ЙӘМҒИӘТ
24 Июля , 07:07

Ғүмер ҡәҙерен белә Мусиндар

Райондың гүзәл тәбиғәтле, емеш-еләккә бай Бәләкәй Арыҫланғол ауылында ғаилә берҙәмлеген, һөйөү хисен һаҡлаған, бер-береһенә булған мөхәббәттәре менән яҡындарын да йылытҡан, оҙаҡ йылдар парлы ғүмер итеүселәрҙең тормош юлдары һоҡландыра. Һынауҙарға бирешмәй, иңгә-иң терәшеп йәшәгән Марат һәм Зөлфиә Мусиндар тыуып үҫкән йорттоң йылыһын, ата-бабалар нигеҙен һыуытмай 50 йыл бергә татыу ғүмер кисерә. Шулай ҙа ярты быуат ғүмер бергә йәшәү өсөн күпме сабырлыҡ, түҙемлек, аҡыл һәм өмөт-ышаныс кәрәк.

Ғүмер ҡәҙерен белә МусиндарҒүмер ҡәҙерен белә Мусиндар
Ғүмер ҡәҙерен белә Мусиндар

Улар икеһе лә сығыштары менән Бәләкәй Арыҫланғол ауылынан. Марат Ғөбәйҙулла улы тыуған ауылында башланғыс класс белемен эстәгәндән һуң Әбештә 8-се класты тамамлап, Йылайыр районы Юлдыбай ауылындағы 80-се һөнәри училищеһында тракторҙар курсында уҡый. Ил алдындағы хәрби бурысын Бурятияла Улан-Удэ ҡалаһында намыҫлы үтәй. «Бер ауылдан өс егет бергә хеҙмәт иттек, беребеҙгә хат килһә күмәкләп уҡып, ауыл яңылыҡтарын белә торғайныҡ», – тип хәтерләй уҙаман. 1975 йылдың декабрь айында тыуған яҡтарына ҡайтып төшкән егет «Һаҡмар» колхозында тракторсы булып хеҙмәт юлын башлай.

Был ваҡытта Йылайыр һөнәрселек училищеһында һатыусы һөнәрен үҙләштереп ҡайтҡан Зөлфиә Вәлитдин ҡыҙы ауыл магазинында эшләгән сағы була. Бер-береһенә ғашиҡ булған йәштәр оҙаҡ уйламай, тимерҙе ҡыҙыуында һуғып, 1976 йылдың февралендә өйләнешеп тә ҡуялар. Төп йортта оло быуын кешеләренә ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп, тигеҙ һәм татыу ғүмер итә башлайҙар.

  • Матур ғаиләгә килен булып төштөм, ҡайным Ғөбәйҙулла Ниғмәтулла улы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ине. Бейемем Зөләйха Абдулҡадир ҡыҙы ла эшкә талымһыҙ, шәп кеше булды, оҙаҡ йылдар келәт мөдире булып эшләне. Өс бикәсемә туйҙар үткәреп, оло тормош юлына аяҡ баҫырға ярҙам иттек, – тип хәтирәләргә бирелде Зөлфиә Мусина.

Колхоз тарҡалғандан һуң, Марат Ғөбәйҙулла улы 14 йылдан ашыу газ селтәре өлкәһендә слесарь йөгөн тарта, намыҫлы эше өсөн «Хеҙмәт ветераны» исеменә лайыҡ булып хаҡлы ялға сыға. Яратҡан һөнәренә бар күңел йылыһын һалған һатыусы — Зөлфиә Вәлитдин ҡыҙының хеҙмәт стажы 38 йыл. «Беренсе ҡарашҡа ғына еңел кеүек күренә ул һатыусы эше. Ә ысынында, белем, яуаплылыҡ, тырышлыҡ, түҙемлек һәм кешеләр менән аралаша белеүҙе талап итә. Һандар менән эш иткәнгә күрә бик иғтибарлы булырға кәрәк, ә иң мөһиме — һатып алыусы  ҡәнәғәт ҡалырлырға тейеш, Шулай уҡ ниндәй генә хәл килеп сыҡмаһын бер ҡасан да кешеләргә асыуланырға, тауыш күтәрергә тейеш түгелһең», – тип бай тәжрибәһе менән уртаҡлашты әңгәмәсем. Эйе, эшен ихлас яратҡан, ауылдаштарына матур мөғәлләмәлә булған һатыусыға декрет алында ла оҙаҡ ултырырға форсат булмай. Уның ҡырҡ йылға яҡын намыҫлы хеҙмәте Рәсәйҙең «Хеҙмәт ветераны» исеме, бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары, Почет грамоталары менән баһаланған.

Мәҡәләне тулыһынса гәзиттең 29-сы һанында уҡығыҙ.

 

Ғүмер ҡәҙерен белә Мусиндар
Ғүмер ҡәҙерен белә Мусиндар
Автор:
Читайте нас