыт беҙҙе Билән тауы аша Сик туғайына эшкә ебәрҙеләр. Зоя тигән ҡыҙ бик шаян ине. Минән бер йәшкә өлкәнерәк. Бер йыры иҫтә: «Ағиҙелде сыҡҡан саҡта баҫып алдым баҡаға; әйләнеп тә ҡарамайым һеҙҙең кеүек маңҡаға!» Шулай тип йырлап барҙы.
— Үәт һин уны? Нисек итеп онотаһың инде бындай һүҙҙәрҙе?! — тиеп Фазылйән ҡарт та баш сайҡай-сайҡай рәхмәтле йылмая, шунан кинәт йөҙө яҡтырып китә. — Шулай ҙа беҙҙең яҡта иң шәп йырсы Шәйхетдин ағайым булғандыр. Ул йырланы исмаһам. Уның һымаҡ бай тауышты бер ҡасан да, бер ҡайҙа ла ишеткәнем дә юҡ. Үәт исмаһам уның йырын оноторлоҡ түгел. — Әңгәмәселәр дәррәү баш ҡағып килешә. Урал ҡарт йәнә хәбәр теҙгенен эләктереп ала:
— Хәҙер мәктәптәге уҡытыусыларыбыҙҙы ла иҫкә алайыҡ. Беҙгә «2» урынына «3», «өслө» урынына «дүртле» ҡуйып, тормошта ярарлыҡ белем эстәтеп-өйрәтеп, аттестат биреп сығарған яҡшы кешеләр булды улар.
— Ҡарале, Урал олатай, әллә ниндәй һүҙҙәр беләһең?! Эстәтеп, тинеңме?
— Бәй, белем эстәү — уҡыу, өйрәнеү, тигән һүҙ. Бына тигән башҡорт лөғәте!..
— Ҡарале, «аттестат» һүҙе менән бер тамырҙыр әле, — тип йөпләп ҡуя Фазылйән ҡарт.
— Уй, олатайҙар, һеҙ ҡалай яҡшы телселәр икән дә ул, — ти Руслан.
— «Тарихты белгең килһә, телде өйрән», тигән бер аҡыл эйәһе. Уның исеме булған Зәки Вәлиди. — тип Фазылйән Айса улы һығымта яһай.
— Мәктәп шәп булды беҙҙә, Вәзәмдә лә, Әбештә лә! Насыров ағай беҙгә һәйбәт завуч булды. Алсу Абдулловна Байгилдина классный (класс етәксеһе) булды, Лоҡманова Әминә апай сит телдән уҡытты, Ҡыҙрасов Шәрифйән ағай физиканан уҡытты, ул өйләнмәҫ борон Сик ауылынан йөрөп эшләне. Бик хөрмәтле кеше мәктәп директоры Сиражетдин Нуреевич Ишемғолов булды. Уның эшен лайыҡлы дауам итте беҙҙең Фазылйән Сурин, бөтә ғүмерен мәғарифҡа арнаны, яңы таш мәктәп һалдырҙы, мең рәхмәт.
— Урал олатай, Удмуртияла эшләргә белемең етте инде, шулаймы?
— Йәш кешегә уҡыған һайын белем инеп кенә бара ул. Әйттем бит: 1959 йылдан алып өс йыл армия хеҙмәтен үттем Удмуртияла, Глазговта, шунан спецшкола МВД-ға уҡырға индем, уны тамамлағас, һәйбәт эшем булды — следователь булып эшләнем. Ситтән тороп Мәскәүҙәге Высшая школа МВД-ны уҡып сыҡтым. Ленинский районында начальник милиции, һуңғы өс йылда министерствола начальник отдела — Удмуртияның бөтә дүрт йөҙ участковыйҙарының етәксеһе булдым. Хәҙер улар ныҡ ҡыҫҡартылды. Тағы ла ни әйтәйем? Бик кәрәкле булыр һымаҡ һеҙгә ошо һүҙем. Улым, күңелеңә һалып ҡуй. Бер кәрәкмәһә, бер кәрәгер. «Кешенең бөтә ғүмере шау бәхеттән генә тормай, ләкин һәр кешенең „бәхетлемен“ тип әйткән көндәре була. Бөтәгеҙгә лә теләйем: бәхетлемен, тип әйткән көндәрегеҙ күберәк булһын.» Булдымы? Тамаҡ кибеп китте. Әйҙә, ҡыҙҙар янына барып киләйек, улар самауыр янында сәй эсәләр, беҙҙе көтәләр! Бына бөгөн — бәхетлемен. Йәгеҙ, байрам күңелле үтһен.
Ҡарттар һәр осраған берәүгә яғымлы сәләм бирә-бирә, көләс сәләмдәрҙе ала-ала Вәзәм һыуынан ҡайнатылған самауыр сәйе эсергә китте. Оло кешеләр менән рәхәтләнеп әңгәмәләшкән, әллә күпме иҫтәлектәр тыңлап күңеле булған Руслан улар артынан йылмайып ҡарап ҡалды. Вәзәм буйында тирәктәр был өсәүгә тын ғына ҡарап торҙо, иң уртала ултырған оло ағас яланды тултырып йыйылып ятҡан машиналарға, уларҙан ҡойолған кешеләргә ҡарап нимәлер тип үҙалдына бышылданы… «Бәхетлемен? Бәхетлемен…» тигән һымаҡ булды.
Шәжәрә — ул Йәнъяҙма икән
Вәзәм йылғаһына Кесе Яра һыуы ҡойған ергә саҡлы — байрам итер өсөн генә хоҙайҙан бирелгән һымаҡ иркен ерҙәр — Саңҡарама яланы, Ҡабрал һырты, Таһир үҙәге, Табан күле, Һарыҡ ятағы тигән төбәктәр — Бәләкәй Арыҫланғол ауылының әүәлге биләмәләре. Ошо яҡлап Яра һыуы буйлап Суҡайташ урман-тауҙары яғына, Таҙтүбә аръяғына сығылһа, вәзәмдәр үҙҙәрен ожмах баҡсаһында кеүек хис итә. Тәбиғәт хозурлығы өҫтөнә халыҡтың утыны, емеше, бесәне, һунары, ҡортсолоғо, көтөүлеге ошонда башлана ла Вәзәм һыуы буйлап Мәйетбар тауына, Марс утарына хәтле — ун биш саҡрымлап ерҙәрҙә иркен ята. Уң яҡлап Рамаҙан шишмәһенән һыуһыныңды ҡандыр, һул яҡлап йылға буйы еректәре күләгәһендә, тирәктәре аҫтында сәхрә күр. Суриндарҙың һәр араһы мул аш-һыу хәстәрләне. Ҡатын-ҡыҙҙар иртүк һыйыр һауғас та килеп, ҙур ҡаҙандарын сайҡатып, йылғанан таҙа һыу һоҫоп, аш һалды. Усаҡ ҡуҙын тартып, самауырын ҡайнатып, сынаяғын сылтыратып, ашының гөлөн теҙеп, үҙ табынын ҡора улар. Ә ир-ат ауылда иртүк дәррәү мәсет алдына, Бөйөк Ватан һуғышы ҡорбандарына ҡуйылған обелиск, «Вәзәм» балалар уйыны-ял баҡсаһы янына йыйылды. Мәсеттән яңғыраған илһамлы аҙан тауышы һәммә кешене ошо әкиәти алсаҡ көн менән сәләмләне.
Вәзәм ауылы ике мәсетле. Иҫке мәсет — ауыл уртаһындағы бер тарихи йорт: күпте күргән, дәрһилек мәлендә манараһыҙ ҡалып, ябылып торған, аҙаҡ мәктәп тә булған, клуб та булған, дин ҡайтҡас, яңынан мәсет булып халыҡты ҡыуандырған, бер-нисә йыл элек тышы-кәртәһе яңыртып буялып, тыштан ялтырап, эстән шалтырап тигәндәй, ултыра бирә. Әммә бер кем дә уны, кәрәкмәй, тимәй. Киреһенсә, боронғо мәсетле булыу — үҙе бер бәрәкәт, тиҙәр. Ә Күскилдин Зиннәт ағайҙың башланғысын — яңы кирбестән һалынған «Зәйнәб» мәсетен — ауылдаштары өмәләр менән төҙөп-йыйып инде. Мәсеттәрен вәзәмдәр бик ярата, байрам һайын мәсетте бүләкһеҙ ҡалдырмайҙар, һәр тантана аҙан тауышы һәм фәтихаһы менән башлана. Аллаһ йортоноң имам-хатибы Сурин Фәрит Шәжәрә байрамын да «Фәтихә» сүрәһе менән ҡотланы. Суриндарҙың тарихында указлы мулла Баһаҙәт Вәлит улы (1812 йылда тыуған) булыуы иҫкә алынды. Шунан бөтә халыҡ байрам үтәһе урынға йүнәлде.
Саңҡарама яланы биҙәге булып ҡалған йөҙйәшәр тирәк һәр кемде ҡыуанып ҡаршылай. Тирәк ышығында ҡоролған ыҡсым сәхнәнең түренә эленгән Шәжәрә әллә ҡайҙан уҡ күренеп, үҙенә саҡырып тора. Ҙур йәшел туҡымалағы Йәнъяҙма балҡып, нур бөркөп торғандай. Иң алда күҙгә бәрелгәне — 1892-93 йылдарҙа Бәләкәй Арыҫланғол-Вәзәм ауылына тәүбашлап нигеҙ һалыусыларҙың исем-шәрифтәре: Күскилдин Мөхәмәтсадиҡ Тимерғәле улы, Сурин Баймөхәмәт Әлмөхәмәт улы, Ласынов Динислам Ғайса улы, Теләүғолов Хәсән Ғәлиәкбәр улы. Түләгән тауы итәгендә тәүге йорттарҙы күтәргән егерме биш-утыҙ йәшлек ир-егеттәр, ғаилә башлыҡтары, үҙ-ара өс туған әкрәбәләр, барыһы ла — Сура олатайҙың улы Теләүғолдың улы Хәлиттең ейәндәре…
Шәжәрә уларҙың ҡайһы ырыуҙан икәнен дә һөйләй:
«Ырыуыбыҙ — Үҫәргән. Түбәбеҙ — Ҡунаҡдархан. Арабыҙ — Һарығол. Ораныбыҙ — Туҡһаба (Байғуңрат). Ағасыбыҙ — миләш. Тамғабыҙ — ҡойошҡан, һәнәк.»
Шәжәрәне төҙөүсе: Күскилдина-Сурина Тәнзилә Вәлетдин ҡыҙы. 04.06.2026.
