

Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы тарафынан ойошторолған таныштырыу проекты үҙенең бер йыллығын билдәләне.
Йылайыр районының Иҫке Яҡуп ауылы янындағы йәмле турбазала уҙҙы был күркәм осрашыу. Сараға бөгөнгө көндә #БәхетЧат исеме аҫтындағы чатта аралашып ултырыусы йәштәрҙән тыш ошо проект аша танышҡан, ҡауышҡан парҙар ҙа килде. Изге теләктәрен юллап, проекттың асылы тураһында Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре Илүзә Таһир ҡыҙы Кәримова, Илшат Вәкил улы Игебаев һәм проекты етәкләп алып барыусы Милә Сынбулатова һәм Фәнилә Бәшировалар сығыш яһаны. Сараны матур итеп Гөлиә Байғужина алып барһа, Хәйбулла, Баймаҡ, Ейәнсура, Йылайыр райондарынан һәм Өфө, Сибай, Күмертау ҡалаларынан килгән йәштәр махсус рәүештә әҙерләнгән концерт номерҙары менән биҙәне. Һәләтле лә, дәртле лә булған йәштәр төрлө уйындар уйнап, йырҙар йырлап, өҙҙөрөп бейеп таң ҡаршыланы.
Бер йыл эсендә проект сиктәрендә ҡырҡтан ашыу осрашыуҙар ойошторолдо, күп йәштәр үҙ яртыларын ғына түгел, фекерҙәштәрен, дуҫтарын тапты. Күптәр өсөн юғалтыуҙар, уңмаған ғаилә тормошонан һуң был проект сиктәрендәге аралашыу - осрашыуҙар тормошҡа яңы һулыш, ынтылыш бирҙе. Кире яҡтар ҙа юҡ түгел - ҡауышҡан парҙар араһында мөнәсәбәттәрен өҙгән йәштәр ҙә бар. Проектҡа ҙур өмөттәр бағалап, үҙ яртыһын таба алмай сығып китеүсе йәштәр ҙә булғылай.
Әммә ойоштороусылар әйтеүенсә, был тормош, төрлө хәлдәр булыуы мөмкин, бәхетлеләр, проектың ыңғай яҡтары күберәк булыуын иҫәпкә алып, йәштәргә танышыу өсөн мөмкинлек булдырыу йәһәтендәге эшмәкәрлек артабан да дауам ителәсәк.
Чатҡа ҡушылыу өсөн танышырға теләгән йәштәр ҡоролтай битләүенә vk.com/club207714147?from=g... (написать сообщение) шәхсән үҙҙәре мөрәжәғәт итә. Шарттары: 30 - 45 йәшлек, эшләп йөрөгән, насар ғәҙәттәре булмаған, ғаилә ҡорорға етди ниәттәре булған йәштәр саҡырыла. Мәғлүмәттәр менән танышып сыҡҡандан һуң чаттың админдары өҫтәү-өҫтәмәү тураһында хәл итә. Чатта әҙәпһеҙ темалар, һүгенеү һ.б. тыйыла, аралашыу көндәлек темалар аша бер-береңде белеү, танышыуға арналған. Насар ғәҙәттәр, эскелек тыйыла, әммә был чат ДИНИ түгел. Намаҙҙа булған, шундай уҡ яртыһын эҙләүсе йәштәргә махсус танышыу чаттарына мөрәжәғәт итеү яҡшыраҡ булыр,-ти ойоштороусылар.
Сығанаҡ: Хәйбулла районы башҡорттары ҠОРОЛТАЙЫ