

Йәнтеш ауылында “Ветеран ихатаһына – хәстәрлек һәм иғтибар” район конкурсының йомғаҡлау этабы уҙҙы. Сара Әбеш, Ивановка, Аҡъюл һәм Атингән ауыл биләмәләре ветерандарын берләштерҙе.
Сарала конкурста ҡатнашыусылар үҙҙәренең хеҙмәт һөҙөмтәләрен, йәғни баҡсаларында үҫтерелгән йәшелсә-емештәрен, аллы-гөллө сәскәләрен, ҡайнатма-компоттарын, салаттарын, бешерелгән һәм һөт-ит ризыҡтарын, ҡул эштәрен тәҡдим итте. Бәйгеселәрҙең береһенән-береһе матур күргәҙмәләре һоҡланып туя алмаҫлыҡ ине.
Сара аҙағында конкурсҡа йомғаҡ яһалды, ҡатнашыусыларға Рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.