ЙӘМҒИӘТ
20 Июль , 08:51

Сәйфуллиндар осрашты

Мәмбәт ауылында Сәйфуллиндар араһы йыйылды.

Сәйфуллиндар осраштыСәйфуллиндар осрашты
Сәйфуллиндар осрашты

Мәмбәт ауылында Сәйфуллиндар араһы йыйылды. Ул ошо ауылға нигеҙ һалыусы Мәмбәттең нәҫеленең бер тармағы. Сара «Мин яратам һине, Мәмбәт!» стеллаһын асыу тантанаһы менән башланды. Ул Сәйфуллиндар нәҫеле башланғысы һәм ярҙамы менән ҡуйылды. Ул тыуған ауылға булған һөйөүҙе, уның тарихына һәм киләсәгенә ҡарата ихтирам белдерә, тине ойоштороусылар.
Сәйфуллиндар нәҫеле йыйыныға ныҡлы әҙерләнгән - шәжәрәһен тергеҙгән.
Йөҙҙән ашыу кеше йыйылған сарала нәҫел тармаҡтары менән танышыу, шәжәрә һәм тарихи материалдар күргәҙмәһе, ижади сығыштар, әүҙем ҡатнашыусыларҙы бүләкләү, доға ҡылыу һәм Ҡорбан ашы ойошторолдо. Балалар һәм өлкәндәр өсөн халык уйындары ойошторолдо.
Был көн берҙәмлек, туғанлыҡ, тыуған ергә һөйөү һәм ата-бабалар мираҫына хөрмәт байрамы булды. Афарин, Сәйфуллиндар!

 

Сығанаҡ: Хәйбулла районы башҡорттары ҠОРОЛТАЙЫ

Автор:
Читайте нас