Күренекле шәхестәре, эшһөйәр халҡы менән танылған Яңы Украинка ауылында “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы уҙҙы. Изге йәнтөйәген һағынып ҡайтыусыларға тыуған ерен тағы бер тапҡыр ҡайтып күреү, туғандар, яҡындар менән аралашыу бәхете тейҙе. Яҡташтарының ҡайтыуына ауылдаштар ныҡлы әҙерләнгән: үҙ ихаталарын һәм урамдарын тәртипкә килтергән. Бер-береһен күптән күрмәгән, тыуған ерен һағынып ҡайтҡан ауылдаштар ҡосаҡлашып күреште.
Байрамда ауыл активистарын бүләкләү тантанаһы үтте. Таналыҡ ауыл биләмәһен үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн Илнур Сөләймәнов, Гөлназ Сөләймәнова, әүҙем тормош позицияһы һәм ауыл үҫешенә тос өлөш индергәне өсөн Миңзәлә Күскилдина, Рәйлә Күскилдина, Азамат Юлмөхәмәтов, Владимир Сапожников, Евгений Карепанов, Морат Магомедовҡа Рәхмәт хаттары тапшырылды. Шулай уҡ алтын туйҙарын билдәләүсе ғаилә парҙары - Владимир һәм Вера Погореловтар, Ришат һәм Лидия Латиповтар, рубин туйҙарын билдәләгән Фәрит һәм Фәнүзә Шәриповтарға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Тағы ла күп балалы һәм йәш ғаиләләр, ауылдың иң оло һәм йәш кешеһе, тыл ветераны, һуғыш осоро балалары айырым билдәләнде.
Халыҡ һәм ҡунаҡтар өсөн район мәҙәниәт йорто артистары һәм урындағы таланттар әҙерләгән сағыу концерт программаһы ойошторолдо. Шулай уҡ Башҡортостандың халыҡ артисы Альберт Салауатовтың моңло йырҙары тамашасылар күңеленә хуш килде. Байрам йылы, дуҫтарса мөхиттә үтте.