

Июль аҙағындағы 38 градуслыҡ аномаль эҫелектән һуң синоптиктар август айында һауа шарттарының ҡырҡа үҙгәреүен фаразлай. Яңыртылған фараздарға ярашлы, республика халҡын тирбәлеш көтә.
Июль аҙағында һауа температураһы климат нормаһынан бер юлы биш-алты градусҡа юғарыраҡ булды. Әммә август айының тәүге көндәрендә үк ҡапыл һыуытыу көтөлә. “Фобос” үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, һауа температураһы 30 июлдән үк түбәнәйә, өҫтәүенә бер юлы ун градусҡа – +22, +24 градус фаразлана. 1 августан 4-нә тиклем көндөҙгө температура +18, +22 градусҡа тиклем төшә.
Дөйөм алғанда, август айының беренсе декадаһы, “Фобос” мәғлүмәттәре буйынса, бик һалҡын була. Синоптиктар ямғыр һәм йәшен вәғәҙәләй. Әммә, һалҡын башланыуға ҡарамаҫтан, ай уртаһына һауа торошо яҡшыра. 10 августан көндөҙ +23, +28 градус йылы булыуы көтөлә. Ай аҙағына ғына һауа температураһы +17, +22 градусҡа тиклем төшәсәк.
Ямғырҙарға килгәндә, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, йәйҙең һуңғы айында яуым-төшөм етерлек була. Ҡояшлы көндәр ҙә күп булмаясаҡ.
Фото: Әлиә Хужәхмәтова.