

Башҡортостандан номинанттарҙа өс номинация айырыуса ҡыҙыҡһыныу уята: мәғариф ойошмаларында мәғрифәтселек эшмәкәрлеге, Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеген һаҡлауға индергән өлөш һәм остазлыҡ.
Сағыу вәкилдәр араһында — Ефремкин ауылы мәктәбе уҡытыусыһы Лилиә Юлдашбаева. Ул башҡорт телен уҡытып ҡына ҡалмай, ә «Урал легендалары» проектында эпостарға анимациялы һүрәттәр эшләү өсөн нейроселтәрҙәрҙе ғәмәлгә индерә. 5-15 йәшлек балалар мәҙәниәт менән Аждаһа, Самрау һәм Шүлгән образдары аша таныша, шулай уҡ мультимедиаға ишек асҡан QR-кодтар менән уникаль «Әтиләү» комплексы буйынса шөғөлләнә.
Экологик номинацияла төбәк исеменән «Торатау геопаркы» проекты сығыш яһай. Бында өс район уҡыусылары өсөн геология, палеонтология һәм орнитология буйынса дәрестәр үткәрелә, йәш геологтар хәрәкәтенә булышлыҡ ителә һәм «Карст һәм мәмерйәләр донъяһы» кеүек конкурстар ойошторола. Ә өс телдәге локация тураһындағы фәнни комикс ҡатмарлы тәбиғәт процестарын мауыҡтырғыс визуаль тарихҡа әйләндерә.
Рәсәй «Белем» йәмғиәтенең генераль директоры Максим Древаль, премия 144 лауреат өсөн трамплин булды, тип билдәләне: проекттар йәмәғәт танылыуы, административ ярҙам һәм яңы үҫеш офоҡтары ала. Быйылғы миҙгелдә дәғүәселәрҙе федераль этаптар ғына түгел, һәр өлкәлә иң яҡшы мәғрифәтсе һәм иң яҡшы проект өсөн төбәк наградалары ла көтә. Федераль шорт-лист бөтә төбәк вәкилдәренән — дәүләт эшмәкәрҙәренән, ғалимдарҙан һәм етәкселәрҙән Эксперт советы төҙөйәсәк.
Лауреаттарҙы бүләкләү тантанаһы йола буйынса Мәскәүҙә үтәсәк. Алтынсы миҙгелгә ТАСС, Rambler&Co, «Аргументы и факты», LIFE, «Комсомольская правда», «Известия» һ.б. мәғлүмәт ярҙамы күрһәтә.
Фото: «Белем» төбәк йәмғиәтенең матбуғат хеҙмәте.