ЙӘМҒИӘТ
22 Июля , 09:01

Радий Хәбиров башҡорт халҡының шифалы эсемлеге хаҡында һөйләне

Июль уртаһы – тап ҡымыҙ тураһында һөйләшергә ваҡыт, тип яҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә.

Радий Хәбиров башҡорт халҡының шифалы эсемлеге хаҡында һөйләнеРадий Хәбиров башҡорт халҡының шифалы эсемлеге хаҡында һөйләне
Радий Хәбиров башҡорт халҡының шифалы эсемлеге хаҡында һөйләне

Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, Башҡортостанды ҡымыҙҙан башҡа күҙ алдына ла килтереп булмай.

«Уны республиканан ситтә лә беләләр, беҙ ошо файҙалы эсемлекте етештереү буйынса Рәсәйҙә беренсе урынды биләйбеҙ», — тип билдәләне Радий Хәбиров.

Йыл һайын Башҡортостан ҡымыҙ бешеүселәре 3,5 мең тоннаға яҡын тәмле һәм шифалы эсемлек етештерә. Бөгөн Башҡортостанда 100 ҡымыҙ фермаһы иҫәпләнә.

«Беҙ — аттар һаны буйынса илдә лидерҙар иҫәбендә — беҙҙә улар 125 меңдән ашыу, — тип асыҡлыҡ индерҙе Башҡортостан Башлығы. — Ҡымыҙ — башҡорт мәҙәниәтенең айырылғыһыҙ өлөшө. Ул ысын мәғәнәһендә милли брендҡа әүерелде. Был эсемлек һыуһынды ҡандырып ҡына ҡалмай, организм өсөн бик файҙалы ла. Үҙ ваҡытында беҙгә ҡымыҙ менән дауаланырға килгән Лев Толстой, Антон Чехов, Максим Горький, Марина Цветаева быға инанған».

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, июнь аҙағында Өфөлә II республика ҡымыҙ конкурсы уҙҙы, унда 12 райондан 25 етештереүсе ҡатнашты. Иң яҡшылары араһында — Әлшәй, Өфө, Баймаҡ һәм Йәрмәкәй райондары ҡымыҙ бешеүселәре. 

Автор: ГАЛИНА БАХШИЕВА.

Сығанаҡ: https://bash.bashinform.ru/news/social/2026-07-22/radiy-h-birov-bash-ort-hal-yny-shifaly-esemlege-ha-ynda-yl-ne-4659647

 

Автор:
Читайте нас