Ғәжәп бер тойғо һәр күңелгә инә: гүйә тарих терелә, телгә килә.
Шуға күрә, һәммә кеше ошо мөғжизәне күрергә ашҡына. Тулҡынланып исемдәргә текләй: үҙен, ата-әсәһен, туғандарын, балаларын, ейәндәрен эҙләй. Улын да, ҡыҙын да табып, тыныслана. Инде байрам уғата мәғәнәле, күңелле тойола. Кеше үҙен саҡырылып килгән хөрмәтле ҡунаҡ һәм хужа итеп тоя. Шәжәрәнән бөркөлгән ата-баба рухы уға илһам бирә.
Тарихи исемлектә үҙен таба алмағандар ҙа була, уларына яҡты көн ҡараңғылана, көләс ҡояш нуры ла шатландырмай… Әсәһен юғалтҡан бала кеүек, ул шәжәрәсегә ташлана. «Мин ҡайҙа? Беҙ ҡайҙа? Табып бирегеҙ!!!» Тәнзилә Вәлетдин ҡыҙы бындай һүҙҙәрҙе байтаҡ ишетте. Ошолай ғәфләт йоҡоһонан уянғандай, туған-араһын таба алмай, тамырынан ысҡынған гөл кеүек тетрәнеп, асырғанып йөрөгән ауылдаштарын күреп, ул берсә көйөнә, берсә һөйөнә. «Заманалар, документтар төрлөсә үҙгәреп торған. Ана шулай үҙегеҙ туғандарығыҙҙы иҫкә алығыҙ, табышығыҙ. Эҙләнеү дауам итә, тулы шәжәрә алда буласаҡ», — тип вәғәҙә итә. Шәжәрәсенең Суриндарға хас егәрле, булдыҡлы һәм намыҫсан булыуын яҡшы белгән ауылдаштары яңыртылған яҙманы өмөтләнеп көтә башлай.
Сура батыр ораны
Яңы оло Шәжәрәгә фәтихә биреп, ауылдың имам-хатибы Фәрит Сурин ҡырҙағы йыйынды ла башлап ебәрҙе; «Имен-аман килеп еттегеҙ, Аллаһы тәғәләнән фәтиха һорап доға ҡылайыҡ. Эштәребеҙҙе уң итһен, ниәттәребеҙ ҡабул булһын.»
Һылыу ҡыҙҙар ҡунаҡтарға кәсәләргә ҡойолған һыуын тәҡдим итә.
«Хөрмәтле ҡунаҡтар, Вәзәм һыуынан ауыҙ итегеҙ. Тыуған яҡтарға йышыраҡ ҡайтығыҙ, атай нигеҙҙәрен ташламағыҙ, тыуған төбәкте яңыртып оялар ҡороғоҙ!» Уларҙың һүҙен Саңҡарама тирәге шыбырлап ҡабатлай төҫлө, Вәзәм тулҡындары сайпыла һымаҡ: «Ҡайтығыҙ, был ерҙәр — һеҙҙең аҫаба ерегеҙ. Ҡайтығыҙ ҙа бәхетле, тыныс донъя көтөгөҙ».
Тантаналы көй менән тамаша башлана.иФонограмма — «Шафиҡ» көйө, үҫәргәндәр гимны.
Алып барыусы: (Гөлназ Сурина) Һаҡмар буйы, Вәзәм буйы… Һәр ташы, һәр шишмәһе беҙҙең атай-олатайҙар хаҡында хәтерләй, беҙҙең дә эҙҙәребеҙ, йырҙарыбыҙ ошо төбәккә һеңеп ҡала. Ҡайҙан ғына ҡайтһаҡ та, тыуған ер беҙҙе тыны менән тартып ала, «Ни хәлдә йөрөп ҡайттың, рәхим ит, балам, ” — ти. — Эйелеп ташын ал. Ишет, ул шыбырлай: — «Һаумы, юлың уңдымы, улым?», «Хәлдәрең нисек, ҡыҙым?» — ти. Ағасын ҡосаҡла ереңдең — ата-бабаларҙың күңел йылыһын той. Йылға сылтырауын тыңла — өләсәй-әсәйҙәрҙең йырын тапшыра ул. Уларҙың фәтихәһе, мөхәббәте беҙгә килеп етә. Рәхмәт һиңә, изге тыуған ер.
Хәтер ҡапҡаларын асайыҡ. Сал тарихтан, быуаттар төпкөлөнән, өс йыҙ йыл әүәл йәшәгән, тоҡомдарына данлы исемен ҡалдырған Сура олатайыбыҙ рухы килә.
СУРА: (Риф Сурин) Әссәләмәғәләйкүм! Эй, Вәзәм халҡы, вариҫтарым, балам… Ишеткем килә тауышыңды — саф, йәш, өмөтлө өнөңдө. Күргем килә бәхетле, аяҙ көнөңдө. Ожмах мөйөшөндәй еребеҙҙә иркен йәшәйһегеҙме?
Шәжәрәмдең тармаҡтары бында йыйылғанмы? Тауыш бирегеҙ.
Сура тоҡомдары — Теләүғол, Хәлит, Баҡыян, Әлмөхәмәт, Баймөхәмәт, Шаһимөхәмәт, Мөхәмәтязар, Мөхәмәткирәй, Әхмәтғәзиз, Әхмәҙулла, Әхмәтшәриф, Айса улдары һәм ҡыҙҙары! Тауыш бирегеҙ, Шәйхетдин, Вәлетдин, Әхәт, Тәлғәт уландары һәм ҡыҙҙары! Тауыш бирегеҙ, Мөхәмәҙийәр, Ыласын, Мөхәмәтйәр балалары! (Яуаптар яңғырай.)
— Бында!.. Беҙ бар!.. Килдек!..
Алып барыусы: Үҫәргәндең ярсығы — Ҡунаҡдархан тоҡомо,
Ауыл, ауыл ултырып, Һаҡмар һыуын һыулаған,
Урал һырты Шайтантауға, Таҙтүбәгә һыйынған,
Мал аҫырап, Һаҡмарының балығына туйынған.
Арыҫланғол тоҡомдары ҡотло ауыл нигеҙләй,
Вәзәм-Сура йортон ҡорғас, халҡын ырыҫ тигеҙләй.
Дәррәү булып, эштән ҡурҡмай донъя көтә белгәндәр,
Шуға маҡтау: «Вәзәмдәр — үҙҙәре бер әҙәмдәр!»
(Ир-егеттәр алға сыға: Фазылйән Айса улы, Урал Әүхәҙи улы, Айрат менән Ғаян Шәйхетдин улы, Айҙар Вәлетдин улы, Муса менән Вафа Талғат улы, Рәмил менән Фәнил Рамаҙан улы, Рәшит Юныс улы, Фәйзулла Теләүғол улы…)
СУРА:
Ниндәй генә заң килһә лә,
Ниндәй һынау, дау елһә лә,
Берҙәм, батыр булығыҙ,
Илгә тоғро ҡалығыҙ,
Ергә хөрмәт ҡылығыҙ,
Иргә ирек ҡуйығыҙ,
Аҡыл булһын уйығыҙ.
Изге булһын уйығыҙ.
Вәғәләйкүмәссәләм!
БЕРГӘ:
Илебеҙ — Рәсәй.
Ватаныбыҙ — Башҡортостан.
Һыуыбыҙ — Һаҡмар.
Ырыуыбыҙ — Үҫәргән.
Ағасыбыҙ — Миләш.
Тамғабыҙ — Ҡойошҡан.
Ҡошобоҙ — Торна.
Ораныбыҙ — Туҡһаба!
Алып барыусы: Сура батыр аманатын тотоп, киләсәктә лә берҙәм, ил өсөн хеҙмәт менән йәшәрбеҙ, ҡыуаныслы осрашыуҙар йышыраҡ булһын. Батыр рухы тыныс булһын. Имен-һау, бәхетле йәшәгеҙ, тыуған ерҙә гөрләтеп донъя көтөгөҙ, ҡәҙерле Сура тоҡомдары.
Байрам ҡотлау
Байрам комиссияһы рәйесе Айрат Сурин тантананы башлай, ихлас ҡатнашҡандарға рәхмәт әйтеп, бүләктәр тапшыра.
Әбеш ауыл биләмәһе рәйесе Таһир Юнысов шатлығын йәшермәй, тулҡынланып телмәр тота:
«Бөгөнгө матур көндә ҡан-ҡәрҙәштәр менән осрашып ултырыуы — ҙур бәхет. Ошондай байрамдың булыуы — үҙе бер бәхет. Байрам үҙенән-үҙе барлыҡҡа килмәй. Аҡса йыйырға, шәжәрә төҙөргә, сәхнә ҡорорға, халыҡты йыйырға…
Сура олатай тоҡомдары бөтә ауылға, ярты районға, күрше Ырымбур яғында таралған. Сура батыр тоҡомо, тигән исемде алып, күмәкләп Шәжәрә байрамы үткәрәбеҙ, үҙебеҙҙең ата-бабалар менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ. Шундай тәрән тарихлы ата-бабаларыбыҙ булыуға мин шәхсән үҙем ысын күңелдән ғорурланам. Киләсәктә тағы ла күтәрелеп, матур тормоштар менән йәшәрбеҙ, тағы ла артырбыҙ, тип теләйем.
Кеше тамыры ағас тамырынан да күберәк, тиҙәр. Яңыраҡ Вәзәмдә «Күскилдиндар шәжәрәһен» үткәрҙек. Беҙҙең бөтә ара-фамилиялар Сик ауылынан — Оло Арыҫланғолдан таралғаны Ревиз яҙмаларында күренә. Ике быуат элек ул ауылда ете йөҙ кеше булған, бөгөн илле кеше йәшәй. Төрлө сәбәп менән Ишбирҙе, Вәзәм, Үрнәк ауылына күскәндәр. Район хакимиәте, ауыл советы исеменән ҡотлайым һеҙҙе, вәзәмдәр. Беренсенән, йыйындың тәрбиә яғынан әһәмиәте ҙур. Икенсенән, күпме осрашыу, яҡшы кешеләребеҙҙе таныу бик фәһемле. Салихйән Шәрипов, Урал Әүхәҙи улы Сурин һымаҡ мәртәбәле ҡунаҡтарыбыҙға рәхмәт. Уларға һаулыҡ, тыуған ерҙең һәм һауаның шифаларын теләйем.
