ЙӘМҒИӘТ
5 Августа , 09:40

“Ветеран ихатаһына – хәстәрлек һәм иғтибар”

-

“Ветеран ихатаһына – хәстәрлек һәм иғтибар”“Ветеран ихатаһына – хәстәрлек һәм иғтибар”
“Ветеран ихатаһына – хәстәрлек һәм иғтибар”

Хаҡлы ялдағылар араһында ауылдарҙы төҙөкләндереү, йәшелләндереү маҡсатында үткәрелгән сираттағы “Ветеран ихатаһына – хәстәрлек һәм иғтибар” район конкурсына йомғаҡ яһалды. Татыр-Үҙәк ауылында үткән сарала Бүребай, Татыр-Үҙәк һәм Һамар ауылы биләмәһенән иң яҡшы баҡсасылар, ҡул эше оҫталары, йәғни иң өлгөлө биш ихата ҡатнашты.

Бәйгеселәрҙең береһенән-береһе матур күргәҙмәләре һоҡланып туя алмаҫлыҡ ине. Аллы-гөллө сәскәләр, емеш-еләк, йәшелсәләр, ҡайнатмалар, компоттар, салаттар, тоҙламалар һәм бешерелгән ризыҡтарҙың ниндәй генә төрө юҡ ине. Ветерандар һәммәһе лә үҙ күргәҙмәһе менән таныштырып һөйләп үтте.  

Артабан конкурсҡа йомғаҡ яһалды, ҡатнашыусыларға Рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Әйтергә кәрәк, “Ветеран ихатаһы” конкурсы матур  йолаға әүерелде һәм йылдан-йыл матурлыҡты үҙ ҡулдары менән булдырыусы кешеләрҙе йәлеп итә бара һәм ул өсөнсө йыл зоналарға бүлеп үткәрелә.

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас