ЙӘМҒИӘТ
31 Июля , 05:58

Аҡъярҙа яңы фонтан төрлө төҫтәр менән балҡый

Район үҙәгенең йылдан йыл төҙөк һәм матур була барыуына халыҡ иғтибар итмәй ҡалмайҙыр. Урамдар төҙөкләндерелә, йәйәүлеләр өсөн тротуарҙар һалына, иң мөһиме – йәшәү өсөн уңайлы һәм заманса шарттар барлыҡҡа килә.

Аҡъярҙа яңы фонтан төрлө төҫтәр менән балҡыйАҡъярҙа яңы фонтан төрлө төҫтәр менән балҡый
Аҡъярҙа яңы фонтан төрлө төҫтәр менән балҡый

Бигерәк тә Аҡъяр ауылының мәҙәниәт һәм ял паркы йылдан йыл үҙгәрештәр кисерә һәм күркәмләнә. Һуңғы йылдарҙа даими яуған ямғырҙарҙан һуң йәшеллеккә күмелеп үҫкән ағастар, сағыу сәскә-гөлдәр, балалар өсөн уйын һәм спорт майҙансыҡтары, еләҫ ағас аҫтындағы эскәмйәләр, ғөмүмән ғаилә менән ял итергә мөмкинлектәр булдырылыуы ҡыуаныслы. Ағымдағы йылда паркка инеү урыны айырыуса матур итеп төҙөкләндерелгән, юл япмаһы  яңыртылған.

Һәм ниһәйәт халыҡтың ҡыуанысын икеләтә арттырып, ҡайнар алҡыштар, шатлыҡлы ауаздар аҫтында төрлө төҫтәр менән балҡыған фонтан асылды.

 

Мәҡәләне тулыһынса гәзит биттәрендә уҡығыҙ.

Аҡъярҙа яңы фонтан төрлө төҫтәр менән балҡый
Аҡъярҙа яңы фонтан төрлө төҫтәр менән балҡый
Аҡъярҙа яңы фонтан төрлө төҫтәр менән балҡый
Аҡъярҙа яңы фонтан төрлө төҫтәр менән балҡый
Аҡъярҙа яңы фонтан төрлө төҫтәр менән балҡый
Аҡъярҙа яңы фонтан төрлө төҫтәр менән балҡый
Автор:Лира Такалова
Читайте нас