Минең үҙемдең тамырҙарым — Суриндарҙа, Әлмөхәмәт Суриндың биш улының береһе булған Мөхәмәткирәй, уның улы Әхмәт — әсәйемдең атаһы. Тик мин уға бер ҡасан да «ҡартатай» тип әйтә алманым. Сөнки ул Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған. Әммә бөгөн, ул үҙенең етем ҡалған ғәзиз балаларын күрмәһә лә, ейәндәренең араһына ҡайтҡан кеүек. Уның исеме яҙылған Шәжәрә беҙҙе туғандарыбыҙ янына — Суриндар араһына етәкләп, йүгертеп алып килде. Рәхмәт шәжәрәселәргә! Вәзәмдәге «Батырҙарға дан» обелискында яуҙа ҡорбан булған Суриндар теркәлгән. Ибраһим, Салих, Әхмәт, Зәкир, Хисам, Йомағужа, Бәҙри һәм башҡалар… Иҫән ҡайтҡандары ла күптән беҙҙең арала юҡ, барыһының да йәне йәннәттә булһын. Рәхмәт туғанлыҡ һәм тарих ҡәҙерен белгән Вәзәм халҡына.»
Суриндарҙың танылған шәхесе, ара башлығы Фазылйән Айса улын сәхнәлә күреү һәр ваҡыт күңелгә тыныслыҡ, ғәҙеллек тойғоһо бирә. Элек-электән ауыл советы биләмәһендәге мөһим ваҡиғалар уның ҡатнашлығынан башҡа үтмәй. Боронғоса әйткәндә, мировой судья ул Фазылйән ағай. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы делегаты. Уның хаҡында һүҙ сыҡһа, иң тәүҙә «Фазылйән — аҡыл эйәһе», тиҙәр. Ауылыңда, ырыуыңда шундай ышаныслы, белемле һәм изге күңелле кешеләр күберәк булһын ине, тип теләргә генә ҡала. Фазылйән ағайҙы күптәр үҙенең ғүмерлек дуҫы, уҡытыусыһы, тоғро серҙәше, кәңәшсеһе итеп күрә. Уға оҙон ғүмер, һаулыҡ теләп, дәррәү ҡул сабып ҡаршылайҙар. Ғәҙәттәгесә, күп һөйләмәй, әммә кәрәкте генә әйтә ағайыбыҙ:
«Бөтә ветерандар исеменән, бөтә ололар исеменән ихлас ҡотлайым. Байрам бөтәбеҙҙе лә ҡыуандырһын, үҙенең тәрбиә ҡеүәһе, йөкмәткеһе, мәғәнәһе менән беҙҙе тағы ла күтәрһен ине, тип теләйем. Күпме көс һалынған был шәжәрәне төҙөүгә — хатта бер күҙ һалғандын уҡ күренеп тора. Уны әҙерләгән бөтә кешегә ҙур рәхмәт әйтер инем. Бер-бер артлы шәжәрә байрамдары үткәреүҙе хуплаған һәм юл асҡан ауыл советы етәкселегенә, ошо шәжәрәне ойоштороусы Тәнзилә һылыу Күскилдинаға, был изге эшкә уны рухландырған һәм үҙ миҫалы өлгөһөндә шәжәрә төҙөргә әйҙәгән, материал яғын үҙ өҫтөнә алған Салихйән Шәриповҡа ҙур рәхмәт әйтер инем. Тағы бик күптәр ихлас, фиҙакәр йөрөп, был байрам булһын өсөн янды, тырышты. Рәхмәт уларға.»
Йәнъяҙма-Шәжәрә байрамына ни өсөн йыйылалар? Туғандарыңды барларға. Барыһын бергә бер шәлкемдә, бер сәхнәлә күрергә. Артабан шәжәрә тармаҡтары буйынса Барлау башланды. Һәр тармаҡ үҙенсә бер төҫтә таҫмалар тағып алғайны. Бөтәбеҙ ҙә Суриндар, тиһәләр ҙә, йәшел, ҡыҙыл, күк, һары таҫмалар уларҙың ҡартатайҙар исеме менән бер-нисә фамилияға таралып йәшәүен дә аңғартты.
Әхмәтғәзиз Сурин — ырыу шәжәрәһен һаҡлаусы
Барлауҙы башлап, йәшел таҫмалылар — Әхмәтғәзиз тоҡомдары сәхнәгә тулды. Ғәзиз ҡартайҙың портретын йәш быуын Еңеү көнөндә күрә. Уны күргән-белгәндәр иҫтәлектәре менән уртаҡлаша:
«Әхмәтғәзиз Сурин — Вәзәм өсөн заманында бик ҙур роль уйнаған шәхес. Ул Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, колхоз председателе, колхоздың орлоҡ һәм аҙыҡ келәттәре мөдире. Уны бик етди, хатта уҫал, әммә ғәҙел етәксе ине, тип иҫләйҙәр. Хаҡлы ялға сыҡҡас, Ғәзиз ҡартҡа «Ревизор» тигән ҡушамат өҫтәлә, сөнки ул һәр иртә һайын улдары Шәйхетдин менән Вәлетдиндың йортон, ишегалдын, һарайын, баҡсаһын ҡарап сыға. Талапсан холҡло ҡайнылары күренеү менән килендәре Хәҙисә менән Сафура (шаян һүҙ ҡалған: «туңған ашҡабаҡтары») өйөн йыйыштырып, самауырын шажлатып ҡуя. Ҡарт сәй эсергә инмәй, әммә йорттағы бөтә етешһеҙлекте һәм һис кисекмәҫтән эшләйһе эштәрҙе төртөп күрһәтеп сыға. Ил ҡарты булған ул, ауылдаштарына, ғаиләһенә, балаларына, килендәренә ҡарата бик иғтибарлы, ярҙамсыл, кешелекле булған.
Әҙәм балаһының ысын булмышы уның эш-ғәмәлендә күренә. Әхмәтғәзиздең йәштән үк аҡыллы, төптән уйлы булыуына, бала һәм туған ҡәҙерен белеүенә замандаштары шаһит. 1898 йылда тыуған Әхмәтғәзиз 1915 йылда — 17 йәшендә ҙур егетлек күрһәтә: боронғо йола буйынса, еңгәһенә өйләнә («ливирит йолаһы» тип атала). Эш булай була: Әхмәҙулла Баймөхәмәт улы Сурин йәшләй генә вафат булғас, уның тол ҡалған ҡатыны Сәбиханы ҡәйнеше Әхмәтғәзиз Йәнтеш ауылына кире ҡайтарып ебәрмәй. Ағаһынан ҡалған ике сабый бала — Айса менән Ғилмикамал да Әхмәтғәзиздең ғаиләһенә күсә. Уның йәнә бер аҙымы күптәр өсөн ҙур тормош һабағы була: ике туған ағаһы Баймөхәмәттән етем ҡалған биш йәшлек Ғилмиямалды ла Әхмәтғәзиз үҙ ғаиләһендә тәрбиәгә ала: ҡыҙ шунда имен-һау үҫеп етеп, Бүре ауылына Шәрипов Шәкирйәнгә кейәүгә китә.
Йәнә бер аҙ ваҡыт үтеүгә Әхмәтғәзиз менән Сәбиха тағы ла бер килендәш-еңгәне һәм уның ике балаһын үҙҙәренә һыйындыра: Шәкирйән ағаһынан Кинйәбикә исемле еңгәһе тол ҡалғас, Әхмәтғәзиз уны үҙенә никахлап, өс балаһы менән өйөнә алып ҡайта. Был ваҡытта уға егерме биш булған. Ни хәтле тәүәккәллек, туғанлыҡҡа тоғролоҡ!
Ә донъялар тыныс булмай. Беренсе империалистик һуғыш, йоғошло ваба-холера һәм тиф ауырыуҙары халыҡты бик ныҡ ҡаҡшата. Октябрь революцияһы. Граждандар һуғышы, 1921 йылғы ҡот осҡос йот-аслыҡ башҡорт ауылдарын яман бөлгөнлөккә төшөрә. Өҫтәүенә шул мәлдәрҙә дингә ҡаршы аяуһыҙ көрәш асҡан коммунистар боронғо ғәрәпсә яҙмаларҙы, дини китаптарҙы юҡ итеү юлына баҫа. Ошондай сетерекле, хатта ҡурҡыныс осорҙа тап Әхмәтғәзиз Сурин — ырыуҙың шәжәрәһен һаҡлаусы булып ҡала. Уның өй ҡыйығында талдан үрелгән кәрзине тора. Кәрзин эсендә дини китаптар, ҡулъяҙма Ҡөрьән китабы ята. Ун туғыҙынсы быуатта төбәктә, Ҡунаҡдархан түбәһендә, указлы мулла булып торған Баһаҙәт Суриндың һәм башҡа уҡымышлы ҡәрҙәштәрҙең ҡомартҡылары булғандыр улар. Ҡөрьәнде, шәжәрәне, китаптарҙы һаҡлау бурысы тап Әхмәтғәзизгә йөкмәтелә. Ул ҡалған Суриндарға шәжәрәләге исемдәрҙе өйрәтергә, ятлатырға, балаларға тапшырырға тейеш була. Күргәҙмә әсбап кеүек итеп, Әхмәтғәзиздең улы Вәлетдин шәжәрәләге исемдәрҙе өй диуарына, бүрәнәһенә соҡоп яҙа. Шундай уҡ яҙыуҙар күрше йортта йәшәгән ҡәрҙәше Ғәббәс Мөхәмәтйәровтың эске стенаһында ла була. Азат менән Сәйәх Суриндар ҙа Суранан башланған төп шәжәрәне улдарына ятлата, хатта Әлмөхәмәт ҡартатайҙың исемен оноттормаҫ өсөн фамилияға алып ҡарай.
Әхмәтғәзиз ҡартатай 1976 йылда гриптан ауырып ҡапыл ғына вафат була. Уның йортонда Сафия ҡәрсәйебеҙ менән ейәнсәре Тәнзилә Вәлетдин ҡыҙы ҡала. Талдан үрелгән кәрзиндәге боронғо яҙма Ҡөрьәнде күршеләге Фәхребаныу килен һорап ала. Тиҙҙән, 1978 йылда Вәзәмгә Өфөнән археографик экспедиция килә. Республика Тарих, тел, әҙәбиәт институты ғалимдары Мирас Иҙелбаев менән Ғиниәт Ҡунафин әлеге яҙма Ҡөрьәндең биттәре араһында ятҡан уникаль документты — башҡорттоң үҫәргән ырыуының ҡулъяҙма шәжәрәһен таба һәм Институт фондына алып ҡайтып тапшыра. Был ваҡиғаларҙан һуң бик күп ваҡыт — ҡырҡ ете йыл үткәс, 2025 йылда ошо экспедиция материалдарына бер йәш ғалимә иғтибар итә. Филология фәндәре кандидаты, шәжәрә буйынса белгес Светлана Айрат ҡыҙы Искәндәрова бынан мең йыл әүәл — 1100 йылдарҙа йәшәгән Байғүнкәр бейгә барып олғашҡан баяғы боронғо яҙма шәжәрәне тәүбашлап уҡый. Был хаҡта уның яҙған мәҡәләһе «Бәләкәй Арыҫланғолда табылған Үҫәргән шәжәрәһе» тип атала һәм «Хәйбулла хәбәрҙәре» район гәзитендә, 2026 йыл июнь айының ике һанында баҫылып сыға.
Был тарихи яҙма шәжәрәне табыу Һаҡмар-Наҙарғол (Бүре) ауылында тыуып-үҫкән Салихйән Шәриповтың Сура тоҡомдары шәжәрәһен төҙөргә тотоноуы менән тап килә. (Уның әсәһе Ғилмиямал — Бәләкәй Арыҫланғол ауылына нигеҙ һалыусыларҙың береһе Баймөхәмәт Суриндың ҡыҙы). Күрәһең, ҡасандыр Салихйәндең әсәһе, аҙаҡ ул үҙе лә Әхмәтғәзиз ҡартатайҙың йортонда йыш булыуы, хатта бер-нисә йыл фатирҙа йәшәүе, аҡһаҡал менән тығыҙ аралашыуы, өй бүрәнәһенә ғәрәпсә хәрефтәр менән соҡоп-ырып яҙылған ата-бабалар исемлеген күреүе бер ҙә бушҡа булмаған.
С. Ш.Шәрипов Сура тоҡомо шәжәрәһен төҙөргә башҡа туғандарын да әйҙәй. Урал Артур улы Сурин, Тәнзилә Вәлетдин ҡыҙы Күскилдина-Сурина 1990 йылдарҙа уҡ туғандарҙы теркәй башлай һәм Салихйән ағайға ярҙам итә.
Һәм ниһайәт 2026 йылда Салихйән Шәрипов әсәһенең Вәзәмдәге туғандарын — Суриндарҙы барлап, яңы шәжәрә төҙөттө. Был эшен ул ырыу шәжәрәһе һаҡсыһы Әхмәтғәзиз Сурин ҡартатайҙың яҡты иҫтәлегенә арнаны. Салихйән Шәрипов төҙөткән ҙур шәжәрә (2 метрға 1,5 метрлы баннер) шулай уҡ Саңҡарама яланында бөтә кеше ҡарамағына ҡуйылды, аҙаҡ Вәзәм ауыл мәҙәниәт йортона бүләк ителде. Бынан тыш ул шәжәрә бейджик һәм брошюра рәүешендә таратылды, ә тулы электрон варианты флешкалар менән Әбеш ауыл советына, шәжәрә төҙөүселәргә, ауыл мәҙәниәт йортона, китапханаға, райондың тыуған яҡты өйрәнеү музейына өләшеп бирелде.
Салихйән ағай Шәриповтың яңы шиғырҙар китабы, фотокартиналары, фотоальбомдары ауыл мәҙәниәт йортона тапшырылды, уларҙы алып уҡырға мөмкин.
БЕССМЕРТИЕ
Я не пришёл из Ниоткуда
И не уйду в Никуда…
В этом грешном мире
Мы лишь отражение
В детях своих,
В детях своих.
Я не пришёл из Ниоткуда
И не уйду в Никуда,
В моём теле неугомонном
Течёт кровь предков дальних.
Во внуках и потомках
Я узнаю себя,
Я узнаю себя.
Я не пришёл из Ниоткуда
И не уйду в Никуда,
То, что не успел
В этом бренным мире,
Успеют внуки,
Успеют внучки.
Я жмву во мгновениях
Между прошлым и будущим.
Если останусь в памяти
Внуков и близких —
Это значит — я бессмертен,
Бессмертие есть. (Салихьян Шарипов, 1990 год, Буре-Нягань)
Әхмәтғәзиз ҡартатайҙың Сәбиха ҡәрсәйҙән тыуған өс улы була, тағы ла Кинйәбикәнән ҡыҙы Мәрфуға тыуа. Оло улы Әхмәтғәлим Бөйөк Ватан һуғышы ғәрәсәтен, пограничник булараҡ, Белосток ҡалаһында ҡаршылай һәм һәләк була. Йырсы, шаян, үткер егет Әхмәтғәлим хаҡында Һаҡмар буйында моңһоу иҫтәлектәр оҙаҡ йылдар йәшәй, Суриндар һаман да «Исемһеҙ полк» сафына уның портреты менән баҫа. Әхмәтғәзиздең улдары Шәйхетдин менән Вәлетдин бухгалтерлыҡҡа уҡый. Шәйхетдин утыҙ биш йыл буйы Әбеш сельпоһы товароведы, баш бухгалтеры һәм һатыусыһы булып эшләй. Уның оҫта балыҡсы, һунарсы булыуы билдәле, ә иҫ киткес йыраусы булыуы үҙе бер хазина ине. Башҡорт йырын башҡарыусылар араһында «Һаҡмарҙың түбәнге ағымы тембры» тип айырым билдәләнгән һәм уның һирәк осрай торған моңло тауышы Һаҡмар, Вәзәм буйҙарына яғылып ҡалған. Шәйхетдин ҡатыны Хәҙисә Сәйфулла ҡыҙы менән ун балаға ғүмер бирә (үҙе гел «Мать-героиня, отец-молодец» тип шаяртты), өс улы, ете ҡыҙы юғары белемле. Вәзәмдә төпләнгән улдары Айрат — ауыл советында, Ғаян райондың урмансылыҡ инспекцияһы етәксеһе булып эшләй. Оло улы Артур Сурин — Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Өфөлә педколледж директоры, Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры урынбаҫары вазифаһын башҡарҙы. Дәүләт архивы белгестәре ярҙамында Артур Сурин да 2001 йылда Сура ҡартатайҙан башланған ҙур Шәжәрә төҙөтә һәм уны туғандарына бүләк итә. Тимәк, «Суриндар — шәжәрәле ҡәүем», тигән һүҙ Әхмәтғәзиздең һәр улы-ҡыҙына ҡағыла.»
Суриндар — шәжәрәле ҡәүем
Был йыйындың төп шәжәрәсеһе Тәнзилә Күскилдина-Сурина ырыуҙаштары алдында ҙур ихтирам ҡаҙанды. Әхмәтғәзиз ҡартайҙың тәрбиәһендә үҫкән, уның туранан-тура вариҫы, аманатының эйәһе булараҡ, ул йәш быуынға былай тине:
«Был байрам күптән кәрәк ине, сөнки беҙҙең ауылда йәшәүселәр күбеһе — Сура тоҡомдары. Мин был шәжәрәне туҡһанынсы йылдарҙан бирле уйланым, былтыр Салихйән ағай үҙенең әсәһе яғынан шәжәрәһен төҙөргә ныҡлап тотонғас, мин дә ҡушылдым. Мин төҙөй башлаған шәжәрәгә иң башта Сураның улы Хәлит, унан тыуған Теләүғолдан таралған кешеләр инде. Әлмөхәмәттең улдарынан тыш, Мөхәмәткирәй, унан һуң Мөхәмәтьяровтарҙы эшләнем, тағы ла Ласыновтар — барыһы ла Сураға барып тоташа булып сыҡты. Әле ҡуйылған шәжәрәгә туғыҙ йөҙ илле кеше ингән. Минеңсә, Сура тоҡомдарының бында ундан бер өлөшө генә яҙылғандыр, әле беҙ белмәгәндәре күп, тимәк, уларҙы асыҡлайһы бар. Өс быуат элек йәшәгән Сураның донъяла ҡалған эҙе, даны, тоҡомо шул тиклем мәшһүр, күп һанлы булыр, тип көтмәгәйнем. Тимәк, оло ҡартайыбыҙ Сура — Аллаһының яратҡан бәндәһе. Был бик ҡыуаныслы, тулҡынландырғыс, ҡыҙыҡлы эш. Ғәжәп асыш бит: Кәримовтар ҙа, Мөхәмәтйәровтар ҙа, Юнысовтар ҙа — барыбыҙ ҙа Сураға барып тоташабыҙ. Мөхәмәтов Вәлит ағайҙың әсәһе яғынан шулай уҡ Сурина. Уның өсөн дә махсус эҙләнеү кәрәк булды. Теләүғоловтар араһы бик ҙур, миңә байрам алдынан уларҙан бер-нисә кеше мөрәжәғәт итте, һәр кем үҙенең тамырҙарын асыҡларға теләй. Вәзәм халҡы шулай ул: юғары маҡсатлы ауылдаштарыма, йәштәргә һоҡланам. Тимәк, улар үҙ тормоштары, яҙмыштары өсөн яуаплы. Бөгөн оло шәжәрәнең һәр йортҡа ҡуйырлыҡ бәләкәсәйтелгән формаһын эшләргә йыйынабыҙ. Бер метрға һикһән сантиметр менән алһаҡ, исемдәрҙе уҡырлыҡ шрифт ҡуйып була.
Ауылымдың шәжәрә төҙөүсеһе булараҡ, ихлас күңелдән шуны әйтер инем: йәштәребеҙ шәжәрәле, тамырлы булһын, тимәк, тыуған ерҙең хужалары булып бәхетле, тыныс ғүмер итһен. Шәжәрә байрамы — ул тарихты белеү, тыуған ерҙе таныу. Беҙҙең ауылдың тирәһендәге ер-һыу атамаларында ҡасандыр бында көн иткән ата-бабалар тауышы ҡалған. Ана тора тауҙар — Таҙтүбә, Парапал, ана Таһир үҙәге, Хисмәт сабыны… Беҙ атайҙар менән бесән эшләшеп йөрөп, уларҙы яҡшы беләбеҙ. Беҙҙең балалар ҙа был исемдәрҙе белә. Әммә балаларыбыҙҙың балалары — ейәндәребеҙ был исемдәрҙе бөтөнләй белмәй. Тимәк, һәр кем үҙ тоҡомдарына өйрәтергә, аңлатырға тейеш. Юғиһә, улар тарихты юғалтыусы булып ҡалыр. Беҙ шәжәрәне яҙып алған саҡта кем, ҡайҙа, ниндәй кеше булған, ни эш ҡалдырған — күбеһен белмәнек… Тимәк, ололар һөйләгән тарих ишетелмәгән, ололар белгән онотолған… Шәжәрәле Сура ҡәүеме булараҡ, беҙҙең бурыс — тарихи йөкмәткеле, тулы ҡанлы шәжәрәне белеү. ”
Тәнзилә Күскилдина-Суринаның һүҙен ҡеүәтләп, артабанғы сығыштарҙа оло быуындың рухи мираҫына тағы ла нығыраҡ иғтибар артты.
