ЙӘМҒИӘТ
24 Июль , 06:17

“Рәхәттә” фестивалендә һаулығығыҙҙы тикшерегеҙ

Ошонда уҡ төп анализдарҙы тапшырырға мөмкин буласаҡ.

“Рәхәттә” фестивалендә һаулығығыҙҙы тикшерегеҙ“Рәхәттә” фестивалендә һаулығығыҙҙы тикшерегеҙ
“Рәхәттә” фестивалендә һаулығығыҙҙы тикшерегеҙ

“Рәхәттә” сәләмәтлек һәм туризм буйынса халыҡ-ара форумында “Сәләмәтлек биләмәһе” ойошторола. “Ҡашҡаҙан” паркында ҡуйылған тирмәлә һәр кем һаулығын бушлай тикшертә аласаҡ. Был үҙенсәлекле “киңлек” иртәнге 10-дан киске 17 сәғәткә тиклем эшләйәсәк.

Төп күрһәткестәрҙән алып “йәшерен” хәүефтәргә тиклем барыһын да белергә мөмкин буласаҡ:

* Артериаль ҡан баҫымын, тән ауырлығын үлсәү һәм йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы хәлен беренсел баһалау.

* Сәләмәт оҙон ғүмерлелек медицинаһы үҙәгендә тикшерелеү. Бында йыш ҡына паспортта күрһәтелгәндән айырылған биологик йәшеңде билдәләп, хроник сирҙәр индикаторҙарын эҙләп, ваҡытынан алда ҡартайыу маркерҙарын асыҡлаясаҡтар. Ошо мәғлүмәттәргә ҡарап, туҡланыу, физик йәһәттән әүҙем булыу һәм ғүмер оҙайлылығын арттырыу өсөн процедуралар үткәреләсәк.

* Өфөләге 43-сө поликлиника терапевы ҡабул итәсәк һәм һаулыҡ менән бәйле һорауҙарығыҙға яуап бирәсәк. Әгәр ул берәй сирҙе асыҡлаһа, ентекле тикшереүгә ебәрәсәк.

* Ошонда уҡ төп анализдарҙы тапшырырға мөмкин буласаҡ. Бының өсөн бер нисә минут сарыф ителәсәк һәм һөҙөмтәләрҙең тиҙ арала әҙер булыуы профилле белгестәр менән аралашыу мөмкинлеген аса.

* ВИЧ-инфекцияға аноним тест үткәреп буласаҡ. Республика СПИД-ты иҫкәртеү һәм уға ҡаршы көрәш үҙәге белгестәре ҡабул итәсәк. Был процедураны атҡарыу өсөн бер ниндәй ҙә документ талап ителмәй. 

Үҙегеҙ фестивалгә килегеҙ һәм башҡаларҙы алып килегеҙ. Һаулыҡ тураһындағы хәстәрлек бер ҡасан да артыҡ булмай. Тағы сарала мунса инеү йолалары мөхите, спорт ярыштары, милли аш-һыу көтә.

0+

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ! 

Автор:Айһылыу Низамова.
 
 
Автор:
Читайте нас