Алюмин сәйгүн тышындағы хәрефтәр
Әхмәтғзиз менән бер туған Әхмәтшәриптең тармағы ла күп килгәйне. Вәзәмдең абруйлы эшсән уҙамандары — Сурин Сәйәх, Азат, Гәүһәрҙең балалары районда һәм күрше төбәктәрҙә йәшәй. Бөтә яҡындарын әйҙәп алып килеүсе Рәғиҙә ойоштороу комиссияһында әүҙем эшләне.
Йәшел таҫмалы был тармаҡ исеменән йәмәғәтте сәләмләп, Риф Азат улы Сурин һүҙ алды: «Ҡартатайым Сурин Әхмәтшәрип Шаһымөхәмәт улы тармағы сәхнәгә йыйылғансы, мин дә һүҙ әйтәйем. Беренсенән, Суриндарҙың ҙур йөкмәткеле дөйөм Шәжәрәһен асыҡлап, берҙәм байрамын яҡшы ойошторған кешеләргә рәхмәтем ҙур. Һеҙгә Аллаһының рәхмәте яуһын, бер ҡасан да аҡыл ҡеүәтегеҙ кәмемәһен, ҡул көсөгөҙ әрәм китмәһен. Икенсенән, шәжәрә әйтеүенсә, күбебеҙ ҡоҙа-ҡоҙағый, хатта ҡан туғандар икән. Был хәлгә бығаса артыҡ иғтибар бирмәгәнбеҙ. Шулай ҙа белгән кешеләр белде ул. Затты, тамырҙы таныу, тәғәйен белеү бөгөн айырыуса мөһим, сөнки беҙҙең ауылдаштар сит тарафтарға тарала, боронғо тамырҙарҙы юғалтыуы бер ни түгел.
Минең атайым Азат Әхмәтшәрип улы Сурин ябай колхозсы булды, көнө-төнө малсылыҡта эшләне. Көтөү көткәндә мин дә уның менән күп сыҡтым. Усаҡ яғып, сәй ҡайната торған алюмин сәйгүнебеҙгә атайым бысаҡ менән соҡоп ниндәйҙер хәрефтәр яҙа. С, Б, Ә, Ш… Нимә яҙаһың, тиһәм, «Был беҙҙең шәжәрәбеҙ, донъя нисек болғанһа ла, ата-бабаны оноторға һис ярамай, тием, боронғо ҡартатайҙарыбыҙҙың исемдәрен һәр береһенең баш хәрефтәрен булһа ла тамғалап яҙам әле», — тине. Суриндарҙың үҙ шәжәрәһен яҙырға һәм һаҡларға тигән изге ынтылышының бер күренеше булғандыр был мәл. Бәлки, исемдәрҙе ҡайсаҡ яңылыш ишетеп йә хаталыраҡ ятлап та ҡуйғанмындыр, әммә атайымдың миңә бәләкәй саҡта уҡ шәжәрә өйрәтеүенә рәхмәтлемен, шәжәрәгә ихтирам һәм тоғролоҡ тәрбиәләүе өсөн ҡыуанам. Нисәнселер йылда беҙҙең Хәйбулла район гәзите Шәжәрә тураһында яҙмаларға конкурс иғлан итте. Үҙебеҙҙең шәжәрә хаҡында шиғыр яҙҙым да ебәрҙем, һәм беренсе урынды алырға насип булды. Яҙғаным атайым һөйләгәнсә, ә шаяртыуым үҙемсә булып сыҡты. Сәлимә еңгәй Байгилдина бүләген дә алып килеп бирҙе.
Һеҙгә лә уҡып ишеттерәйем. Тыңлағығыҙ килеп ултыраһығыҙҙыр.
Борон-борон заманда, атаман кәзә булғанда,
Йәшәгән, ти, ауылда Сура исемле бабай;
Улы булған Суфыян һәм ейәне Баҡыян;
Йылғалар аға торған, йылдар ҙа үтә торған.
Баҡыян ир еткән, ти. Кәләш алырлыҡ булған.
Бик һылыу ҡыҙҙы яусылап, ғүмерлеккә яратып,
Ергә нурҙар таратып, Ул өйләнеп тә ҡуйған.
Ҡатыны менән унда булған бик ҙур мөхәббәт,
һәм шул мөхәббәт емеше — улдары Әлмөхәмәт.
Көндәр үткән, йыл үткән, Әлмөхәмәт ир еткән,
Башҡа ҡәрҙштәәре кеүек, иле өсөн тир түккән.
Матур ҡыҙға өйләнеп, донъя ҡорғас айырым,
Тыуған матур улына исем ҡушҡандар — Шаһым.
Шаһым да шәп ир булған. Кәләш алып ҡыуанған,
Һәм уларҙан Әхмәтшәрип исемле малай тыуған.
Әхмәтшәрип буй еткереп, мал-тыуарын ишәйтеп,
Арыу ғына өй һалып, кәләш алып ебәргән.
Ә инде уның улы — минең атайым Азат.
Уның улы — мин торамын, һеҙгә туп-тура ҡарап.
Үҙ сиратымда, минең дә бик матур малайым бар,
Алла бирһә, донъялар имен булһа, ейәндәрем дә булыр. Иншаллаһ!
Ошондай шиғыр яҙып ебәргәйнем ваҡытында, хәҙер һеҙ ҙә ишеттегеҙ.
Рәхмәт тыңлауығыҙға. Баш эйәмен байрамға, оло Шәжәрә туйына.
Риф Азат улы булам, арҙаҡлы Сура ҡартайға туғыҙынсы быуын улан!
Хәҙер белдек оло шәжәрә сылбырын: «Сура-Теләүғол-Хәлит-Баҡыйән-Әлмөхәмәт-Шаһымөхәмәт-Әхмәтшәрип-Азат-Риф- улдарым Венер менән Ирәндек!» Әлхәмделиллаһ, тиәйек.
Шәжәрәгеҙҙе дауам итегеҙ, бер ҡасан да өҙмәгеҙ. Өҙҙөрмәгеҙ!»
Риф Суриндың сығышына халыҡ ныҡ ҡәнәғәт ҡалды: һоҡланып, баш сайҡап, ҡыуанып рәхмәт уҡынылар. Хәләл ефете Гөлназ килен менән бергә «Һин генә» йырын башҡарып, байрамды күтәрҙеләр.
Вәзәмдең легендар ағинәйе Нәғимә инәйҙең бүләһе Ильяс Сурин башҡарыуында «Башҡорт егеттәре» бейеүен халыҡ сикһеҙ яратып, беренсе тапҡыр күргәндәй, тын да алмай ҡараны, оҙаҡ алҡыштарға күмде. Күктәге ҡояш һәр йөрәккә, һәр ҡарашҡа тулған бәхет сатҡыларын яҡтыртты.
Скрипка, мандолина, гармун уйнау оҫталары
Сәхнәгә Әүхәҙи тармағы менде, улар һары таҫма таҡҡан, сәхнәгә һыймай олоһо-кесеһе тарих тыңларға һәм йырларға әҙер. Әле гармун, әле мандолина моңдары сәселеп китә. Арҙаҡлы Рамаҙан Суриндың скрипка тауышы ғына етмәй. Вәзәмдең йәйге кистәрен сыңлатып, ҡапҡа төбөнә сығып скрипка уйнауы юҡһындыра. Ундай йәмде онотоп буламы ни?
Сәхнәгә Өфөнән килгән профессиональ Колледж уҡытыусыһы Мөхәмәтов Вәлит сыға һәм ҡотлау һүҙҙәренә ҡушып бүләктәрен тарата:
«Хәйерле көн, хөрмәтле ауылдаштар! Әүхәҙи тармағынан булам. Әүхәҙи Суриндың ағаһы Ғәлләм булған, уның ҡыҙы Хәҙисәнең улымын, беҙҙең әсәй — ун ике бала тапҡан Герой-әсә. Әсәйҙәребеҙҙең, атайҙарыбыҙҙың рухтары шатланһын, тип ошо ил туплау, туған барлау эшенә тотонғанһығыҙ, Өфөлә ятһаҡ та, беҙҙең теләктәр һәм изге уйҙар һеҙҙең менән булды. Ошо берҙәмлек менән яҡты халыҡ байрамына — бөгөнгө тантанаға килеп еттек, рәхмәт яуһын һәммәгеҙгә. Беҙҙең халыҡ дәррәү, етеҙ бит ул. Һәр ваҡытта иген игеү, бесән эшләүҙә, субботникта вәзәмдәрҙең эше ырамлы.
Дәрәжәле байрамда йөрөйбөҙ бөгөн. Иң ҡәҙерле байрам. Теләгем: гел булмағанда ла йыш ҡабатланһын, йыл да үткәрелә торған изге йолаға әйләнһен. Вәзәмдәр — үҙҙәре бер әҙәмдәр. Әйтһәләр, кәрәк нәмәне үҙҙәренсә эшләй ҙә ҡуя улар. Боронғо ҡулъяҙмаға ялғап, заманса шәжәрә төҙөү идеяһы өсөн һәм финанс ярҙамы өсөн Сәлихйән ағай Шәриповҡа ҙур рәхмәт. Ойоштороу эштәре ситтән ҡараған кешегә генә күңелле булды. Ауыл советы рәйесе Таһир Мөғлөтдин улы, уңған килен Гөлназ Ғамир ҡыҙы ал-ялды белмәнеләр, ундайҙар хаҡында, шайтандың үҙен эшкә егә торған ынтымат кеше, тиҙәр. Һәм йәнә бер фиҙакәр йәнле Сура тоҡомо дан алды, ул — ете төндә уятһаң да, бөтә ауылдың тоҡом-тамырҙарын һөйләп бирерлек мәғлүмәт-мол йыйған Тәнзилә Вәлетдин ҡыҙы Күскилдина-Сурина, уның хеҙмәте — тауҙай, ҡыйыулығы — ир-азаматтай, уға айырым рәхмәт, баш өҫтө менән һаулыҡ теләйек, туғандар. Шулай уҡ талапсан Айрат Шәйхетдин улы халыҡты туплауға ҙур тырышлыҡ һалды. Сағыу, бәхетле байрамдар тағы ла дауам итһен. Бының өсөн донъялар имен торһон ине, тип теләйем.»
Мәрйәм апай шиғыры
Кәримовтар ҙа Сура тамырлы. Әсәһе Фатима Сурина, атаһы Хәлит Кәримов булған Шакирйән олатай менән Шәрифъямал инәйҙең ҡыҙҙары Сания (милиция майоры), Мәрйәм (киң билдәле Турбаслы аҙыҡ-түлек комбинаты ветераны), Зәкиә Мусина (өлгөлө хужабикә, ҡул эштәре оҫтаһы), йәнә Клара менән Вәлимә, улдары Дәүләт ҡайтып етәлманы. Шакирйән ҡартатайҙың фронт юлдары һәм хеҙмәт даны хаҡында еәйнсәре Ләйсән Күҙәшева бик ентекле альбом да яһаған. Бер туған апай-һеңлеләр сәхнә күрке булып, иҫтәлектәрен һөйләп, халыҡты ҡотланы.
Мәрйәм апай Кәримова шиғри күстәнәсен тәҡдим итте:
«Бер-нисә йыл элек кенә вәзәмдәр «Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға» байрамын ойоштороп, беҙҙе туған урамды буйлатып, ошо Саңҡарамаға йыйып, йырлатып, илатып, бейетеп, ҙурлап, һағыштарҙы бушатып ҡайтарғайны. Шул йылылыҡ, ҡыуаныс һаман йөрәктә, ҙур рәхмәт ауылдаштарыма. Яңы шиғырым да һеҙгә бағышлана.
ШӘЖӘРӘМ
Уҙғандарҙың тапап туҙандарын,
Асайыҡсы СУРА ҡапҡаһын:
Хәтирәләр тейәп үткәндәрҙән,
Нығытайыҡ СУРА ҡалғанын.
Ырыуымды, туған-тумасамды,
Быуаттарҙы күргән Шәжәрәм,
Ата-бабам уҙған юлдарына,
Тарихтарға асҡан тәҙәрәм.
Ырыуымдың ошо ерҙә — тире,
Ырыуымдың шунда — тамыры;
Беҙҙең дә бит тәүге эҙҙәребеҙ
Ошо ерҙә тороп ҡалыры…
Ғорурланыр йәшәр Ырыулыбыҙ,
Ауыҙ асып һөйләр Даныбыҙ!
Ҡапҡа асып инәр Туғанлыбыҙ,
СУРА тоҡомонан барыбыҙ.
Ырыуым ҙур — Шәжәрәләр асып
Ауыл түрҙәренә элерлек;
Ата-бабам уҙған тарих юлын
Ғорур баҫып улдар белерлек. (Мәрйәм Кәримова, 2026)
Ыласын атлы улан булғаны
Сураның улы Теләүғол уҙаман бик бәрәкәтле тоҡомдар ҡалдырған. Уның Вәлит, Хәлит, Ҡарабулат, Хәсән исемле улдары булған. Вәлиттән уҡымышлы ир-егеттәр, муллалар тыуған, Хәлиттән ил яҡлар даугир һәм яугир уландар ҡалған, Ҡарабулат тоҡомдары йыр-моңға бай… Хәлиттең Баҡыйән менән Ласын атлы улдары була, уларҙың ейәндәре — Вәзәмгә нигеҙ һалған Баймөхәмәт Сурин менән Динислам Ласынов. Йәғни үҙ-ара өс туған ғына булған Ласын менән Баймөхәмәт бергә өй һала, яндарына Сура ҡартатайҙың йәнә бер бүләһе — Теләүғолов Хәсән Ғәлиәкбәр улы ла күсеп килеп ултыра. Ҡыҫҡаһы, Вәзәм ауылына өс туған нигеҙ һала: Динислам Ғайса улы, Баймөхәмәт Әлмөхәмәт улы, Хәсән Ғәлиәкбәр улы. Барыһының да ҡарт ҡартатаһы Хәлит Теләүғол улы. Ә Теләүғол — Сураның улы.
Ласыновтар тармағы исеменән Радик Ласынов: «Быға хәтле йәшәп, шәжәрәне уйламаныҡ. Ыласынға хәтле ҡартатайҙарҙы белә инек. Аръяғын белмәнек. Рәхмәт уҡыйбыҙ шәжәрәселәргә — Тәнзилә апай, Салихйән ағай — икеһе лә бик яҡшы шәжәрәләр төҙөгән.»
Артабан тоҡомдаштарҙы бүләкләү үҙе бер йәнле тамашаға әйләнде. Сурин Юлайҙың ҡатыны Нурзыя еңгәләре һәр кемгә йылы һүҙ, йән асҡысы тапты:
«Хөрмәтле ауылдаштар, суриндар. Һикһән биш йәште үткәндәр бар беҙҙең арала. Оҙон ғүмерлеләр күп, әлхәмделиллаһ. Һикһән алты йәшлек Зәйнәб еңгәй ҡайтҡан, ошо ауылда тыуып-үҫкән ул. Улы Насибулла Һаҡмаров менән Зилә килен, ҡыҙы Маһикамал уны байрамға алып килде. Маһикамал бикәс әсәһен ҡарай — Зәйнәб еңгә менән бергә Целинный ауылында торалар. Тағы ла өлкән йәштәге Зөләйха еңгәбеҙгә лә бүләгебеҙ бар. Күп балалы Гүзәл бикәскә иң күп бүләк, иң йәшебеҙ — Раил бәпескә лә туғандарҙан матур бүләк тейеш.»
Ласыновтар күмәк «Бүләк» йыры менән яланды яңғыратты.
Кем булған һуң Ыласын? Сура-Теләүғол-Ыласын, 1778 йылда тыуған. Ҡатыны Алтынсәс исемле була. Уларҙың улдары Ғайса, Муса, Йосоп. Ғайсаның улы — Динислам Ласынов. Ыласындың Муса (1817 й. т.) исемле улынан Солтанғужа (1846 й. т.) тыуа. Солтанғужаның ҡыҙы Алтынсәс Сурина Әбеш ауылына Әхмәткирәй Илембәтовҡа кейәүгә сыға. Алтынсәс һымаҡ һары сәсле, күк күҙле Фәриға Илембәтова Вәзәмдәрҙең Шәжәрә байрамына — үҙенең туғандарына ҡунаҡҡа килгәйне.
Шул саҡ бөтә яланды сыңлатып мандолина тауышы таралды. 86 йәшлек хеҙмәт ветераны, ҡырҡ ике йыл буйы колхозда һауынсы булып эшләгән Фәриға апай Илембәтова! Ана ул — зифа буйлы һәм һылыу, зәңгәр-күк күҙҙәрен йәштәрсә йылтыратып, сәхнәлә аяғөҫтө тороп, һаман да әүәлгесә гөрләтеп, яратҡан йәшлек көйҙәрен тирбәлдереп, мандолина уйнай, күҙ тейер тип тә ҡурҡмай. Әллә күпме ауыр һынауҙарҙы бары тик Аллаһының ярҙамы, йөрәк көсө һәм йырҙары менән еңеп сыға ул.
«Әсәйем — Сурина, Әүхәҙи олатай менән бер туған, — ти Фәриға апай. — Икенсе класта уҡығанда мандолинала уйнарға өйрәндем. Бөтә апайҙарым, ағайҙарым да мандолина сиртте, гармун тартты, йырланы, бейене, шаян һүҙ оҫтаһы булды. Мандолина — минең юлдашым, серҙәшем. Байрамдарҙа, табындарҙа, туйҙарҙа уйнайым. Һорап уйнаталар. Концерттарҙа һанһыҙ күп сығыш яһаным, Аҡъяр ҙа, Өфө лә ҡалманы. Һабантуйға машина башында уйнап барып инә торғайныҡ. Эшле лә, шул арҡала дәрәжәле лә булдым. Ҡырҡ ике йыл колхоз һыйырын һауҙым, утыҙ йылын ҡул менән, ун ике йылын — машина менән. Беҙҙең һөт бик яҡшы ине. Йәйләүҙәрҙә ятып эшләнек. Яман аварияла ҡулбашым һынды, ҡулым яраланды, тәнем ҡыйраны. Ике ай Өфөлә балниста ҡуҙғалмай яттым. Аллаһы тәғәлә менән мандолина шәбәйтте, төҙәлдерҙе. Рәхмәт Шәйхетдин ағай Суринға — сельпоға ҡарауылсы итеп, айына һикһән һумға эшкә алды. Ике ҡыҙҙы үҫтереп кеше итергә кәрәк бит. Ә атай-әсәйҙең алты балаһынан бер үҙем ҡалдым бөгөн, ҡыҙҙарым ҡарай, колхоз һәйбәт кирбес йорт һалып биргәйне (Ғәлим Асҡаров менән председатель Юныстың рухтары шат булһын!), йәйгенәйен ауылымда йәйләйем, ҡышҡынайын ҡыҙымда ятам, иркәләнеп!.. Биш мандолинам бар, ҡайҙа барһам да, көтөп торалар. Алам да уйнайым, йырлайым да йәшәргә яңы һулыш алам. Аллаһыға шөкөр», — артабан Фәриға апай һағынып бергә эшләгән ҡорҙаштарын иҫкә алды; ауыл лаҡаптары телгә килде, рәхәтләнеп көлөү тауыштары Вәзәм буйлап Таҙтүбәгә тиклем олғашты…
Оҫта алып барыусы Рәйфә һылыу һәм Люциә еңгәй шиғыры
Саңҡарама тирәге шаулай. Уның еләҫ сатыры аҫтына йәш балалар, уйынсылар, йырсылар һыйынған. Сәхнә тирәһенән китерлек түгел, сөнки унда сағыу һәм матур тауышлы, бик оҫта алып барыусы, уҡытыусы Рәйфә Харис ҡыҙы Сурина һөйләй; Телмәре тантаналы:
«Сураның дүртенсе быуыны Мөхәмәткирәйҙең улы Мөхәмәҙийәр ҡартататайҙан таралған тоҡомдар бөгөн беҙҙең алда, шулай уҡ Мөхәмәҙийәрҙең бер туған ҡустыһы Бөйөк Ватан һуғышында ҡорбан булған Әхмәт Суриндың ҡыҙҙары Мәҙинә менән Сәлимәнең балалары: Юнысовтар, Асҡаровтар, Буранбаевтар! Мөхәмәткирәй тармаҡтары ҡыҙыл таҫма таҡҡандар! Һәммәгеҙ — сәхнә түренә!»
Тоҡомдаштары сәхнәне һығылдырып сығып баҫҡансы, Рәйфә үҙ тармағы менән таныштыра:
«Мөхәмәткирәйҙең Мөхәмәҙийәр исемле улының биш балаһы була. Фәхребаныу ҡәрсәйебеҙ менән улар балаларына дини белем, донъяуи аҡыл бирергә тырыша. Зәйнәб, Нәғимә, Фәғилә, Әйүп, Харис, Талғат үҙҙәре күп балалар таба, ейәндәр күрә. Аллаһ ғүмерҙәрен бирһен. Был сәхнәлә туғандарҙың бер өлөшө генә. Фәғилә инәйемдең бөтә ейән-ейәнсәрҙәре егерме. Бында Харистың, Талғаттың балалары тулған, рәхмәт яуғырҙар. Күптән түгел һикһән биш йәшен тултырған хөрмәтле Сурина Люциә еңгәйебеҙ бөгөн беҙҙең арала, уны ҡотлау өсөн һүҙҙе Рәйлә апайыбыҙға бирәбеҙ.
Рәйлә Базиҡова:
«Мин Төрткән ауылынан, үҙем баласаҡтан Вәзәмдә булдым, Ашировтарҙа, Фәхребаныу оләсәйҙә үҫтем. Мөхәмәҙийәр бабайҙың яратҡан килене ул Люциә еңгәй. Ул килен булып килгәндә миңә ун йәш ине. Унан бүләк һорағанымды хәтерләйем. Көлдөрөп тә, илатып та бөтә торғайныҡ. Уның янында йыш булдыҡ, ҡырға ла, күрше ауылға ла еңгәм йөрөттө. Беҙ Люция еңгәйҙе бик яратабыҙ. Бик матур, һәләтле, эшкә оҫта балалар үҫтерҙе. Иң мөһиме, барыһы ла иманлы, тәртипле. Люция еңгәм шиғыр ҙа яҙа. Былтыр көҙ яҙған шиғырын уҡып китәйем. Барыбыҙ ҙа яйлап олоғаябыҙ, күңел һағышлана ла, уйлана ла.
Көҙ етте, тип уфтанмайыҡ,
Һуҡранмайыҡ һалҡын көҙҙәргә;
Һәр бер миҙгел — үҙе бер ғүмер,
Һырҙар һала беҙҙең йөҙҙәргә.
Үткән ғүмер алыҫ ятып ҡалды,
Хәтирәләр генә ҡалдырып,
Үкенесле булған миҙгелдәре
Йөрәктәрҙе үтә яндырып.
Күҙҙәремдә арығанлыҡ һиҙәм,
Бешеп ҡойолғанда алмалар…
Ғүмеремдең үткән йылдары
Моңһоу һағыштарға һалалар. (Люциә Сурина, Вәзәм, 2025)
Бына шулай шиғыр яҙған беҙҙең еңгәй!
Был шиғыр көҙ тәбиғәтенә ҡарап яҙылған, тормошҡа зарланып түгел. Люциә еңгәбеҙҙе бик яратабыҙ, ныҡ хөрмәт итәбеҙ.»
Ысынлап та, Талғат ағай менән Люциә еңгәнең улдары Муса, Вафа, Азамат, Айрат — уңған фермер, оҫта балта оҫтаһы, баҡсасы, игенсе, умартасы. Аталары Талғат ағай алһыҙ-ялһыҙ колхоз бригадиры булды, ҡырҡ йыл ғүмерен эшкә бирҙе, Почет билдәһе орденына лайыҡ булды.
Рәйфә һылыу дәртләнеп артабан иғлан итә:
«Сәхнәгә Мөхәмәткирәй тоҡомдарының бер тармағын — уның Әхмәт тигән улының балаларын саҡырабыҙ. Төркөм башында — беҙҙең Таһирыбыҙ. Шулай тип ҙурлап йөрөтәбеҙ ауыл советы биләмәһе етәксеһе булып эшләгән хөрмәтле туғаныбыҙҙы! Ул бит беҙҙең арҙаҡлы Мөхәмәткирәй ҡартатайҙың Әхмәт исемле улының ҡыҙының улы! Беҙ — өс туғандар!»
Әбеш ауыл советы рәйесе Таһир Юнысовтың сығышы тағы ла тарихтарҙы урай, ил эшендә янған, ил өсөн яуҙа ауған олатайҙарҙы күҙ алдына баҫтыра:
«Әлмөхәмәт Сурин ҡартатайҙың биш улы, шуларҙың береһе беҙҙең өлкән ҡартатай Мөхәмәткирәй, тинек. Ҡабатлағандан доға иҫкермәй. Беҙ бөгөн уларҙы ҡырҡ мәртәбә иҫкә алһаҡ та яҙыҡ булмаҫ. Мөхәмәткирәйҙең Мөхәмәҙийәр тигән оло улы була. Икенсе улы Әхмәт — ул беҙҙең туранан-тура ҡартатай, әсәйебеҙҙең атаһы. Әсәйем менән Мәҙинә инәйем һуғышҡа тиклем үк етем ҡала, бик ҡаты үгәй әсәй ҡулында яфаланалар. Атайҙары Әхмәт ҡартатай 1941 йылда уҡ һуғышҡа алына, 1943 йылда үлеп ҡала. Уның өс балаһы ҡала: Мәҙинә, Сәлимә, йәнә Вәлит тигән улы ла була. Вәлит бәләкәй сағында, яланда ағыулы башаҡ ашап, вафат була. Ике етем ҡыҙы Әхмәт ҡартайҙың апаһы Рәхимә инәй ҡарамағында йәшәй башлай. Шуға беҙ уны, Рәхимә ҡәрсәй, тинек. Рәхимә Әбеш ауылына кейәүгә сығып киткәәс, ике етем ҡыҙҙы Сик ауылында йәшәгән өс туған апаһы Ғилмикамал Әхмәҙулла ҡыҙы Сурина-Күскилдина аҫырап үҫтерә, беҙ уны ла, ҡәрсәй, тинек. Уның ире Насретдин ҡартай Күскилдин бик һәйбәт кеше булды. Үҙҙәренең күмәк балалары менән бергә беҙҙең әсәйҙе, уның апаһын матур итеп үҫтереп, кейәүгә биреп, ныҡлы таяныс булып торҙолар. Ҙур рәхмәтлебеҙ Ғилмикамал ҡәрсәй менән Насретдин олатайыбыҙға. Шулай итеп, яҡшылыҡ ерҙә ятып ҡалмай. Ил азатлығы өсөн яуҙа ҡорбан булған Әхмәт Мөхәмәткирәй улы Суриндың бөгөн илленән ашыу ейән-ейәнсәре, бүлә-бүләсәре ошо яланды тултырып Шәжәрә байрамына килде! Мәҙинә инәмдең алты балаһы, беҙ — Сәлимәнең биш балаһы, ҡартатайҙарҙың рухын дауам итеүселәр.»
Таһир Юнысовты бик тулҡынланып тыңланы халыҡ. Ысынлап та, Суриндарҙың йылы туғанлыҡ тәрбиәһен тойоп, бәхетле йылмайыу йөҙөнән китмәне.
Өлгөлө ғаиләләр
Ә һылыу Рәйфәнең яғымлы тауышы яланды тултыра, күңелде күтәрә. «Бына шундай берҙәм, йәшәүгә көслө дәртле матур тармаҡ — яугир Әхмәт Сурин тоҡомдары менән таныштыҡ. Уларға бөтә халыҡ һоҡланып ҡул саба, рәхмәт әйтәләр!» Рәйфәнең үҙен дә алҡышлай-алҡышлай халыҡ артабан тыңланы:
«Хәҙер Суриндарҙың Мөхәмәткирәй тармағынан булған тағы бер-нисә күркәм һәм өлгөлө ғаиләләре, шәхестәре менән танышайыҡ. Иң тәүҙә Мөхәмәткирәй ҡарттайҙың иң оло ейәне — етмеш ете йәшлек Юнысов Рәшит менән Гөлбикә еңгәбеҙҙе тәбрикләйбеҙ, илле дүрт йыл бергә торған данлы, татыу, ҙур ғаиләләре — һәммәбеҙгә өлгө.
Ғәни ағайым менән Райхана еңгәм Суриндар — улар үҙҙәре өс бала тапҡан, өҫтәүенә биш етем баланы патронаж аҫырауға алған, оло тормош юлына баҫтырған батыр һәм тәүәккәл, киң күңелле, шәфҡәтле һәм булдыҡлы ғаилә.
Әсәй яғынан Сурин фамилияһын йөрөтөүсе ғорурлығыбыҙ — уңған һәм аҡыллы Ислам ағайыбыҙ, уның хәләле, изге йөрәкле Минзәлә еңгәбеҙҙе ҡотлайбыҙ. Уларҙы иң баҫалҡы, иң кешелекле ғаилә, тип яратабыҙ. Татыу һәм мөхәббәтле ғаилә ҡәҙерен белеүселәр беҙҙең Суриндар!
Иң күп Сурин фамилияһын ҡалдырған ғаилә — Мансур ағайым мәрхүм менән Әнүзә еңгәбеҙҙеке. Уларҙың өс улы һәм дүрт ейәне Сурин фамилиялы. Ҙур ейәндәре Ғәзинур Төркиәлә дини белем ала, һәйбәт спортсы ла ул. Шәжәрә байрамында «Ҡабралтау текәһенә йүгереп менеү» ярышында ул беренсе урын алды, һәм еңеүсегә призға өс тоҡ иген әҙерләүсе Сурин Урал Артур улы булды. Рәхмәт, егеттәр.
Шәжәрәбеҙ түрендә — Рәүеф һәм Әлфиә еңгәй — иң күп бала тәрбиәләүсе Суриндар. Ошо матур ояларға ҡарап, быйыл яңы ғаиләләр тыуҙы: Ғәлиә һәм Рәлис, Рәлиә һәм Айгиз, Илмир һәм Гөлйөҙөм — бөтәһе лә Суриндар! Өлгөр, егәрле йәштәребеҙ парлы булып матур йәшәһен, бәхетле оҙон ғүмерле булһын.
Иң кесе Суринды күрәйек, сәләмләйек, туғандарым, ана, Самир Сурин — иң бәләкәйебеҙ, Харрас ағайымдың улы Фирғәттең улы! Ҡотлайбыҙ. Минең үҙемдең ейәнсәрем дә яңы тыуҙы. Сурина Рәйфә менән Зәйнулланың ейәнсәре Эвелина! Ҡотлайыҡ!
Бөгөнгө Суриндарҙа иң дини ғаилә: Сурин Муса һәм Айгөл — улар бик күптән үҙҙәре лә намаҙға баҫҡан, дүрт балаһы ла дин юлында. Рәхмәт, Аллаһы тәғәл доғаларын ҡабул итһен.
Юбилярҙар быйыл байтаҡ; Суриндар араһында утыҙ йыл бергә йәшәгән матур ғаилә Фаягөл килен менән Фәрит ҡустыбыҙҙа. Ҡотлайбыҙ!
Шулай уҡ Юнысов Әхмәт менән Мусалова Зәйтүнәгә — алтмышар йәш, Сурина Айгөлгә — илле биш йәш, Сурин Азамат менән Юнысов Рифмирға — илле йәш! Уларға туғандарҙан бүләктәр!
Тағы ла юбилярҙар: Сурин Мансаф менән Базиков Маратҡа — ҡырҡ биш йәш.
Базиков Ринат менән Лилия Роберт ҡыҙына быйыл — ҡырҡ йәш!
Шулай уҡ беҙҙең Суриндар тармағының шәжәрәһен төҙөтөүсе, Екатеринбургтан килеп беҙҙе әйҙәп, туплап йөрөүсе, йыш ҡына спонсор булыусы, беҙҙе һәр саҡ маҡтап, хуплап йөрөтөүсе Рәйлә Ғүмәр ҡыҙы Базиковағә бүләк тейеш. Уға ихлас ярҙам итеүсе Мөнирә апайға ла беҙ рәхмәтле.
Шулай уҡ беҙҙе яҡлаусы, беҙҙең тармаҡтың Таһиры — Мөғлөтдин улына ла бүләгебеҙ бар, һәм ҡотлаубыҙ бөтә донъяға ишетелһен!
Шулай уҡ СВО-ла Суриндарҙың егеттәре хеҙмәттә — Илдар Буранбаев һәм Фирҙәүес Суринаның улы Дамир Ҡарасурина да илебеҙ һағында йөрөй.»
Рәйфә һылыуҙың янында республикала билдәле журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре Мирсәйет Юнысов тора. Ул да һүҙ ала:
«Йәншишмә» республика балалар һәм үҫмерҙәр гәзите баш мөхәррире Мирсәйет Юнысов булам. Бөтәгеҙ менән танышмын һәм иҫәнләшәм. Үҙем Юнысов булһам да, әсәм яғынан Суринмын, ә Хәйбулла яғына ҡайтһам, Вәзәмде күрмәй китмәйем. Иң ихтирам иткән кешем — Артур ағай Сурин. Ул башҡалабыҙ Өфөлә һәм бөтә республикала, ситтә йәшәгән милләттәштәргә туған Башҡорт телен уҡытыу өсөн иң күп көс түккән кешеләрҙең береһе булды. Бөйөк Суриндарҙың береһе ул Артур Шәйхетдин улы, уның изгелектәрен онотмайыҡ. Шәжәрә байрамы түрендә — беҙҙең легендар Әбеш урта мәктәбе директорҙарының береһе, арҙаҡлы шәхес Фазыльян ағай Сурин — ул беҙҙең яратҡан уҡытыусыбыҙ. Уға уҡыусыларынан бүләк. Оҫта бейеүе менән барыбыҙҙы ла һоҡландырған бейеүсе малай — Ильяс Суринға «Йәншишмә» гәзитенең махсус бүләген тапшырам. Байрам ҡотло булһын!»
Иҫтәлек һәм өмөт көнө
Ниһайәт, Сурин Әхәт ағайҙың тармағына һүҙ бирелә. Оло ҡыҙы һүҙ ала:
«һаумыһығыҙ, ауылдаштар! Беҙ ғаиләлә алты бала үҫтек. Беҙ ҙә күмәкбеҙ — ейәндәр, ейәнсәрҙәр байрамға килеп етмәне, бик йәл. Һеҙҙе күреп, иҫтәлектәр яңыра. Күптәрегеҙҙең атаһы, әсәһе менән бергә колхозда эшләп йөрөнөк. Бесәндә, ырҙында, фермала. Бик татыу булдыҡ. Әйтеп бөтөрһөгөҙ яҡшы булды кеше бер-береһенә. Ошондай татыулыҡ, туғанлыҡ булғанға беҙҙең башҡорт иң ауыр заманда ла тере ҡалған, ти торғайны атайым. Туғандарыбыҙ һәр береһе хөрмәткә лайыҡ. Бик берҙәм эшләне Вәзәм Суриндары. Атайым Әхәт, Айса ағай, Саях ағайҙар, Ғатау ағай — бер бригада кеүек, гел бергә булды. Улар колхозда трактор менән түгел, күберәк ат йә үгеҙ егеп эшләне. Гел ҡул көсө менән башҡарылды: фермаларҙы, клубты, мәсетте вәзәмдәр үҙҙәре төҙөнә, ташын, балсығын ташыны. Эш хаҡы ике һум да өс һум. Аҡса бирмәнеләр ул заманда, таяҡ — трудодень. Өйҙәрҙә алты-ете бала үҫтеләр. Әсәйҙәр кәзә аҫыраны, шәл бәйләне. Көҙ етһә, бөтә суриндар бергә һуғым һуя. Ҡаҙ өмәләргә дәррәү йөрөнөләр. Әле лә шулай бит, афарин һеҙгә. Йөҙ йәшәгеҙ, туғандарым, суриндарым.»
Ейәндәре «Суриндар егеттәр бейеүен» башҡара. Артабан сәхнә яңы сығыштарҙан гөрләй: класташтар бейей, урамдаштар йырлай, яңғыҙ йырҙар…
Саңҡарама тирәге янында шау-гөр килеп балалар уйнай, яңынан аш бешә, самауыр борҡой — суриндар туғандарын кис еткәнсе һыйлар, йырлашыр, һөйләшер әле. Ауыл эсендә лә иҫтәлектәр тулҡыны өйөрөлә: бәләкәс кенә өйөнән (колхоз яңыртып бирҙе) Гөлйыһан Бәҙри ҡыҙы Сурина йүгереп сығыр ҙа апаһы Миңлебикә Хисам ҡыҙы Суринаны (Зәкәриә ҡарттың әбейе) эҙләп китер һымаҡ. Улар икеһе лә һуғыш арҡаһында атайһыҙ ҡала, ғүмер буйы бер-береһен ҡарап, ярҙамлашып йәшәй. Вәзәмем, тип фзо-ларҙан атлығып ҡайтҡан Шәмсиә Салих ҡыҙы менән Ҡанифа, Рәхимә, Ғәрифә Суриналар урам буйлап шәжәрә байрамын һөйөнсөләп йөрөй төҫлө. Һуғыш уларҙың атаһын да йотҡан, әммә мах бирмәнеләр, эшкә лә, ашҡа ла шәп булдылар. Алһыҙ-ялһыҙ һауынсы Гәүһәр Әхмәтшәрип ҡыҙы Сурина ла элекке ферма урынынан байрамсыларға ҡарап торғандай… Уларҙың ғүмере колхоз эшендә намыҫлы, сәмле эштә үтте. Уңғандар, изге күңеллеләр тигән дандары ҡалды.
Сура батыр тоҡомо беҙ, тигән вәзәмдәр Баймөхәмәт Суриндың улы Әхмәҙулланың ҡыҙы Көнһылыуҙың улы Артур Туҡтағоловты ла байрамға көткәйне, тик билдәле йырсы һәм композиторыбыҙ был көндә Арғаяш яғында үҙенең «Далан» эстрада төркөмө менән концерт бирә ине. Уның бер туған ағаһы менән апаһы Туҡтағолов Рәмил һәм Лилиә, килендәре бик матур йырҙар башҡарып ҡайтып китте. Әсәләре Көнһылыу апайҙың тыуған ауылына килеп еткәнсе йырлауын, ҡайтып киткәс тә тауҙар аръяғынан уның сағыу тауышы яңғырап торғанын һаман хәтерләй Вәзәм буйҙары.
Сура — тарихи шәхес. Шәжәрәләрҙә исеме ҡалған. «Сура батыр» тигән мәшһүр марш көйө лә бар башҡорт халҡында. Улар бей, тархан дәрәжәһендә булған, ә был ҙур дәрәжә көслө һәм аҡыллы ир-егеттәргә бирелгән; илде яуҙарҙан һаҡлаған, ерҙәргә хужа булырҙай азаматтар ғына бындай юғары титулға лайыҡ булған. Сура исемле оло ҡартатайҙың тарихтағы эҙе тураһында беҙ тағы ла өйрәнербеҙ, белербеҙ әле.
Башҡортостанда Шәжәрә байрамдары 1990 йылдарҙа башланды. Уларҙың үҙ йөҙө, жанры, үҙенсәлеге бар: махсус өйрәнелеп, алдан шәжәрәләр төҙөлә; һәр тармаҡ үҙ тарихы үткәне һәм хәҙергеһе хаҡында мәғлүмәт бирә, сығыштар әҙерләй; һәр ара-тармаҡтың шәхесе, рухи йә матди ҡаҙанышы, батырлығы, ил алдындағы күренекле сифаты хаҡында бәйән ителә. Шәжәрә байрамында йәше-ҡарты тарих һәм бөгөнгө, шулай уҡ киләсәк менән етди осрашыу, күҙгә-күҙ ҡарап һөйләшеү өсөн йыйыла. Бигерәк тә йәштәрҙең, балаларҙың бындай етди ырыу йыйыны уртаһында булыуы мотлаҡ. Шәжәрә байрамында тарих тыңлайҙар, шәжәрә өйрәнәләр, тәүге тарихи өлөшө тамам булғас ҡына күргәҙмәләр, уйындар һәм башҡа милли күңел асыу иғлан ителә. Тарих менән осрашыу, танышыу мәлендә һабантуй, спорт ярышы, батут, көрәш, шаулы концерт тамашалары икенсе планға кисектерелеп торорға тейеш.
Шулай итеп, Бәләкәй Арыҫланғол ауылындағы Вәзәм-Сура йыйыны боронғо яҙма шәжәрәле, бер-нисә яңы заманса шәжәрәле, китаплы, тарихи тамашалы оло байрам булып үтте.
Сәрүәр Сурина,
Өфө-Вәзәм.